Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ мөрәжәғәте һәр саҡ иғтибар үҙәгендә
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы алып барыла һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең даими контролендә тора.
Халыҡтан килгән яҙма мөрәжәғәттәрҙең барыһы ла республика Хөкүмәте Премьер-министры, уның урынбаҫарҙары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе тарафынан ҡарала һәм тейешле республика башҡарма власть органдары, ойошмалары етәкселәренә ғәмәлгә ашырыуға ебәрелә.
2011 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә граждандарҙан 9 068 яҙма мөрәжәғәт килгән, шуларҙың 266-һы — коллектив хат, 116-һы — яҙған кешенең фамилияһы һәм почта адресы күрһәтелмәйенсә һәм 494-е ҡайтанан ебәрелгән.
Әйтергә кәрәк: хаттарҙың 50 процентынан ашыуы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә юғары органдарҙан килә. Мәҫәлән, былтыр Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәтенән — 3 543, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Аппаратынан — 892, Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһынан — 18, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенән — 1 392, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙан 25 мөрәжәғәт килгән.
Граждандарҙың мөрәжәғәттәренең күбеһе торлаҡ мәсьәләләренә (3 825) ҡағыла, улар барлыҡ мөрәжәғәттәрҙең 42 процентын тәшкил итә. Авторҙарҙың күпселеге — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, күп балалы ғаиләләр, пенсионерҙар, ирекһеҙҙән күсеп килеүселәр, Себерҙә эшләүселәр, запасҡа сыҡҡан офицерҙар, авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡ хужалары. Байтаҡ мөрәжәғәттәрҙә йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, торлаҡ һатып алыуға субсидия, кредит бүлеү мәсьәләһе күтәрелә. Алданған “өлөшсө”ләрҙән дә мөрәжәғәттәр бар. Улар төҙөүселәрҙең яңы һалынған йорттарҙа торлаҡ биреү тураһындағы договор шарттарын үтәмәүгә зарлана (126 мөрәжәғәт). Үткән осорҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларының ҡыйыҡты төҙөкләндереү, йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү буйынса эшенең ҡәнәғәтләнерлек булмауы, ҡаланың санитария торошо, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү тураһында 653 (6%) мөрәжәғәт килгән.
Халыҡты социаль яҡлау мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. Граждандарҙың яҙма һәм телдән мөрәжәғәттәре ошо хаҡта һөйләй. Ундайҙар 11,5 процент тәшкил итә. Социаль тәьминәт буйынса 1 048 мөрәжәғәт килгән.
Бынан тыш, мәғариф мәсьәләләре: мәктәптәрҙе үҙгәртеп ҡороу һәм төҙөкләндереү, уҡытыусыларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса компенсациялар, балаларҙы мәктәпкәсә учреждениеларға урынлаштырыу буйынса — 664 (7,3 %), һаулыҡ һаҡлау һәм медицина хеҙмәттәре күрһәтеү проблемалары: медицина учреждениеларын тейешенсә финансламау, дарыуҙарҙың ҡиммәтлеге, бушлай һәм льготалы рецептар буйынса бирелгән препараттар күләменең һәм ассортиментының ҡырҡа кәмеүе, дарыуханаларҙа уларҙың булмауы тураһында — 352 (3,8 %), агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ҡағылышлы: крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына кредит биреү, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе милеккә тапшырыу хаҡында — 340 (3,7 %), хеҙмәт һәм эш хаҡы мәсьәләләре буйынса — 396 (4,3 %), сәнәғәт, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ хаҡында — 266 (3 %), мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, дөйөм ятаҡтарҙан бүлмә биреү, китап нәшер итеүҙә, мәҙәниәт йорттарын төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һорап 214 (2,3 %) мөрәжәғәт булған.
Граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәргә анализ күрһәтеүенсә, уларҙың ҙур өлөшө Өфө (35 %), Стәрлетамаҡ (20 %), Нефтекама (12 %), Салауат (12 %) ҡалаларынан, шулай уҡ Иглин (4 %), Учалы (3 %), Белорет (3 %) райондарынан килгән.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Интернет селтәрендәге htth:/www/pravitelstvorb.ru рәсми порталында халыҡты ҡабул итеү буйынса ҡануниәт тураһында мәғлүмәттәр, ҡабул итеү графиктары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте регламентынан һәм республика Хөкүмәте Аппаратында эштәр башҡарыу буйынса инструкциянан граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү тураһындағы өҙөмтәләр, ярты йыл эсендә һәм йыл дауамында килгән мөрәжәғәттәргә анализ, бәйләнеш өсөн реквизиттар, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрына электрон хат трафареты урынлаштырылған. Был корреспонденцияны ташыуҙы һәм эшкәртеүҙе тиҙләтеү мөмкинлеген бирә. Мәҫәлән, 2011 йылда электрон почта аша 911 мөрәжәғәт (10 %) килгән.
Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә мөрәжәғәттәр телефакс аша ла килә. Уның номеры: 250-46-78. 2011 йылда ошо рәүешле 14 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында граждандарҙы шәхси ҡабул итеүҙе, атап әйткәндә, республика Хөкүмәте етәкселеге тарафынан ҡабул ителеүгә алдан яҙылыуҙы граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү буйынса сектор тормошҡа ашыра. 2011 йылда уның белгестәре тарафынан 2 меңгә яҡын кеше ҡабул ителгән, барыһына ла тейешле аңлатма һәм консультация бирелгән, мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтелгән.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры һәм уның урынбаҫарҙары халыҡты ай һайын ҡабул итә. Ҡабул итеү графигы Башҡортостан Хөкүмәтенең Республика йорто бинаһында (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46) урынлашҡан ҡабул итеү бинаһында эленгән. Килеүселәргә уңайлы булһын өсөн айырым ишек бар. Көн һайын унда 20–25 кеше мөрәжәғәт итә.
2011 йылда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры һәм уның урынбаҫарҙары 338 кешене ҡабул иткән.
Халыҡтан яҙма һәм телдән килгән мөрәжәғәттәр менән эште артабан камиллаштырыу маҡсатында республика Хөкүмәте бойороғо менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры, уның урынбаҫарҙары, республика министрлыҡтары, дәүләт комитеттары һәм ведомстволары етәкселәренең күсмә ҡабул итеү графигы раҫланды. Муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында күсмә ҡабул итеү ваҡыты хаҡында киң мәғлүмәт сараларында алдан хәбәр ителә.
2011 йылда республика Хөкүмәте Премьер-министры, уның урынбаҫарҙары, министрлыҡтар, дәүләт комитеттары һәм ведомстволар етәкселәре тарафынан 204 күсмә ҡабул итеү ойошторолған. Уларҙа 1 712 кеше ҡабул ителгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Салауат ҡалаһында яңы мэр тәғәйенләнде

Салауат ҡалаһында яңы мэр тәғәйенләнде 30.04.2025 // Сәйәсәт

Салауат ҡалаһында яңы мэр тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 40

Башҡортостан Башлығы Андрей Назаровты «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләне

Башҡортостан Башлығы Андрей Назаровты «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләне 28.04.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Андрей Назаровты «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләне...

Тотош уҡырға 51

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән билдәләне

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән билдәләне 25.04.2025 // Сәйәсәт

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән билдәләне...

Тотош уҡырға 54

Башҡортостанда Милли мираҫтың дәүләт реестры тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда Милли мираҫтың дәүләт реестры тураһында закон ҡабул ителде 24.04.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанда Милли мираҫтың дәүләт реестры тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 57

Владимир Путин хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында законға үҙгәрештәр индерҙе

Владимир Путин хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында законға үҙгәрештәр индерҙе 22.04.2025 // Сәйәсәт

Владимир Путин хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында законға үҙгәрештәр индерҙе...

Тотош уҡырға 61

Башҡортостан Башлығы муниципалитеттарҙа кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе

Башҡортостан Башлығы муниципалитеттарҙа кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе 21.04.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы муниципалитеттарҙа кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе...

Тотош уҡырға 65

Радий Хәбиров Өфөнөң элекке мэры Павел Качкаевҡа юғары дәүләт наградаһын тапшырҙы

Радий Хәбиров Өфөнөң элекке мэры Павел Качкаевҡа юғары дәүләт наградаһын тапшырҙы 21.04.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Өфөнөң элекке мэры Павел Качкаевҡа юғары дәүләт наградаһын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 58

Башҡортостан Башлығы милли диаспора вәкилдәре менән осрашты

Башҡортостан Башлығы милли диаспора вәкилдәре менән осрашты 18.04.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы милли диаспора вәкилдәре менән осрашты...

Тотош уҡырға 62

Сибай ҡалаһы мэры тәғәйенләнде

Сибай ҡалаһы мэры тәғәйенләнде 17.04.2025 // Сәйәсәт

Сибай ҡалаһы мэры тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 61

Әбйәлил районы башлығы отставкаға китте

Әбйәлил районы башлығы отставкаға китте 16.04.2025 // Сәйәсәт

Әбйәлил районы башлығы отставкаға китте...

Тотош уҡырға 56

Бөрө районы башлығы отставкаға сыҡты

Бөрө районы башлығы отставкаға сыҡты 15.04.2025 // Сәйәсәт

Бөрө районы башлығы отставкаға сыҡты...

Тотош уҡырға 69

Радий Хәбиров республикала «Үлемһеҙ полк» акцияһын әҙерләргә ҡушты

Радий Хәбиров республикала «Үлемһеҙ полк» акцияһын әҙерләргә ҡушты 14.04.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров республикала «Үлемһеҙ полк» акцияһын әҙерләргә ҡушты...

Тотош уҡырға 55