Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Киев ҡаршы булыуға ҡарамаҫтан...
Үҙаллылыҡ иғлан иткән Донбасс һәм Луганск халыҡ республикаларында
һайлау үтте

2 ноябрҙә Донбасс һәм Луганск халыҡ республикаларында һайлау уҙҙы. Бында урындағы парламентҡа депутаттар һәм ил башлығын һайланылар. Билдәле булыуынса, Украиналағы февраль түңкәрелешенән һуң яңы власты үҙ итмәгән Донбасс һәм Луганск өлкәләре үҙаллылыҡ иғлан иткән ине. Яңы Киев власы бының менән килешмәйенсә, апрель айында өлкәләргә ҡаршы һуғыш асты. Был һуғыштың әле булһа туҡталғаны юҡ. Ошондай шарттарҙа ла бында һайлау уҙғарырға ҡарар иттеләр.

Көнбайыш Европа илдәре һәм АҠШ был сараны, 5 сентябрҙә булып үткән Минск килешеүенә ҡаршы килә тип, танымаясаҡтарын белдерҙе. Улай ғына ла түгел, әгәр ҙә Рәсәй был һайлауҙы үткән тип иҫәпләһә, илебеҙгә ҡарата яңы санкциялар менән янанылар. Ошондай ҡур­ҡы­тыуҙарға ҡарамаҫтан, һайлау тыныс һәм демократик шарттарҙа уҙҙы. Был хаҡта ха­лыҡ-ара күҙәтеүселәр ҙә белдерҙе. Әйткән­дәй, улар Италия, Австрия, Испания, Бельгия, Рәсәй Федерацияһы һәм Америка Ҡушма Штаттарынан ине. Сит ил күҙәтеүселәренең ҡатнашыуы үҙе үк һай­лауҙы таныуҙы аңлата тип әйтергә мөм­кин. Танымаҫ булғас, ни өсөн сит илдәр үҙ вәкилдәрен Донбасс һәм Луганск республикаларына ебәргән һуң, тигән урынлы һорау тыуа. Унан килеп күҙәтеүсе урындағы халыҡтың демократик үҫешкә ынтылышын билдәләп, һайлауҙың ғәҙел үтеүен, халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларынан тайпылмауын белдерҙе.
Шулай итеп, Донбасс халыҡ респуб­лика­һы етәксеһе итеп быға тиклем ДХР премьер-министры вазифа­һын биләгән Александр Захарченко һайланды. Ха­лыҡ­тың 80 проценттан ашыуы уның канди­датураһы өсөн тауыш биргән, ә ике дә­ғүә­сеһе 9-ар процент самаһы тауыш йыйған. Донбасс парламентына ике – “Донбасс республи­каһы” һәм “Азат Донбасс” партиялары дә­ғ­үә итә ине. Александр Захарченко етәк­ләгән “Донбасс республикаһы” пар­тияһы 65 процент самаһы тауыш йыйыуға өлгәшкән. Донбасс парламентында 100 депутат эшләйәсәк.
Донбасс республикаһында һайлауҙа 3 миллион самаһы кеше ҡатнашҡан. Был дөйөм исемлеккә индерелгәндәрҙең 80 проценттан ашыуы тигән һүҙ. Луганск рес­публикаһында хәл аҙ ғына ҡайтышыраҡ. Бында һайлау исемлегендә – барлығы 1 миллиондан ашыу кеше. Шуларҙың 68,7 проценты тауыш биреүҙә ҡатнашҡан. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: Донбасс һәм Луганск өлкәләренән Рәсәйгә мәжбүри күсенеүселәр (ҡасаҡтар) электрон тауыш биреү мөмкинлегенән фай­ҙа­ланған. Луганск республикаһында ла ғәмәлдәге лидер Игорь Плотницкий еңеп сыҡҡан. Һайлаусыларҙың 63 проценты уның кандидатураһы өсөн тауыш биргән. Бында “Мир Луганщине” партияһы иң күп ­– 69 процент – тауыш йыйған.
Украина президенты Петр Порошенко, Донбасс һәм Луганскиҙа һайлауҙар үтеүе был төбәктә тыныслыҡ урынлаштырыуға ҡаршы килә, тип белдерҙе. Рәсми Киев әлегә һайлау йомғаҡтарын танымай. Әммә иртәме, һуңмы, яңы һайланған власть менән барыбер иҫәпләшергә тура киләсәк. Донбасс республикаһында һайлауҙа АҠШ-тан күҙәтеүсе булып ҡатнашҡан Фрэнк Абернати ҙа, рәсми Вашингтондың ДХР һәм ЛХР-ҙың статусына ҡарата ҡарашын үҙгәртеүе ихтимал, тип белдерҙе. Ул шулай уҡ был төбәктәрҙә йәшәгән халыҡ­тың демократик үҫешкә ынтылыуын хуп­ланы. Франциянан Европа пар­ла­мен- тында депутат булған Жан-Люк Шефхаузен да, Донбасс республикаһында күҙәтеүсе булараҡ, һайлау хаҡында ыңғай фекер белдерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Европарламентта барыһы ла уның кеүек фекер йөрөтмәй шул. Күптәре Донбасс һәм Луганск республикаларын әүәлгесә Украина­ның бер өлөшө итеп кенә күргеһе килә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының рәсми вәкиле лә был һайлауҙарҙы законлы түгел тип бара. Шуныһын да әйтеп китеү кәрәктер: һайлауҙа күҙәтеүсе булып ҡатнашыу­сы­ларҙы рәсми Киев “ҡара исемлек”кә индерәсәген вәғәҙәләне. Бындай алым үҙе үк демократик принциптарға ҡаршы килеү түгелме?
Петр Порошенко ошо төбәктәрҙә 7 де­кабрҙә һайлау уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйғайны. Тик был хаҡта рәсми Киев Донбасс һәм Луганск етәкселәре менән һөйләшеп килешеүҙе кәрәкле тип тап­ма­ған. Йәғни бында йәшәүсе халыҡтың фекере иҫәпкә алынмаған. Шул уҡ ваҡытта, 5 сентябрҙәге Минск килешеүенә ярашлы, Украинаның көнсығыш төбәктәрендә һай­лау уҙғарыу ҡаралған. Шулай булғас, Донбасс һәм Луганск республикаларында йәшәгәндәр ҡасан һайлау уҙғарырға кәрәклеген үҙҙәре билдәләргә тейештер бит. Көс ҡулланып ҡына халыҡ ихтыярына ҡаршы тороп булмай. Үҙ халҡына ҡарата шул тиклем аяуһыҙлыҡ ҡылған Киев власы был төбәктәрҙе кире ҡайтарып ала алмаҫ шул. Эш шуға табан бара.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 4

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 6

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 7

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 6

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 7

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә