Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы (ШОС) — даими эш итеүсе халыҡ-ара төбәк берекмәһе. Уның ағзалары — Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Тажикстан һәм Үзбәкстан. Ә Афғанстан, Һиндостан, Иран, Монголия һәм Пакистан күҙәтеүсе статусына эйә. Белоруссия, Төркиә һәм Шри-Ланка — “аралашыу буйынса партнер”. Бөгөн гәзит уҡыусыларыбыҙҙы Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһының “күҙәтеүсе” дәүләттәре менән (Һиндостандан башҡа, был ил тураһында мәғлүмәт баҫмабыҙҙың үткән һандарының береһендә донъя күргәйне) яҡындан таныштырмаҡсыбыҙ.
ИРАНМайҙаны: 1 648 000 квадрат километр
Халҡы: 80 840 513 кеше
Баш ҡалаһы: Тегеран
Иң эре ҡалалар: Тегеран, Шираз, Тебриз, Ахваз, Исфахан, Кередж, Мешхед
Эске тулайым продукт: 1,010 триллион доллар.
Иран Ислам Республикаһы — Азияның көньяҡ-көнбайышындағы дәүләт. Баш ҡалаһы — Тегеран.
Боронғо яҙмаларға ҡарағанда, Ирандың тарихына биш мең йыл элек үк нигеҙ һалынған. Донъяла тәүге дәүләт булараҡ, беҙҙең эраға тиклемге 5 меңенсе йылда Хузестанда төҙөлә ул. Зороастризм динендә була. XVI быуатта Ислам ҡабул ителә.
1950 — 1990 йылдарҙа ил демографик күтәрелеш кисерә. 1979 йылдан алып 2006 йылғаса Иран халҡы 70 миллион кешегә етә. Тик 90-сы йылдарҙа тыуым һиҙелерлек кәмей. Бөгөн уның дөйөм коэффициенты — 1,87, был — бик түбән күрһәткес. Кәмендә 2,15 булыуы шарт. Халыҡтың 61 процент өлөшөн йәштәр тәшкил итә. Белемлелек кимәле — 84 процент. Иран халҡының 89 проценты — мосолман.
Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, сит мәмләкәттәрҙә дүрт миллион иран кешеһе йәшәй. Уларҙың күбеһе 1979 йылғы Ислам инҡилабынан һуң Австралияға, Төньяҡ Америкаға һәм Европаға күсенгән.
Иран конституцияһы, милләтенә һәм ниндәй дин тотоуына ҡарамайынса, һәр гражданына социаль яҡлау гарантиялай: пенсия, эшһеҙлек һәм ғәриплек буйынса пособие, медицина страховкаһы. Мәғариф һәм медицина хеҙмәттәре лә бушлай күрһәтелә. Йән башына йыллыҡ килем — 2700 доллар. Халыҡтың 18 проценты хәйерселек сигендә көн күрә.
Иран Азия ҡитғаһында эре иҡтисади дәүләт һанала. Ул Ҡытайҙан, Япониянан, Һиндостандан, Төркиәнән, Индонезиянан һәм Көньяҡ Кореянан ғына ҡалыша.
Нефть сәнәғәте үҫешкән индустриаль дәүләт. Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы предприятиелары бар. Күмер, тәбиғи газ һәм баҡыр, тимер, марганец, ҡурғаш, цинк рудалары сығарыу алға киткән. Машина төҙөлөшө, металл эшкәртеү, шулай уҡ аҙыҡ-түлек һәм туҡыма етештереү, келәм һәм метиздар эшләү тармағы әүҙемләшкән.
Ауыл хужалығы ла арыу уҡ килем килтерә. Бойҙай, арпа, дөгө, ҡуҙаҡлылар, мамыҡ, шәкәр сөгөлдөрө, шәкәр ҡамышы, тәмәке, сәй, сәтләүек, фисташка үҫтерәләр. Малсылыҡта һарыҡ, кәзә, дөйә һәм һыйыр малы үрсетелә. Был яҡтарҙа буш сәсеүлектәр юҡ тиерлек — йыл да 7,5 миллион гектар ер эшкәртелә.
Бюджет килеменең 45 проценты нефткә һәм газға тура килә.
Экспорттың төп тауарҙары: нефть һәм нефть эшкәртмәләре, металл мәғдәндәре, емеш-еләк һәм сәтләүектәр, келәмдәр.
Төп һатып алыусы илдәр: Ҡытай, Һиндостан, Көньяҡ Корея, Төркиә, Италия.
Импорттың төп тауарҙары: ауыр машина төҙөлөшө продукцияһы һәм химия сәнәғәте, автомобилдәр, тимер, ҡорос, тәбиғи сеймал, аҙыҡ-түлек, ҡулланыу тауарҙары, текстиль, ҡағыҙ.
