Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Хәүефһеҙлек сараһы хәүефләндерҙе
Үткән аҙнала Германия канцлеры Ангела Меркель һәм Франция президенты Франсуа Олландтың башта Киев ҡалаһында, унан Мәскәүҙә Владимир Путин менән осрашыуы, Германияла хәүефһеҙлек буйынса 51-се Мюнхен конференцияһы уҙыуы иғтибар үҙәгендә булды.

Һөйләшеүҙең ҡаты булғаны һиҙелә

Украиналағы һуғыш көндән-көн хәүефлерәк төҫ ала бара. Хәлде яйға һалыу йәһәтенән Көнбайыш Европа илдәре лидерҙары үҙҙәре инициатива күрһәтә башланы. 5 февралдә Германия канцлеры Ангела Меркель һәм Франция президенты Франсуа Олланд Киевҡа килеп, Петр Порошенко менән хәлде яйға һалыу йәһәтенән һөйләшеү уҙғарҙы. Иртәгәһенә иһә Европа лидерҙары Мәскәүҙә булды, Рәсәй етәксеһе Владимир Путин менән осрашты. Ил Президентының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков белдереүенсә, өс лидерҙың аралашыуы “конструктив һәм йөкмәткеле” булған. Ә ил етәкселәре үҙҙәре был хаҡта аныҡ ҡына бер ни ҙә әйтмәне. Тимәк, һөйләшеүҙең бик ҡаты барғанлығын тоҫмалларға мөмкин. Владимир Путиндың яңғыҙына Европа лидерҙарына ҡаршы тороу бик еңелдән булмағандыр. Шулай ҙа ул Украинаға ҡағылышлы мәсьәләлә илебеҙҙең позицияһын яҡлап ҡалыуға өлгәште. Ундағы һуғыш нисек башланғаны, Виктор Януковичты властан ситләтеү планының АҠШ тарафынан булдырылғаны тураһында хәҙер бар донъя хәбәрҙар. Америка президенты Барак Обама был хаҡта үҙе асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Йәғни Украинаның бөгөнгө хәлендә туранан-тура АҠШ ғәйепле. Ә улар һаман да Рәсәйҙе ғәйепләп маташа.
Ғөмүмән, был хәлдәрҙең нигеҙе бик тәрәндә ята. СССР тарҡалғандан һуң АҠШ элекке союздаш республикаларҙы әкренләп үҙ яғына ауҙарыу эшен башланы. Иң башта был ҡапҡанға Европа мәҙәниәтенә яҡыныраҡ торған Балтик буйы илдәре ҡапты. Һуңынан Грузия, Молдоваға һөжүм башланды. Украинаның көнбайыш өлкәләрен Польша яғына ылыҡтырыу мәсьәләһе лә АҠШ өсөн мөһим булды. Шул уҡ ваҡытта Европала НАТО сиктәрен киңәйтеү эше алып барылды. Ошондай шарттарҙа илебеҙ етәкселеге алдына милли хәүефһеҙлекте тәьмин итеү бурысы баҫты. Владимир Путин Ангела Меркель менән Франсуа Олландҡа ошо хәлде аңлатып бирҙе лә инде. Әлбиттә, улар быны яҡшы төшөнә. Шул уҡ ваҡытта “өлкән ағай”ҙары һүҙенән дә сыға алмайҙар. Дөрөҫ, Украинаны ҡоралландырыуға ҡырҡа ҡаршылығын әйттеләр.

“Норманд форматы” өмөттө аҡлармы?

