Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Европаны үҙгәрештәр көтә
Греция етәкселегенә “һул” радикалдарҙың килеүе, Европа советының Парламент ассамблеяһында беҙҙең делегацияның үҙ эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтатып тороуы, Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавровтың Ҡытайҙа коллегалары менән осрашыуы кеүек ваҡиғалар уҙған аҙнала иғтибар үҙәгендә булды.

Греция союзда ҡалырмы?

Был илдә ваҡытынан алда парламент һайлауҙары уҙҙы. Унда “һул” радикаль ҡарашлы “СИРИЗА” партияһы еңеү яуланы. Һөҙөмтәлә етәкселәре Алексис Ципрас премьер-министр итеп тәғәйенләнеп, яңы хөкүмәт төҙөнө.
Билдәле булыуынса, Греция – Европала 2008 йылғы көрсөктән иң ҙур зыян күргән илдәрҙең береһе. Уның иҡтисадын аяҡҡа баҫтырыу маҡсатында Европа союзынан, Халыҡ-ара валюта фондынан, Европа Үҙәк банкынан льготалы кредиттар бүленде. Аҡсаны алыр өсөн Грецияла ҡаты экономия шарттарын үтәргә тейеш булдылар – меңәрләгән кеше эштән ҡыҫҡартылды, социаль түләүҙәр кәметелде, һалымдар арттырылды. Бының менән килешмәгән халыҡ ризаһыҙлыҡ акцияларына сығып ҡараны, әммә бер ни ҡыла алманы. Илдең премьер-министры Антонис Самарас иһә ЕС етәкселеге менән бер төптән эш итте.
Парламент һайлауҙары алдынан Алексис Ципрас ошоно үҙ мәнфәғәтендә оҫта файҙаланды: халыҡҡа ҡаты шарттарҙы бөтөрөргә, алынған кредиттарҙы өлөшләтә ҡайтармауға өлгәшергә вәғәҙә бирҙе.
Европала “СИРИЗА”-ның власҡа килеүен бик һаҡ ҡабул иттеләр. Шул уҡ ваҡытта Грецияның яңы премьер-министры менән уртаҡ тел табырға тырышыуҙары ла һиҙелә, сөнки Алексис Ципрас Европа союзынан сығыу менән дә янап өлгөрҙө. Шуға ла был илгә яңы финанс ярҙамы күрһәтеү йә иһә булған кредиттарын иҫәптән сығарыу хаҡында һүҙ бара. Яңы премьер Европа илдәре буйлап тәүге эш сәфәренә сыҡты ла инде. Иртәгә, мәҫәлән, Брюсселдә Европа союзы етәкселеге менән осрашасаҡ. Ә улары Грецияны ситкә типмәҫ өсөн барыһын да эшләйәсәк. Юғиһә “һул” радикаль ҡарашлы Алексис Ципрастың Рәсәй яғына ауышыуы ла ихтимал.

Иҡтисади йәһәттән генә түгел...

Рәсәй делегацияһы йыл аҙағына тиклем Европа советының Парламент ассамблеяһы ултырыштарында ҡатнашыуҙан баш тартты. Бының төп сәбәбе – беҙҙекеләрҙең апрелгә тиклем тауыш биреүҙән мәхрүм ителеүе. ПАСЕ былтыр яҙ уҡ Украиналағы һуғышҡа бәйле Рәсәй делегацияһын (Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Федерация Советы ағза­ла­ры) тауыш биреүҙән мәхрүм итеү һәм ас­самбле­яның етәкселек органдарында (пре­зидент комитеты һәм бюроһы) эшләүҙән ситләтеү тураһында резолюция сығарғайны. Һөҙөмтәлә беҙҙең делегация Парламент ассамблеяһын ҡалдырырға мәжбүр булды. Быйыл ғинуарҙа иһә ПАСЕ-ға яңынан әйләнеп ҡайттылар. Был юлы Рәсәй делегацияһы составында Дәүләт Думаһы спикеры Сергей Нарышкин да бар ине. Уның белдереүенсә, беҙҙекеләрҙе тауыш биреүҙән мәхрүм итеү демократик принциптарға тап килмәй. Шуға ла, вәкәләттәр кире ҡайтарылмаһа, Рәсәй 2016 йыл башына ПАСЕ-нан ғына түгел, Европа советынан да сығыу буйынса эш алып барасаҡ.
Илебеҙ делегацияһының ҡайтып китеүен төрлөсә ҡабул иттеләр. Ҡайһы бер ил делегаттары быны хуплаһа, ҡаршы төшкәндәр ҙә, ПАСЕ-ны тулы мәғәнәле хоҡуҡ институты итеп ҡалдырыу өсөн унда рәсәйҙәрҙең мотлаҡ булырға тейешлеген белдергәндәр ҙә булды. Мәҫәлән, Австрия делегация етәксеһе Штефан Шеннох Рәсәй вәкилдәренең тауыш биреү хоҡуғын ҡайтарыу буйынса резолюция проектын эшләгән һәм уны Парламент ассамблеяһы депутаттарына тәҡдим итмәксе. Идеяны күпселек яҡлаған осраҡта беҙҙекеләр ПАСЕ-ла тауыш биреү хоҡуғын ҡабат ҡайтара аласаҡ. Тик Рәсәй депутаттары быйылғы ултырышта ҡатнашмаясағын белдереп тә өлгөрҙө.
Нисек кенә булмаһын, Европаның иң абруйлы хоҡуҡ институтынан ситләшеү илебеҙ файҙаһына түгел. ПАСЕ-ға альтернатива булырҙай башҡа орган союздаштарыбыҙҙа юҡ. Тимәк, ауыр булһа ла, ҡыҫымға түҙергә кәрәктер. Шул уҡ ваҡытта ПАСЕ-лағы илебеҙ делегацияһын да аңларға була: тауыш биреү хоҡуғың да булмағас, парламентта ни эшләп ултырмаҡ кәрәк? Ошолай ЕС беҙҙе иҡтисади яҡтан ғына түгел, әхлаҡи йәһәттән дә һындырырға маташа.

“Өс таған” таймаҫ

Кисә Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров Пекинда Ҡытайҙағы, Һиндос­тандағы коллегалары Ван И һәм Сушма Сварадж менән осрашты. Быға әллә ни әһәмиәт бирмәҫкә лә булыр ине, ләкин һуңғы арала ғына Барак Обаманың Һиндостанға эш сәфәре, АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керриҙың Мәскәүгә килеүҙән баш тартып, Киевҡа юлланыуы был ваҡиғаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа мәжбүр итә. Әлбиттә, ШОС, БРИКС саммиттары алдынан Рәсәй, Ҡытай һәм Һиндостандың уртаҡлашыр мәсьәләләре етерлек. Унан килеп, халыҡ-ара хәл дә үтә ҡатмарлы килеш ҡала. НАТО-ның Европала Көнсығышҡа табан уҡталыуы, Афғанстандан берләшкән ғәскәрҙәрҙе сығарыу, Яҡын Көнсығышта “Ислам дәүләте” террористик ойошмаһының көсәйә барыуы уяу торорға мәжбүр итә. Ә өс ил – Рәсәй, Ҡытай, Һиндостан – бергә икән, бер ни ҙә ҡурҡыныс түгел. АҠШ һәм НАТО илдәре өсөн “өс таған” үҙе үк хәүеф сығанағы булып тора.






Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә