Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Һиндостан кем яғында булыр?
Украиналағы хәлдәрҙең ҡат­марлаша барыуы, Америка Ҡушма Штаттары президенты Барак Обаманың Һин­достанға эш сәфәре, Сәғүд Ғәрәбстаны короле Абдалла Әбделәзиздең вафаты кеүек ваҡиғалар уҙған аҙнала иғтибар үҙәгендә булды.

Ополчение көстәре
һөжүмгә күсә


Украинала барған һуғыштың осо-ҡырыйы күренмәй. Һуңғы арала ул тағы ла көсөргәнешлерәк. Волновахта, Донбасста күмәк кешенең үлеменә кил­тергән ваҡиғалар өсөн Украинаның ҡо­раллы көстәре һәм ополчение вә­килдәре бер-береһен ғәйепләй. Был хәлдәр йәһәте­нән ОБСЕ күҙәтселәре лә аныҡ фекергә килә алманы, йәғни кемдең ғәйепле икәнлеген асыҡла­ма­ны. Ә бына Мариуполь ҡалаһында һауанан утҡа тотоу һөҙөмтәһендә 30 ке­шенең ғүмере ҡы­йылған. ОБСЕ күҙәт­селәре был ваҡиға­ны ополчение көс­тәренә япһарҙы. Ев­ропа союзы һәм АҠШ етәкселеге иһә үҙ сиратында Мариуполде утҡа тотоуҙа Рәсәйҙең ғәйеп­ле икәнлегенә баҫым яһаны.
Һуңғы көндәрҙә Украина ҡораллы көстәре ҙур юғалтыуҙар кисерә. Ләкин рәсми Киев быны танырға теләмәй. Украина армияһына дөйөм мобилизация иғлан ителгән, һәм яңынан-яңы көстәр өҫтәлеп тора. Сит илдән ялланып һуғышыусылар ҙа байтаҡ. Донбасс та бирешергә теләмәй. Һуңғы көндәрҙә ул һөжүмгә күсте һәм ҡораллы көстәр­ҙе ҡыҫырыҡлай башланы. Етәкселәре Алек­сандр Захарченко белдереүенсә, улар барлыҡ Донбасс өлкәһе ерҙәрен ҡайтарып алыуҙы маҡсат итеп ҡуйған һәм әлегә бер ниндәй килешеү хаҡында ла һүҙ булыуы мөмкин түгел. Киев иһә хурлыҡлы сигенеүен белгертмәү өсөн килешеүҙәр алып барылыуы тура­һын­да белдерә.
Ополчение көстәренең һөжүмгә күсе­үен ЕС менән АҠШ фәҡәт Рәсәй ярҙа­мы менән ойошторолдо тип иҫәпләй, һәм улар илебеҙҙе йәнә ҡыҫымға ал­маҡсы. Европа союзы Советы етәксеһе Дональд Туск 12 февралдә үтәсәк саммиттарын көтөп тормаҫтан, тиҙ арала ойош­маның сит ил эштәре министр­ҙары йыйылышын уҙғарыу кәрәклеген бел­дерҙе. Тәҡдимде ЕС-ҡа рәйеслек иткән Латвия етәкселеге лә хупланы. Улар ошо аҙнала уҡ Украина мәсьәләһе буйынса йыйылышып һөйләшергә тейеш.
25 ғинуар Украинала матәм көнө тип иғлан ителде. Президент Петр Порошенко Минск килешеүенең тергеҙе­ле­үенә өмөтләнә. Юғары Рада де­­путат­тары иһә илдә хәрби режим индерергә тәҡдим итә. Ошондай шарт­тарҙа Рәсәйгә ҡарата яңы санкциялар ҡалҡып сығыуы ихтимал. Мартта ҡайһы бер сикләүҙәрҙең бөтөрөлөүе ихтимал­лығы бар ине. Хәл-ваҡиғаның ҡуйырып китеүе иһә киреһенсә булырына ишаралай.
АҠШ теләктәшлек эҙләй

25 ғинуарҙа АҠШ президенты Барак Обама эш сәфәре менән Һиндостанға килде. Уны урындағы премьер-министр Нарендра Моди аэропорттан үҙе ҡаршы алды. 26 ғинуарҙа ҙур байрам – Республика көнө – бил­дәләнде. Обама унда ла ҡатнашты. Бында ул ил президенты Пранаб Мукерджи менән дә аралашырға форсат тапты.
АҠШ менән Һиндостан хәрби-техник өлкәлә хеҙмәттәшлек итә. Был хаҡтағы ике яҡлы килешеүгә 2005 йылда уҡ ҡул ҡуйылғайны. Барак Обама тәүге пре­зидентлыҡ мөҙҙәте осоронда ла, йәғни 2010 йылда Һиндостанда булып кит­кәйне.
Билдәле булыуынса, Һиндостан, БРИКС ойошмаһы ағзаһы булараҡ, Рәсәй менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Былтыр декабрь башында ғына илебеҙ президенты Владимир Путин, унда булып, нефть һатыу, атом энер­гетикаһы өлкә­ләрендә һәм башҡа тармаҡтарҙа хеҙ­мәт­тәшлек хаҡында килешеп ҡайт­ҡай­ны. АҠШ иһә Һиндос­танды үҙ яғына ауҙармаҡсы. Ни тиһәң дә, был ил халыҡ һаны буйынса Ҡытайҙан ғына ҡалыша. Һиндостандың донъяла ядро ҡоралына эйә туғыҙ илдең береһе икәнлеген дә оноторға ярамай. Ғөмү­мән, Азия – Тымыҡ океан төбәгендә был дәүләт иң ҡеүәт­леләрҙән һанала. АҠШ ошоно үҙ маҡсатында файҙа­ланырға ниәтләнә лә инде. Американың оборона министры Чак Хейгл бел­дереүенсә, улар менән Һиндос­тандың хеҙмәттәш­леге даирәһендә яңы эра башлана. Тел төбөнән аңлашы­лы­уын­са, ике ил ара­һында хәрби хеҙмәттәш­леккә, ҡорал һатыу хаҡында килешеүгә өлгәшелә.
Нисек кенә булмаһын, АҠШ-тың Һиндостанға яҡынлауы илебеҙ файҙа­һына түгел. Барак Обаманың Нью-Делиҙан тороп илебеҙгә ҡарата сан­кция­ларҙы ҡатыландырыу зарур­лығы хаҡында һүҙ йөрөтөүе лә айырым мәғәнәгә эйә. Йәнәһе лә, уның: “Беҙҙең сәйәсәтте һеҙҙең партнерҙарығыҙ ҙа ҡеүәтләй”, – тип әйтергә теләгәне ярылып ята. Ләкин был ғына Һиндостандың АҠШ яғына ауышыуын аңлатмай.

Ағаһының юлынан
тайпылмаҫ


Сәғүд Ғәрәбстаны короле Абдалла Әбделәзиз 91-се йәшендә мәрхүм булып ҡалды. Ошо айҡанлы был илдә 40 көн­лөк матәм иғлан ителде. Нефть төбәге башлығының йыназаһына бик күп ил етәкселәре йыйылды, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев та унда ҡатнашты. Ил башлығы Владимир Путин Сәғүд Ғәрәбстаны халҡының ҡайғыһын уртаҡ­лашып, королдең үлемен ҙур юғал­тыу тип баһаланы. Был илдә тәхет мәрхүмдең 79 йәшлек ҡустыһы Сәлмән Әбделәзиз ҡулына күсә.
Билдәле булыуынса, Сәғүд Ғәрәб­ста­ны донъяла нефть һатҡан төп илдәрҙең береһе булып тора. Мәрхүм Абдалла, “ҡара алтын”ға хаҡ төшһә лә, уны сығарыуҙы кәметмәү яғында булды. Шуға ла ҡайһы бер аналитиктар король үлгәндән һуң нефткә хаҡ күтәрелер тип көтә. Ләкин Сәлмән Әбделәзиз ағаһы юлынан тайпылмаҫ, моғайын. Ил сәйә­сәтендә әллә ни ҙур үҙгәрештәр булмаҫ. Шуныһын да билдә­ләп үтергә кәрәк: Сәғүд Ғәрәб­станының Мәккә һәм Мәҙинә ҡалалары Ислам донъя­һында миллион­лаған мо­сол­мандың хаж ҡылыу урыны булараҡ та билдәле.



Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай 17.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына МХО биләмәһенә барыуҙы тыйҙы
Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды

Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин 2026 йылдың 20 сентябрендә Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды...

Тотош уҡырға 1

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы 15.06.2026 // Сәйәсәт

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды 11.06.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 4

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була 11.06.2026 // Сәйәсәт

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була...

Тотош уҡырға 3

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне 10.06.2026 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Бүләкләнеүселәр араһында – табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби ......

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды 03.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты 02.06.2026 // Сәйәсәт

«Минченко консалтинг» федераль коммуникация холдингының «Дәүләт советы 2.0» төбәк башлыҡтарының ......

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә