Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙе иң мөһим ҡиммәт берләштерә — илебеҙгә бәхет теләйбеҙ һәм уны яратабыҙ! Көсөбөҙ — халыҡ ышанысында
4 декабрь — Дәүләт Думаһына һайлау көнө. Киләһе йылдың яҙында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлаясаҡбыҙ. Былар — Рәсәйҙә сәйәси тотороҡлолоҡ өсөн шарттар булдырыуҙың мөһим этаптары, уларһыҙ иҡтисадты үҫтерә һәм граждандарыбыҙҙың мул тормошон тәьмин итә алмаясаҡбыҙ.
“Берҙәм Рәсәй” дәүләт кимәлендә сәйәси лидер булыуын дәлилләне, ул үҙ артынан эйәртеп кенә ҡалмай, ваҡ төркөмдәр мәнфәғәттәренән өҫтөн тора. Фекерҙәштәрен генә түгел, ҡаршы яҡты ла ишетергә һәләтле. Бер минутлыҡ файҙа өсөн түгел, ә стратегик маҡсаттарға өлгәшеү, барлыҡ төбәктәр, барлыҡ социаль төркөмдәр, илебеҙҙең барлыҡ граждандары мәнфәғәтендә эшләү, тулы мәғәнәһендә халыҡ һәм Бөтә Рәсәй партияһы булыу уның төп асылын билдәләй.
Беҙ илебеҙ үҫешендәге мөһим мәсьәләләрҙе халыҡ менән берләшеп хәл итеү өсөн Дәүләт Думаһына һайлауға Рәсәй йәмәғәтселегенең барлыҡ ҡатлам вәкилдәре менән бергә барабыҙ.
Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә киң йәмәғәтселек коалицияһына әүерелде, партия сафында тормаған кешеләргә, башҡа партиялар вәкилдәренә, битараф булмаған бик күп кешеләргә дәүләт ҡарарҙарын әҙерләүгә һәм ҡабул итеүгә йоғонто яһау мөмкинлеге бирҙе.
Беҙ программаны халыҡ башланғыстарына, һайлаусылар тәҡдимдәренә нигеҙләнеп төҙөнөк. Киләһе биш йылда халыҡтың әлеге талаптарына таянып эшләйәсәкбеҙ, йәмғиәтебеҙ ҡуйған бурыстарҙы, кешеләрҙе борсоған проблемаларҙы хәл итәсәкбеҙ. Һәр бер кешенең йәмғиәт өсөн кәрәклеген тойоуына, үҙенең маҡсаттарын, уй-теләктәрен ғәмәлгә ашырыуына, киләсәккә ышаныс менән атлауына өлгәшәсәкбеҙ. Сөнки тап кеше һәр ваҡыт беҙҙең иғтибар үҙәгендә булды һәм булып ҡаласаҡ! Беҙҙең стратегия нигеҙҙәре
Беренсе. Граждандарҙың һәм бөтә кимәлдәге бюджеттарҙың ҙур күләмдәге килемдәрен тәьмин итеү маҡсатында иҡтисадты, мәғариф системаһын яңыртыу, сәнәғәтте техник йыһазландырыу, инвестиция мөхитен яҡшыртыу, инвестициялар өсөн инфраструктура булдырыу, етештереү күләмен һәм хеҙмәт хәүефһеҙлеген арттырыу.
Икенсе. Социаль йөкләмәләрҙе үтәү, хеҙмәт хаҡын, пенсияларҙы, пособиеларҙы арттырыу, фәҡирлеккә ҡаршы көрәш, һаулыҡ һаҡлау тармағын яңыртыу.
Өсөнсө. Коррупцияны бөтөрөү, чиновниктарҙың килемдәре, дәүләт һатып алыуҙары, министрлыҡтар һәм ведомстволар ҡарарҙары тураһындағы мәғлүмәттәрҙең асыҡ булыуы, кешеләрҙең милек хоҡуҡтарына, уларҙың гражданлыҡ азатлыҡтарына туранан-тура ҡағылған власть башланғыстарына йәмәғәт экспертизаһын үткәреү.
Дүртенсе. Бойондороҡһоҙлоҡ, асыҡлыҡ һәм ғәҙеллек принциптарына таянып, суд системаһын нығытыу, иҡтисади статьялар буйынса енәйәт ҡанундарын гуманлаштырыу һәм көс ҡулланып ҡылынған енәйәттәр өсөн, тәү сиратта балаларға ҡарата ҡылынған енәйәттәр, шулай уҡ террорсылыҡ ғәмәлдәре өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү.
Бишенсе. Милләт-ара һәм конфессия-ара тыныслыҡты һаҡлау, законһыҙ миграцияға, этник нигеҙҙә ҡылынған енәйәттәргә, ксенофобия һәм сепаратизм күренештәренә ҡаршы көрәш, Рәсәйҙәге барлыҡ халыҡтарҙың, бөтә конфессияларҙың ирекле үҫешенә булышлыҡ итеү.
Алтынсы. Сәйәси системаны барлыҡ кешеләр, шул иҫәптән аҙ һанлы социаль төркөмдәр ҙә дәүләт һәм йәмғиәт идараһына йәлеп ителерлек, илебеҙҙә хоҡуҡһыҙ һәм яҡланмаған кешеләр булмауына ышанырлыҡ дәрәжәлә үҫтереү. Һәр кем азатлыҡтарҙан һәм ғәҙеллектән файҙалана алырға тейеш.
“Берҙәм Рәсәй” ярҙамы менән халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән бик күп башланғыстар ғәмәлгә ашырыла ла инде. Беҙҙең партия артабан да сәйәси конкуренцияны һәм партия эсендәге демократияны үҫтереү өсөн шарттарҙы яҡшыртырға ниәтләй. Беҙҙең позиция — граждандар йәмғиәтенең бюрократияға һөҙөмтәле контроллек итеүе, власты яңыртыу өсөн инициативалы һәм намыҫлы кешеләрҙе тәҡдим итеү.
Етенсе. Эске һәм тышҡы хәүефһеҙлек, һөҙөмтәле эшләүсе полиция, ҡеүәтле Ҡораллы Көстәр, армия сафында, флотта, хоҡуҡ һаҡлау структураларында хеҙмәт итеүҙең абруйын күтәреү.
Һигеҙенсе. Кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреүгә, уларҙың именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән үҙаллы аҡыллы тышҡы сәйәсәт беҙҙең интеграциялы проекттар, үҫеш, граждандар һәм бизнес өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙырырға тейеш. Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстан таможня союзы эшләй. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Берҙәм иҡтисади киңлек ысынбарлыҡҡа әүереләсәк. Был — үҫештең тағы ла юғарыраҡ кимәле. Артабан Евразия союзын булдырыуға ынтыласаҡбыҙ.
Тәҡдим ителгән стратегия эшебеҙҙең аныҡ йүнәлештәрен билдәләй.
“Берҙәм Рәсәй” — Президент яҡлы партия. Һайлауҙа беҙҙең исемлекте яҡшы йола буйынса илебеҙ Президенты етәкләй. Беҙ Башҡортостан граждандарына Дәүләт Думаһына һайлауҙа “Берҙәм Рәсәй”гә теләктәшлек белдереүҙәрен һәм Дмитрий Анатольевич Медведев етәкселегендәге кандидаттар өсөн тауыш биреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итәбеҙ.
Нәҡ еңеүсе партия яңы Хөкүмәтте ойошторасаҡ. Дмитрий Анатольевич Медведев, дөйөм халыҡ ышанысына таянып, яңы, һөҙөмтәле эшләүсе, йәш һәм көслө идара командаһын туплай алыр һәм тормошобоҙҙо яңыртыу буйынса эште дауам итеү өсөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә етәкселек итер, тип ышанабыҙ.
Беҙ илебеҙ Президентын һайлау буйынса позициябыҙҙы билдәләнек. Илебеҙ үҫеше, властың һөҙөмтәлелеге, эшебеҙ стратегияһын ғәмәлгә ашырыу өсөн был мөһим мәсьәлә тип иҫәпләйбеҙ.
“Берҙәм Рәсәй” Рәсәй Президенты вазифаһына беҙҙең Лидерҙы, партия Рәйесе Владимир Владимирович Путинды тәҡдим итә. Был ҡарарҙы “Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында”ғы Федераль законға ярашлы раҫлаясаҡбыҙ.
Беҙҙең партияны һәм беҙҙең Лидерҙы хупларһығыҙ тип ышанабыҙ. Рәсәйҙең алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙа “Берҙәм Рәсәй”ҙең республика исемлегенең башында тороусы Башҡортостан Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа теләктәшлек белдерерһегеҙ тигән өмөттәбеҙ. Беҙ еңәсәгебеҙгә ышанабыҙ.
Илебеҙҙең киләсәге тураһында бер төрлө ҡараштабыҙ, пландарыбыҙ уртаҡ. Илебеҙ алдында торған күп кенә һорауҙарға яуаптарыбыҙ уртаҡ. Алдыбыҙға ҡуйған маҡсаттар — күпселек граждандарыбыҙҙың маҡсаттары!
Беҙҙе иң мөһим ҡиммәт берләштерә — беҙ илебеҙгә бәхет теләйбеҙ һәм уны яратабыҙ. Рәсәй ирекле, тәртипле һәм яуаплы кешеләрҙеке булырға тейеш. Шулай булырына ышанабыҙ. Киләсәк — беҙҙең ҡулда! Бергә еңәсәкбеҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 437

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 392

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 485

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 530

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 430

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 535

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 391

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 410

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 466

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 389

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 257

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 379