Иранға һатыусы илдәр — Ҡытай, Германия, Көньяҡ Корея, Италия, Франция, Рәсәй.
ПАКИСТАНМайҙаны: 803 940 квадрат километр
Халҡы: 183 209 612 кеше
Баш ҡалаһы: Исламабад
Иң эре ҡалалар: Карачи, Фейсалабад, Лахор
Пакистан Ислам Республикаһында төп милләт вәкилдәре — пенджабтар, пуштундар, синдхтар.
Дәүләт теле урду һаналһа ла, башлыса инглиз телендә аралашалар. Урындағы халыҡтың 97 проценты — мосолман. Әйткәндәй, Пакистан был йәһәттән Индонезиянан ғына ҡалыша.
Пакистан — индустриаль-аграр ил. Эске тулайым продукттың 25,8 проценты — сәнәғәткә, 20,9 проценты ауыл хужалығына тура килә. Был яҡтарҙа туҡыу, аш-һыу, химия, цемент етештереү, ҡорос иретеү, газ һәм нефть эшкәртеү тармағы әүҙем үҫешкән. Айырыуса туҡыу сәнәғәте айырым иғтибарға лайыҡ. Ғөмүмән, был тармаҡҡа Пакистанда элек-электән иғтибар көслө. Шуға күрһәткестәр ҙә юғары — туҡыу һәм тегеү сәнәғәте экспорттың өстән ике өлөшөн биләй.
Файҙалы ҡаҙылмаларға килгәндә, нефть, газ, ташкүмер, ҡара һәм төҫлө тимер мәғдәне — Пакистандың бөгөнгөһө һәм киләсәге. Тәбиғи газ был яҡтарҙа 1952 йылда ғына табыла, әммә һуңынан уның Синд һәм Пенджаб ҡалаларында булыуы ла асыҡлана. Һуңғы йылдарҙа төбәктә ете урында нефть ятҡылығы барлығы асыҡланыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Белгестәр был яҡтарҙағы нефть запасын 300 миллион баррель менән баһалай. Башҡа файҙалы ҡаҙылмаларға килгәндә, күмер, мәғдән, тоҙ, эзбизташ, көкөрт, уран, фосфорит, барит, ҡиммәтле таштар ҙа сығаралар.
Бай төбәк, һүҙ ҙә юҡ, әммә йәшәү кимәле бик түбән. Урындағы халыҡтың 30 проценты фәҡирлектә көн күрә. Эшһеҙлек кимәле — 5,6 процент. Күптәр Америка, Бөйөк Британия тарафтарына барып аҡса эшләй. Пакистанды белемле ил тип тә әйтеп булмай. Бында мәғариф тармағы ныҡ аҡһай. Мәктәп йәшендәге балаларҙың 63 проценты ғына башланғыс белемгә эйә. Әлбиттә, был мәктәптәр, уҡыу йорттары юҡ тигәнде аңлатмай. Башҡа төбәктәрҙәге ише һайлап, күңелеңә ятҡанында белем алырға ла мөмкин. Теләк кенә булһын.
Медицина тармағында ла ошо уҡ хәл күҙәтелә. Түләүле, түләүһеҙ медицина учреждениелары эшләһә лә, халыҡтың күпселегенең тәүгеһенә барыу мөмкинлеге юҡ. Ә ябай медицина учреждениеларында иһә табиптар етешмәй, заманса ҡоролмалар, дарыуҙар, дауалау алымдары хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
МОНГОЛИЯМайҙаны: 1 564 115,75 квадрат километр
Халҡы: 3 000 000 кеше
Баш ҡалаһы: Улан-Батор
Иң эре ҡалалар: Эрдэнэт, Дархан, Улан-Батор
Эске тулайым продукт: 15,275 миллиард доллар
Монгол Халыҡ Республикаһы — Үҙәк Азиялағы төбәк.
Баш ҡалаһы — Улан-Батор. Төньяҡлап Рәсәй менән сиктәш.
Административ йәһәттән республика баш ҡалаға һәм
21 аймаҡҡа бүленә.
Монголия – төрлө ресурстарға бай республика, шуға күрә иҡтисади күрһәткестәре лә яҡшы. Әйтәйек, 2008 йылда халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге буйынса эске тулайым продукт паритеты 9,48 миллиард доллар тәшкил иткән. Ә 2011 йылда эске тулайым продукт 17,3 процентҡа еткән. Тышҡы тауар әйләнеше 4 миллиард доллар, шул уҡ ваҡытта экспорт — 1,9 миллиард доллар, импорт — 2,1 миллиард доллар.
Монголияның иҡтисади нигеҙен башлыса ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу һәм малсылыҡ тармағы билдәләй. Шуға ла урындағы халыҡтың күпселек өлөшө ауыл хужалығында, малсылыҡ тармағында, тау-ҡаҙылма сәнәғәтендә мәшғүл. Эшһеҙлек кимәле — 6,7 процент.
Илдең сәнәғәт етештереүсәнлегенә килгәндә, төп урында баҡыр, күмер, молибден, аҡ ҡурғаш, вольфрам һәм алтын тора. Монголияла һоро күмерҙең генә дүрт ятҡылығы бар (Налайха, Шарынгол, Дархан, Баганур). Илдең көньяғында тағы бер ятҡылыҡ барлығы билдәле. Бында һоро күмерҙең геологик запасы миллиард тонна менән иҫәпләнә.
Экспорттың төп тауарҙары: баҡыр, молибден концентраты, флюорит, йөн, күн.
Импорттың төп тауарҙары: нефть продукттары, сәнәғәт ҡоролмалары, электр техникаһы, көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙар.
Монголияның төп сауҙа партнерҙары — Ҡытай менән Рәсәй. Төбәктең иҡтисади үҫеше башлыса ошо илдәргә бәйләнгән дә инде. Мәҫәлән, 2006 йылда экспорттың 68, 4 проценты Ҡытайға тура килгән, шул уҡ ваҡытта импорт 29,8 процент дәүмәлендә туҡтап ҡалған. Рәсәй менән дә был төбәкте тығыҙ хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй.
Монголия, мәҫәлән, нефть продукттарының яҡынса 95 процентын Рәсәйҙән һатып ала, электрҙың да күп кенә өлөшө беҙҙең илгә тура килә. Ғөмүмән, Монголия “күп векторлы” сәйәсәт яҡлы, “комплекслы өсөнсө күрше” стратегик партнерлыҡ принцибын һайлауы ла ошонан килә. Төбәк Америка, Япония, Корея Республикаһы менән дә бәйләнеш булдырған.
Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһының “күҙәтеүсе” дәүләттәре исемлегенә иһә Монголия 2004 йылда ҡабул ителә.
АФҒАНСТАНАфғанстан Ислам Республикаһы — күп милләтле дәүләт. Бында пуштуны ла, үзбәге лә, төркмәне лә йәшәй. Иң ҡыҙығы шул: уларҙың һәр ҡайһыһы үҙен афған тип йөрөтөргә хоҡуҡлы. Иң ҙур этник төркөмгә пуштундар ҡарай, улар урындағы халыҡтың яҡынса 44 процентын тәшкил итә.
Майҙаны: 652 864 квадрат километр
Халҡы: 31 108 077 кеше
Баш ҡалаһы: Ҡабул
Иң эре ҡалалар: Герат, Мазари-Шариф, Ҡабул, Кандагар
Афғанстан — донъялағы иң фәҡир илдәрҙең береһе. Ул күп йәһәттән ситтән ярҙамға мохтаж. 2009 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йән башына эске тулайым продукт өлөшө 800 доллар тура килә. Халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге паритеты буйынса иһә Афғанстан донъяла 219-сы урында ғына килә.
Халыҡ башлыса ауыл хужалығында тир түгә. Сәнәғәттә, хеҙмәтләндереү тармағында эшләгәндәр ҙә бар, тик ундайҙар бик аҙ. Илдә эшһеҙлек кимәле — 35 процент. Бындай хәлде тәү сиратта тиҫтәләрсә йылдарға һуҙылған һуғыштар, болалар, төрлө сыуалыштар һәм, әлбиттә, сәйәси тотороҡһоҙлоҡ менән аңлатырға кәрәк. Миҫал өсөн мәғариф тармағын ғына алып ҡарайыҡ. Бөгөн илдә мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың 42 проценты бөтөнләй уҡый-яҙа белмәй. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа ниндәйҙер алға китеш бар. Хөкүмәттең ҡарарына ярашлы, тиҫтәләрсә мәктәп төҙөлгән, балалар уҡырға ҡабул ителгән, ҡатын-ҡыҙҙарға уҡытыусы булып эшләргә рөхсәт ителгән. Әммә былар ғына аҙ.
Был яҡтар файҙалы ҡаҙылмаларға ла бай. Тик, ятҡылыҡтарҙың таулы райондарҙа урынлашыуы сәбәпле, уларҙы сығарыу, эшкәртеү ҙур сығым талап итә.
Экспорттың төп тауарҙары: емеш-еләк, сәтләүек, келәм, йөн, ҡиммәтле таштар.
Импорттың төп тауарҙары: сәнәғәт тауарҙары, аҙыҡ-түлек, туҡыма, нефть һәм нефть продукттары.
Афғанстан башлыса Пакистан, Америка, Германия, Индия, Таджикистан, Нидерландтар менән хеҙмәттәшлек итә.