Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төпкөл райондың төп мәсьәләләре
Төпкөл райондың төп мәсьәләләре10 февралдә Башҡортостан Президенты эш сәфәре менән Балаҡатай районында булды.
Ямаш ауылында Рөстәм Хәмитов “Урал” ауыл хужалығы кооперативы эшмәкәрлеге менән танышты. Кооператив етди ҡыйынлыҡтар кисерә: элегерәк барлыҡҡа килгән бурыс арҡаһында бөлгөнлөк процедураһы үткәрелә. 2009 йылда ойошторолған кооператив эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — малсылыҡ һәм үҫемлекселек продукцияһы етештереү. Хужалыҡтың 5 мең гектар самаһы ере, 380 баш һыйыр (шул иҫәптән 300 һауын һыйыры), 49 йылҡы малы бар.
Ҡарлыхан ауылында Рөстәм Хәмитов “Карллес” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ағас эшкәртеүҙе ҡарап сыҡты. Йәмғиәт 2007 йылдың октябренән эшләй, нигеҙҙә ағас әҙерләү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнә. Бында таҡта, бурса һәм башҡа төҙөлөш материалдары етештерелә.
Башҡортостан Президенты шулай уҡ урындағы шәхси эшҡыуар Виктор Дреминдың ағас күмере етештереү предприятиеһында булды. Бындай эшмәкәрлеген ул 2010 йылдың майында башлаған, эшҡыуарлыҡ менән 1996 йылдан шөғөлләнә. Бөгөн шәхси эшҡыуар Дремин — “Рамон” концерны ағзаһы. Концерн айына 1 мең тонна күмер етештерә һәм “РусАл” йәмғиәте заводтарына ташый.
Түбәнге Исҡуш ауылында Рөстәм Хәмитов Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативының етештереү эшмәкәрлеге менән танышты. Былтырғы йомғаҡтар буйынса кооператив 27,4 миллион һумлыҡ табыш алған. Фермала бөтәһе 1400 баш мал аҫрала. Кооператив “500 ферма” республика программаһында ҡатнашыуға дәғүә итә. Әле ошо программаға ярашлы биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы милеккә күсереү буйынса документтар пакеты әҙерләнә.
Яңы Балаҡатайҙа Башҡортостан Президенты 1990 йылда төҙөлгән үҙәк ҡаҙанлыҡты ҡарап сыҡты. Бында бөтәһе өс ҡаҙанлыҡ бар, йылылыҡ селтәрҙәренең оҙонлоғо — 8 километрҙан ашыу. Әле ҡорамалдар иҫкергәнгә күрә ҡаҙанлыҡҡа реконструкция үткәрергә, атап әйткәндә, дөйөм ҡеүәте сәғәтенә 12,68 Гкал тәшкил иткән дүрт ҡаҙанды һәм насос төркөмөн алмаштырырға кәрәк. Шулай уҡ үҙәк район дауаханаһы ҡаҙанлығын да төҙөкләндереү талап ителә.
Артабан Башҡортостан Президенты район хакимиәтендә Балаҡатайҙың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Л. ДӘҮЛИЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Трамп Путинға Зеленский менән һөйләшеү һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итте

Трамп Путинға Зеленский менән һөйләшеү һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итте 19.08.2025 // Сәйәсәт

Владимир Путин Трамп менән 18 августа Вашингтонда Зеленский һәм Европа илдәре лидерҙары...

Тотош уҡырға 15

Әбйәлилдә – яңы башлыҡ
Көйөргәҙе районында яңы етәксе тәғәйенләнде

Көйөргәҙе районында яңы етәксе тәғәйенләнде 14.08.2025 // Сәйәсәт

Лира Тереғолова – етенсе ҡатын-ҡыҙ мунипалитет башлығы....

Тотош уҡырға 39

Башҡортостанда йәйге кафеларҙа алкоголь һатыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда йәйге кафеларҙа алкоголь һатыу тураһында закон ҡабул ителде 13.08.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары дөйөм туҡланыу объекттарының миҙгелле залдары...

Тотош уҡырға 43

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 11.08.2025 // Сәйәсәт

Дүшәмбе Радий Хәбиров үҙенең указы менән республика Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыу...

Тотош уҡырға 41

Башҡортостанда Баймаҡ мэры отставкаға китте

Башҡортостанда Баймаҡ мэры отставкаға китте 11.08.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанда Баймаҡ мэры отставкаға китте...

Тотош уҡырға 48

Владимир Путин Башҡортостан профессорына маҡтаулы исем бирҙе
Яҡын арала Владимир Путин Дональд Трамп менән осраша

Яҡын арала Владимир Путин Дональд Трамп менән осраша 07.08.2025 // Сәйәсәт

Ике ил лидерҙарының осрашырға әҙерләнеүе тураһында Рәсәй дәүләте башлығы ярҙамсыһы Юрий Ушаков...

Тотош уҡырға 46

Светлана Верещагина республиканың туризм министры итеп тәғәйенләнде

Светлана Верещагина республиканың туризм министры итеп тәғәйенләнде 06.08.2025 // Сәйәсәт

Светлана Верещагина республиканың туризм министры итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 50

Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың туризм министры вазифаһын ҡалдырҙы

Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың туризм министры вазифаһын ҡалдырҙы 04.08.2025 // Сәйәсәт

Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың туризм министры вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 56

Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың туризм министры вазифаһын ҡалдырҙы

Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың туризм министры вазифаһын ҡалдырҙы 04.08.2025 // Сәйәсәт

Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың туризм министры вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 48

Республика Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе

Республика Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе 04.08.2025 // Сәйәсәт

Республика Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе...

Тотош уҡырға 46