Иртәгәһенә уҙған Мюнхен конференцияһында Германия канцлеры Ангела Меркель Украиналағы ғауғаны тыныс юл менән хәл итеү яҡлы икәнлеген, был илгә ҡорал индереүгә ҡырҡа ҡаршы булыуын белдерҙе. Юғиһә Америка был маҡсатҡа өс миллиард доллар аҡса йүнәлтеү кәрәклеге хаҡында һүҙ алып бара ине. Бының хата аҙым икәнлеген Франция президенты ла аңлай. Украинаны ҡоралландырыуҙың тағы ла ҙурыраҡ һуғышҡа алып киләсәген ул рәсми рәүештә таныны. Быға тиклемге сығыштарында Франсуа Олландтың “һуғыш” һүҙен ҡулланғаны юҡ ине әле.
Мюнхенда Рәсәй исеменән сит ил эштәре министры Сергей Лавров сығыш яһаны. Ул Украиналағы бөгөнгө хәлде тик дипломатик юл менән көйләп булыры хаҡында белдерҙе. Был йәһәттән “Норманд форматы”ндағы осрашыу көтөлә. Былтыр Нормандияла Рәсәй, Германия, Франция, Украина етәкселеге осрашып һөйләшкәйне. Путин, Меркель, Олланд һәм Порошенконың сираттағы күрешеүе иртәгәгә билдәләнгән. Ошо сарала ла уртаҡ фекергә килә алмаһалар, донъялағы хәлдең һуңғы сиккә етеүе ихтимал. Порошенконың, АҠШ-тың дәүләт секретары Джон Керриҙың һуғышты дауам итеү йәһәтенән вәғәҙәһен иҫләп, Донбасс һәм Луганскиҙағы ҡан ҡойошто туҡтатмау яғында икәнлеген белгертеүе бар. Дөрөҫ, әле Европа союзы илдәре был мәсьәләлә Американың тәҡдимен бигүк хупламай. ЕС-тың тышҡы сәйәсәт өсөн яуап биргән комиссары Федерико Могерини белдереүенсә, Украиналағы хәлде ҡорал ҡулланып ҡына яйға һалып булмаясаҡ. Ысынлап та, Киев Донбасс һәм Луганск өлкәләрен утҡа тотоуҙы кисекмәҫтән туҡтатырға тейеш. Бында башлыса тыныс халыҡ ҡырыла. Германия разведкаһы мәғлүмәттәре буйынса, һуғыш башланғандан алып Украинала 50 мең самаһы кеше һәләк булған. Киев был һанды биш мең самаһы тип кенә күрһәтә. Ҡорбандар көн дә өҫтәлеп тора. Үткән аҙнала илебеҙ Донбасс һәм Луганск өлкәләренә тағы ла гуманитар ярҙам оҙатты.

Саддам Хөсәйенде лә
иҫкә алдылар


Мюнхендағы хәүефһеҙлек конференцияһына килгәндә, һүҙ башлыса Украина тирәләй барҙы тип әйтергә мөмкин. Бынан алдағы йылдарҙа иһә Төньяҡ Корея менән Ирандың уран байытыуы, Израиль-Фәләстин мәсьәләләре күберәк тикшерелә ине. Дөрөҫ, 8 февралдә бер ни тиклем башҡа донъяуи хәлдәр ҙә ҡаралды. Берләшкән милләттәр ойошмаһының элекке етәксеһе Кофи Аннан хәүефһеҙлек конференцияһында сығыш яһап, “АҠШ-тың Ираҡҡа баҫып инеп, Саддам Хөсәйен режимын ҡолатыуы хата аҙым булды”, тип баһаланы. Кире осраҡта бөгөн унда “Ислам дәүләте” боевиктары ҡотормаҫ ине, тип билдәләне Кофи Аннан. АҠШ-тың хаталарын тәнҡитләүе һәйбәт, әлбиттә, тик һәр һүҙ үҙ ваҡытында әйтелергә тейеш бит. Элек үк Джордж Бушты Ираҡҡа баҫып инмәҫкә инандыра алһалар, әле бөтөнләй икенсе күренеш булыр ине. Сүриә боевиктарына ярҙам итеү булһынмы, Төньяҡ Африка илдәрендә революция эшләүгә булышлыҡ итһенме, Афғанстанға ғәскәр индереүме – һанай китһәң, АҠШ-тың тышҡы сәйәсәттәге хаталары ифрат күп.
Әйткәндәй, Мюнхендағы хәүефһеҙлек конференцияһында һуңғы йылдарҙа беренсе тапҡыр Афғанстан президенты Әшрәф Ғәни Әхмәдзай ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Уран байытыуҙа ғәйепләнгән Ирандың сит ил эштәре министры Джауад Зариф та һүҙ алды. Тик уларҙың сығыштарына әллә ни әһәмиәт бирелмәне. Украинала һуғыш барғанға күрә Афғанстан һәм Иран мәсьәләләре иғтибарҙан ситтәрәк ҡалып бара бит инде. Мюнхендағы хәүефһеҙлек конференцияһы мәлендә хатта КХДР-ҙың сираттағы мәртәбә ядро ҡоралын һынауына ҡарата ла бер ниндәй фекер ишетелмәне.



Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай 17.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына МХО биләмәһенә барыуҙы тыйҙы
Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды

Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин 2026 йылдың 20 сентябрендә Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды...

Тотош уҡырға 1

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы 15.06.2026 // Сәйәсәт

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды 11.06.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 4

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була 11.06.2026 // Сәйәсәт

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була...

Тотош уҡырға 3

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне 10.06.2026 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Бүләкләнеүселәр араһында – табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби ......

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды 03.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты 02.06.2026 // Сәйәсәт

«Минченко консалтинг» федераль коммуникация холдингының «Дәүләт советы 2.0» төбәк башлыҡтарының ......

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә