Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Көрәш ҡорбанһыҙ булмай...
Оҙаҡламай һайлауҙар. Илдә һайлау алды көрәше ҡыҙа, сәйәси тормош ҡайнап тора. Көрәш тигәндән, был һүҙҙең тура мәғәнәһе күренә башланы. Уҙған аҙнала Өфөлә бер партияның агитаторҙарын туҡмап китеү осрағы асыҡланды.
Баш ҡала юғары уҡыу йорттарының береһендә уҡып йөрөгән дүрт егет тарый был күңелһеҙ хәлгә. Кискә табан йорттарҙа агитация ҡағыҙҙары йәбештереп ҡайтып килгәндә ҡаршыларына ҡалын ғына кәүҙәле алты егет килеп сыға һәм, бер нәмә аңлатып та тормайынса, уларҙы туҡмай башлайҙар. Туҡмаҡ эләккән егеттәрҙең береһе Альберт Каеров әйтеүенсә, уларҙа күгәргән һәм һыҙырылған урындар ҡалған. Агитаторҙарға ҡул күтәреүселәр бер нәмә әйтмәһә лә, бының сәбәбе һайлау алды эшмәкәрлегенә бәйле икәне аңлашыла.
Агитация төркөмө координаторы Алик Яҡупов әйтеүенсә, улар йәбештергән ҡағыҙҙарҙы шунда уҡ арттарынан йолҡоп подъездарға ташлап йөрөүселәр ҙә бар. Әлбиттә, был хәл менән йорт хужалары ҡәнәғәт түгел, уларҙың сүп-сарға йәне көйә.
Ошо көндәрҙә үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев тә был мәсьәләгә үҙ ҡарашын белдерҙе.
— Был хәл тураһында ишеттем. Әйтер һүҙем шул: агитацияны цивилизациялы, тәртипле юл менән алып барырға һәм бер-береңде хөрмәт итергә кәрәк. Һайлаусылар ҙа тауыш биргән саҡта быларҙы иҫәпкә аласаҡ бит, — тине ул.
Егеттәр был хәл буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итмәгән.
Ә. ИЛДУСОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Александр Кононенко рәсми рәүештә Белорет башлығы итеп тәғәйенләнде

Александр Кононенко рәсми рәүештә Белорет башлығы итеп тәғәйенләнде 20.11.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың июненән ул Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарҙы....

Тотош уҡырға 2

Хәйбулла районында Өфө мэры Рөстәм Шәриповтың ниндәй етәксе булыуы хаҡында һөйләнеләр

Хәйбулла районында Өфө мэры Рөстәм Шәриповтың ниндәй етәксе булыуы хаҡында һөйләнеләр 19.11.2026 // Сәйәсәт

Хәйбулла районында Өфө мэры Рөстәм Шәриповтың ниндәй етәксе булыуы хаҡында һөйләнеләр...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров Башҡортостандың транспорт өлкәһен үҫтереү өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне

Радий Хәбиров Башҡортостандың транспорт өлкәһен үҫтереү өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне 19.11.2026 // Сәйәсәт

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә барған егерменсе Транспорт форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ......

Тотош уҡырға 1

«Башҡортостан геройҙары» программаһы финалсыһы Өфө хакимиәте идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде
Радий Хәбиров участковыйҙарҙы байрам менән ҡотланы һәм уларҙың әһәмиәтен билдәләне

Радий Хәбиров участковыйҙарҙы байрам менән ҡотланы һәм уларҙың әһәмиәтен билдәләне 17.11.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Рәсәйҙә полицияның участка уполномоченныйҙары көнө билдәләнә....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Өфөнөң яңы мэры алдына бурыстар ҡуйҙы

Радий Хәбиров Өфөнөң яңы мэры алдына бурыстар ҡуйҙы 17.11.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Өфөнөң яңы мэры алдына бурыстар ҡуйҙы...

Тотош уҡырға 3

Рөстәм Шәрипов Өфө мэры итеп тәғәйенләнде

Рөстәм Шәрипов Өфө мэры итеп тәғәйенләнде 17.11.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 17 ноябрҙә, Өфө ҡала советының сираттан тыш ултырышында депутаттар контракт буйынса ҡала ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Тура бәйләнештән һуң төп бурысты атаны

Радий Хәбиров Тура бәйләнештән һуң төп бурысты атаны 16.11.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Тура бәйләнештән һуң төп бурысты атаны...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Президент гранттары фондына тапшырылған проекттар һаны буйынса беренсе урынды биләй

Башҡортостан Президент гранттары фондына тапшырылған проекттар һаны буйынса беренсе урынды биләй 13.11.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президент гранттары фондының 2027 йылдағы беренсе конкурсына тапшырылған ......

Тотош уҡырға 5

Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә 7,4 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән

Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә 7,4 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән 13.11.2026 // Сәйәсәт

Иң күп мөрәжәғәттәр Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Өфө һәм Иглин райондарынан, шулай уҡ Нефтекаманан....

Тотош уҡырға 5

Тура бәйләнеш Радий Хәбировҡа ышаныстың юғары булыуын күрһәтте

Тура бәйләнеш Радий Хәбировҡа ышаныстың юғары булыуын күрһәтте 12.11.2026 // Сәйәсәт

Тура бәйләнеш Радий Хәбировҡа ышаныстың юғары булыуын күрһәтте...

Тотош уҡырға 5

Шайморатов исемендәге батальон командиры Донецк Халыҡ Республикаһының юғары наградаһы менән бүләкләнгән

Шайморатов исемендәге батальон командиры Донецк Халыҡ Республикаһының юғары наградаһы менән бүләкләнгән 12.11.2026 // Сәйәсәт

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон командирына Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы исеме ......

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә