Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Буштың атаһы... иҫән
Матди тормош сығанағы — хеҙмәт урыны, лайыҡлы эш хаҡына аҡыл һәм көс һалып тырышыу ғәмәлдә аҡсаһыҙ бер көн йәшәү мөмкин булмаған баҙар иҡтисады өсөн яҙылмаған ҡанун. Эйе, “яҙылмаған”, сөнки элекке Советтар Союзынан айырмалы, Рәсәй Конституцияһына (37-се статья) ярашлы, беҙҙә хеҙмәт ирекле һәм мәжбүри эшләтеү тыйыла.


Эшселәр һәм эш биреүселәр араһындағы мөнәсәбәттәр закон сығарыу һәм башҡарма властар тарафынан ниндәйҙер дәрәжәлә көйләнгән. Конституцион положение буйынса эш урындарының хәүефһеҙлек һәм гигиена талаптарына яуап биреүе, федераль законда билдәләнгән иң түбән күләмдән дә кәм булмаған хеҙмәт хаҡы түләнеүе мотлаҡ. Атап үтелгән конституцион нормалар Рәсәй Хеҙмәт кодексында аныҡлаштырылған һәм, билдәле, эш биреүселәр уларҙы белеү генә түгел, тайпылышһыҙ үтәргә бурыслы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡағыҙҙа теркәлгәндәр менән ғәмәл араһында айырма йыш осраған кеүек, был хәл хеҙмәт мөнәсәбәттәрен дә урап үтмәй. Миҫалдарҙы Башҡортостан Прокуратураһына һәм республика буйынса Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына мөрәжәғәт­тәрҙән йөҙәрләп табырға мөмкин. Күптән түгел “Башинформ” агентлығы инспектор­ҙарҙың тырышлығы менән 3433 кешегә эш хаҡы буйынса 74 миллион һумлыҡ бурыстың ҡайтарылыуы тураһында хәбәр итте. Ялыуҙар нигеҙендә 770 тикшереү үткәрелгән, 1306 эш биреүсе административ яуаплылыҡ­ҡа тарттырылып, 15 миллион һумлыҡ штраф һалынған.
Уҙған йәй ошо уҡ агентлыҡ ике тапҡыр — 56 миллион һәм 50 миллион һумлыҡ эш хаҡы буйынса — бурыстарҙың ҡайтарылыуы ха­ҡында хәбәр иткәйне. Конституцион хоҡуғын тергеҙеүгә өлгәшеүселәр иҫәбе 4,8 меңгә яҡынлашһа, административ яуаплылыҡҡа тарттырылған шәхси эшҡыуарҙар, ойошмалар һәм вазифалы кешеләр 1,3 меңдән арта. Был исемлектә “Башуралэнергострой”, “Уралспецтранс­связь”, “АНЕГА-бурение”, “Вихрь” фәнни конструкторлыҡ-технологик бюро, “Приютов­агрогаз” ЯСЙ-ҙары, “Ишембай машиналар эшләү” һәм “Әмзә урман комбинаты” ААЙ-ҙары, Өфө металл һәм пласт­масса әйберҙәр эшләү заводы, Көйөр­гәҙе районының Киров исемендәге хужалығы һәм башҡалар бар. Машина эшләүселәрҙең 432 эшсеһенә бурысы хатта 11,9 миллион һумдан ашып киткән. Өфө заводының да түләнмәгән бурысы 5,2 миллион һумдан күберәк.
Ялыуҙар нигеҙендә эш хаҡы буйынса бурысты юллап биреү менән прокуратура органдары ла шөғөлләнә. Мәҫәлән, Ок­тябрь­ский ҡалаһы прокуратураһы “Техснаб” ЯСЙ-ында тикшереү һөҙөмтәһендә 100 кешегә быйыл бер нисә ай тотҡарланған 1,1 миллион һумды ҡайтарып биргән. Нефтекама ҡалаһы прокуратураһы “Төҙөкләндереү” ЯСЙ-ында тупланған 2 миллион һумдан күберәк эш хаҡын түләтеүгә өлгәшә.
Атап үтелгәндәр, рәсми органдар тарафынан теркәлеп, тейешле сара күрелгәне генә. Ә бит ҡомһоҙ һәм һөмһөҙ эш биреүселәр тарафынан мәкерле рәүештә алданған күптәр законлы аҡсаһын юллап йөрөмәй, ҡул һелтәй ҙә ҡуя. Миҫалдар бихисап һәм ҡоро һандар артында эш биреүселәрҙең административ башбаштаҡлығын кәүҙәләндергән хоҡуҡи нигилизм, шундай уҡ хоҡуҡтарға эйә булған ватандаштарының кешелек дәрәжә­һен мыҫҡыл итеү, яҙмышына төкөрөп ҡарау кеүек XXI быуат цивилизацияһы өсөн үтә лә ҡырағай кәйеф ята. Күмертау ҡалаһындағы “Уралнефтегазтранс” ЯСЙ-ы директоры Виктор Ананьевтың хеҙмәткәрҙәренә 300 мең һум бурысы булыу өҫтөнә 1,2 миллион һумды лизингка алынған “Тойота” һәм БМВ машиналары өсөн тотоноуына башҡаса аңлатма табыуы ҡыйын.
“Буштың атаһы үлгән” тигән әйтем бар. Быуаттар буйы бер ҡоролошта йәшәп, көслө тетрәнеүҙәр кисермәгән, сәләмәт конкурен­цияға, кеше хоҡуҡтарының ихтирам ителеүе­нә нигеҙләнгән йәмғиәттәр өсөн ят күре­неш­тең сирек быуат элек кенә “донъя­лағы иң ғәҙел”, хеҙмәтсәндәр мәнфәғәтен күҙәткән эшсе-крәҫтиән дәүләтендә йәшәгәндәр араһында “сәскә атыуы” аҡылға һыя торған хәл түгел. Сирек быуат ғүмер ҙә байтаҡ, ул ваҡыт эсендә хеҙмәт баҙарында мөнәсәбәттәрҙе ниндәйҙер дәрәжәлә яйға һалып булыр ине. Ләкин һуңғы йылда хеҙмәт килешеүе төҙөүгә, уны эш биреүселәрҙең бер яҡлы боҙоуына ялыу биргәндәрҙең 1,5 тапҡырға артыуы бының киреһен һөйләй. Тимәк, йәмғиәттә бушҡа эшләтергә ты­рышҡандар күбәйә төшкән.
Хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса закондарҙың тейешенсә эшләмәүе бөгөн дәүләт органдарынан бигерәк граждандар йәмғиәте институттарының үҫешмәгәнлегенә, законһыҙ күренештәргә сик-кәртә ҡуйырға һәләтһеҙлегенә ҡайтып ҡала. “Буштың атаһы иҫән” тигән ҡол биләүселек дәүере принцибын алға һөргәндәргә ҡарата ваҡытында һәм ғүмерлек һабаҡ булырлыҡ сара күреү етмәй.


Автор: Мәхмүт ХУЖИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә