Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Азатлыҡ утрауы”ның азатлығы ҡалырмы?
Америкалағы дәүләттәрҙең 7-се саммиты үтеүе, Әрмәнстан менән Төркиәгә берҙәй иғтибар бүлергә ынтылыш, Рәсәйҙе “Оло ете” илдәре саммитында йәнә ҡат­наштыр­маҫҡа тырышыуҙары ­– донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендә.

АҠШ Кубаға яҡынаймаҡсы

Америка илдәренең Панамала ойошторолған 7-се саммитында АҠШ президенты Барак Обама менән Куба етәксеһе Рауль Кастроның осрашыуы тарихи ваҡиғаға әүерелде. Ни тиһәң дә, был ике ил етәкселәренең әлегеләй шарттарҙа аралаша ал­мағанына ярты быуаттан ашыу ваҡыт үткән. “Азатлыҡ утрауы” атамаһын алған Куба элегерәк СССР менән, аҙаҡ, бөйөк держава тарҡалғандан һуң, Рәсәй менән яҡын хеҙмәттәшлек итте. Шуға ла уның өсөн ут күршеһе АҠШ төп дошман иҫәпләнде. Ике дәүләт араһындағы мөнәсәбәт­тәрҙе яҡшыр­тыуға нигеҙ былтыр декабрь айында ғына һалынды: 17 декабрҙә Барак Обама ике арала дипломатик мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Уны бындай аҙымға Латин Америкаһы илдәре этәрҙе тип әйтергә мөмкин. Билдәле булыуынса, Америка илдәренең саммиты 1994 йылдан башлап уҙғарыла. Ошо осрашыуҙар барышында Латин Америкаһы илдәре етәкселәре ҡорға Кубаны ла йәлеп итеү кәрәклеген әленән-әле тылҡый килде. Тамсы тама-тама ташты ла тишә, тиҙәр: уларҙың был талаптарына, ниһайәт, Вашингтондағылар ҡолаҡ һалды.
Әлбиттә, Барак Обама менән Рауль Кастроның үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләргә ынтылышы иле­беҙ файҙаһына түгел. Куба был ҡитғала илебеҙҙең берҙән-бер ышаныслы союздашы ине. Һуңғы йыл­дарҙа Венесуэла, Боливия, Чили кеүек дәүләттәр менән дә уңышлы хеҙмәттәшлек итәбеҙ, БРИКС сос­тавында булған Бразилия ла яҡын дуҫҡа әүерелә бара, әммә уларҙың береһе лә социалистик ҡоролошто үҙ иткән Кубаны алыштыра алмай. Илебеҙҙең күптәнге дуҫтары Фидель Кастро, Рауль Кастро кеүек шәхестәр иҫән саҡта Куба тиҙ арала ғына АҠШ яғына ауышмаҫ, әлбиттә, әммә ундағы халыҡтың күпселеге электән инде эргәһендәге штаттарҙың мул тормошона ҡыҙыға. Куба етәкселегенә бынан ары ла АҠШ-ты төп дошман итеп күрһәтергә тырышыу ахмаҡлыҡҡа тиң буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта биш тиҫтә йылдан ашыу торған “тимер ҡоршау”ҙы тиҙ арала емереп ташлау ҙа мөмкин түгел. Иң башта АҠШ Кубаға ҡарата иғлан иткән санкцияларын бөтөрөргә, һис юғында шарттарын йомшартырға тейеш.
Бынан 33 йыл элек АҠШ Кубаны “террор­сыларҙы финанслаусы ил” тип атағайны. Иң башта ошо ҡарашты бөтөрөү талап ителә. Әле АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керри менән Кубаның сит ил эштәре министры Бруно Родригес дипломатик мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү өсөн нимә­ләр эшләргә кәрәклеген барлай. Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: Вашингтондағылар Рауль Кастро етәкселегендәге дәүләттең дуҫлығына өлгәшеү өсөн тағы бер ил – Венесуэла – менән дә араһын яҡынайтырға бурыслы. Ә быныһы инде – бик ҡатмарлы һәм сетерекле мәсьәлә. АҠШ-тың агрессияһын һәр саҡ ҡаты тәнҡит утына тотҡан Уго Чавес вафат булһа ла, уның эшен дауам иткән Николас Мадуро бар. Барак Обама быйыл мартта ғына Венесуэлаға ҡарата “АҠШ өсөн хәүеф сыға­нағы булған ил тураһында” тигән указ сығарғайны. Ошо документты, һис шикһеҙ, ғәмәлдән сығарыу талап ителә. Был хаҡта Эквадор президенты Рафаэль Корреа ла белдерҙе.
Ҡыҫҡаһы, АҠШ менән Куба араһындағы мөнә­сәбәттәрҙе яҡшыртыуға табан тәүге аҙым эшлән­де. Барак Обаманан һуң власҡа килгән кеше был йүнәлеште дауам итерме-юҡмы – уныһын ваҡыт күрһәтер.

Алтын урталыҡты һаҡлау мөһим

Икенсе донъя һуғышы барышында фашизмды еңеүҙең 70 йыллығын байрам итер алдынан илебеҙҙән Беренсе донъя һуғышына бәйле тарихи даталарға ла етди иғтибар бүлеү талап ителә. 24 апрелдә Ереван ҡалаһында Беренсе донъя һуғышы йылдарында Ғосман империяһы тарафынан әрмән халҡына ҡарата ҡылынған геноцидтың 100 йыллығын билдәләргә йыйыналар. Ошо уҡ көндө Төркиәлә Чанакҡала эргәһендәге алыштың 100 йыллығына арналған тантана була. Рәсәйҙең власть вәкилдәре ике сарала ла ҡатнашырға тейеш.
Әрмәнстан илебеҙҙең ышаныслы союздаштары иҫәбендә: яңыраҡ ҡына Евразия союзына ағза булып инде, киләсәктә Таможня союзына ҡушы­лырына ла өмөт бар. Төркиә иһә Рәсәйҙең Евра­зиялағы яҡын партнерҙарының береһенә әүерелә бара. Мәҫәлән, Болгария “Көньяҡ ағым” газ магистрален үҙ биләмәһе аша үткәреүгә ҡаршы сыҡҡан­дан һуң, төрөк дәүләте менән һөйләшеүҙәр алып барылып, мәсьәлә илебеҙ файҙаһына ыңғай хәл ителде. Ошо ваҡиғанан һуң Мәскәү менән Анкара араһындағы дуҫлыҡ ярайһы уҡ нығынды, һәм уны һис кенә лә өҙөргә ярамай.
Билдәле булыуынса, былтыр уҡ Әрмәнстан Төркиәнән Ғосман империяһы төрөктәренең әрмән халҡына ҡарата ҡылынған енәйәтен геноцидҡа тиңләүҙе таныуын һорағайны. Анкаралағы етәк­селек бынан баш тартты. Эйе, әрмәндәр менән төрөктәр араһындағы быуаттарға һуҙылған дош­манлыҡ тойғоһо һаман да һүрелеп бөтмәгән ­әле. Ошондай шарттарҙа Рәсәйҙән, алтын уртаҡлыҡты юғалтмайынса, Төркиәгә лә, Әрмәнстанға ла бер­ҙәй иғтибар бүлеү талап ителә. Шуға ла, күҙаллауҙар буйынса, Әрмәнстанға илебеҙ Президенты Владимир Путин, ә Төркиәгә Дәүләт Думаһы спикеры Сергей Нарышкин барасаҡ.
Ҡунаҡ ашы ­– ҡара-ҡаршы, тиҙәр: оҙаҡламай ошо ике ил етәкселәре Мәскәүгә, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған байрамға, килергә тейеш. Әлегә был тантанала мотлаҡ ҡатнашасағын Серж Саргсян ғына белдергән. Тайып Эрдоган иһә әлегә аныҡ фекергә килмәгән.

Саммитта быйыл да ҡатнаштырмаясаҡтар

Былтыр Украиналағы хәл-ваҡиғалар менән бәйле илебеҙҙе “Оло һигеҙ” саммитында ҡатнаш­тырмағайнылар. Улай ғына ла түгел, июндә Сочи ҡалаһында үтергә тейешле был саммит Көнбайыш Европа илдәре һәм АҠШ талабы буйынса Брюсселгә күсерелде һәм һуңғы 17 йылда тәүге тапҡыр Рәсәйһеҙ үтте. Шул сәбәпле “Оло һигеҙ” “Оло ете” булып ҡалды.
Быйыл ғинуарҙа Германия канцлеры Ангела Меркель Рәсәйҙе “Оло һигеҙ”гә ҡайтарыу мөм­кинлеген белдергәйне. Үткән аҙнала иһә ошо уҡ дәүләттең сит ил эштәре министры Франк-Вальтер Штайнмайер илебеҙҙе быйыл да саммитта ҡат­наштырмаясаҡтарын рәсми рәүештә хәбәр итте. Билдәле булыуынса, әле “Оло ете”гә АҠШ, Германия, Франция, Бөйөк Британия, Япония, Италия һәм Канада инә. Киләсәктә саммитҡа Ҡытай, Һиндостан кеүек ҙур дәүләттәрҙе лә йәлеп итеү күҙаллана. Әгәр улар ҡорҙа ҡатнашыр булып китһә, Рәсәйгә бер ни тиклем таяныс булыр ине, әлбиттә.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде 26.06.2025 // Сәйәсәт

Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды 25.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды...

Тотош уҡырға 20

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды 25.06.2025 // Сәйәсәт

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды...

Тотош уҡырға 20

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе 25.06.2025 // Сәйәсәт

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе...

Тотош уҡырға 24

Башҡортостанда опекундарға түләүҙәр 16,6% арта

Башҡортостанда опекундарға түләүҙәр 16,6% арта 24.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанда 2025 йылдың 1 июненән етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡарау өсөн...

Тотош уҡырға 22

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны 20.06.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны...

Тотош уҡырға 31

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны 19.06.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны...

Тотош уҡырға 31

Башҡортостан Башлығы террорҙан  һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы террорҙан һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты 11.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы террорҙан һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты...

Тотош уҡырға 31

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде 09.06.2025 // Сәйәсәт

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 41

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде 04.06.2025 // Сәйәсәт

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 68

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты 04.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты...

Тотош уҡырға 71

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне 04.06.2025 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 96