Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡытай мөғжизәһенең асылы
Ҡытай мөғжизәһенең асылы
Билдәле булыуынса, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән дәүләт башлыҡтары Советының сираттағы ултырышы, шулай уҡ БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуы киләһе йыл Өфөлә үткәрелә. Саммиттар һөҙөмтәһендә Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте үҫтерергә теләгән сит илдәрҙең эшлекле даирәләре төбәгебеҙҙе үҙҙәре өсөн яңынан асасаҡ. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа һеҙҙе көтөлгән ҡунаҡтар менән яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ.
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Рәсәй һәм Тажикстан инә. БРИКС сиктәрендә иһә Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһы эш итә. Бөгөнгө һанда ШОС-тың да, БРИКС-тың да ағзаһы булған Ҡытай Халыҡ Республикаһы тураһында һүҙ алып барабыҙ. 30 йыл эсендә Ҡытай артта ҡалған аграр илдән донъяның сәнәғәт оҫтаханаһына әүерелде. Иң ҙур компаниялар етештереү ҡеүәттәрен Ҡытай Халыҡ Республикаһында урынлаштырырға ынтыла. Пекин донъялағы ҙур етештереүселәрҙе нисек йәлеп итә алған һуң?


Донъя фабрикаһы

АҠШ-тың элекке вице-президенты, Нобель премияһы лауреаты Альберт Гор ҡа­сандыр Ҡы­тайҙы “Сәнәғәттең Сауд Ғә­рәбстаны” тип атаған. Ысынлап та, Ғә­рәб­стан нефть өлкәһендә алдынғылыҡты яулағандай, ҠХР ҙа ғәйәт ҙур етештереү баҙарын­да шундай уҡ позицияны биләй. Әле донъяла етештерелгән та­уар күлә­мендә Ҡытайҙың өлөшө 22 процент тәшкил итә, йәғни сә­нәғәт алымы менән яһалған һәр би­шенсе әйбер ошо илдә сыға­­рыла. 2011 йылда был дәүләт тәүге тапҡыр етештерелгән продукция күләме буйынса АҠШ-ты уҙып китте. Шул осор­ҙан алып алдынғылыҡты һаҡлай, үҫеште арттыра бара (донъя буйынса етеш­тереүҙә АҠШ-тың өлөшө – 17,4 %). Үҙгәртеп ҡороуҙарға 30 йыл ваҡыт сарыф ителгән. 1980 йылғы донъялағы етеште­реү­селәр исемлегендә Ҡытай, хатта Италиянан да ҡалышып, ни ба­ры етенсе урынды биләй ине.
ҠХР сәнәғәт йәһәтенән дә, социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса ла әлегә тиклем күрелмә­гән йылдамлыҡ менән үҫә. Һуңғы 20 йылда эске тулайым про­дукттың артымы уртаса 10,5 процент тәш­кил иткән. Ә 2003 йылдан 2013 йылға тиклем, йәғни тиҫтә йылда, илгә рәйес Ху Цзиньтао менән премьер Вэнь Цзябао етәкселек иткән осорҙа, Ҡытай халыҡтың йән башына эске тулайым продуктты икеләтә арт­тыр­ған. Сәнәғәт революцияһы төбәге булған Бөйөк Британия бындай һөҙөмтәгә 150 йыл эсен­дә өлгәшкән. Бөтә донъя бан­кын­дағы Халыҡ-ара сағыш­ты­рыу­ҙар программаһы­ның иҫәп-хисабы буйынса, 2014 йыл аҙағына Ҡытайҙың иң ҙур иҡ­тисади державаға әүерелеүе ихтимал.
Ошондай ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығын­да донъяның сәнәғәт оҫ­таханаһына әйләнеү юлын ни­сек тапҡан һуң был дәүләт?

Шәхестең әһәмиәте

“Ҡытай иҡтисади мөғжизәһе”­нең бер нисә тәүшарты бар. Шуларҙың иң мөһиме – Дэн Сяопиндың сәйәси ихтыярылыр, моғайын. Унһыҙ бындай үҙгә­реш­тәр ҙә булмаҫ ине. Элекке хәрби командир, Мао Цзэдун осоронда башта вице-премьер, унан 1960 йылдарҙағы сәйәси таҙартыу­ҙар объектына әүерел­гән шәхес донъя иҡтисадында Ҡытайға ла урын тапҡан лидерға әүерелә. Бында уға сит илдә йә­шәү тәжрибәһе лә ярҙам ит­кән­дер, кү­рәһең. Үҫмер саҡтан уҡ Франциялағы заводта ҡорос ҡо­йоусы булып эшләй, унан бер йыл Мәскәүҙәге Коминтент университетында уҡый.
1970 йылда емергес “мәҙәни революция” тамамланғас, ил сетерекле хәлгә элә­гә. Уның һөҙөм­тәһендә ҠХР-ҙы аграр тө­бәктән сәнәғәти дәүләткә үҙгәр­теп ҡо­роу башлана. Дэн Сяопин етәксе­легендә­ге яңы команда дәү­ләткә йылдам ба­йығыу мөм­кинлеген биргән яңы үҫеш моделен эҙләй. Ерҙе айырым крәҫ­ти­ән хужалыҡтарына оҙайлы ҡур­тым­ға биреп, үҙәк хөкүмәт ас крәҫ­ти­ән болалары мәсьәләһен өлөш­ләтә хәл итә. Шулай ҙа Ҡы­тай донъя баҙары өсөн ауыл хужалы­ғы про­дукцияһын күпләп етеш­тереүсегә әүерелеү, экс­порт­тан табыш алыу проб­ле­маһын тиҙ арала яйға һала ал­май. 1980 йылдар башында сит ил компаниялары ҡатнаш­лығы менән нефть ятҡылыҡ­та­рының әүҙем үҙләштерелеүенә һәм нефть һатыуҙың ҡаҙна ки­леменең 20 процентын тәьмин итеүенә ҡара­маҫтан, углевод сей­малы нефть йәки газ рен­таһына йәшәрлек мөмкинлек бир­мәй дәүләткә. Был килемгә генә Пекин 1 миллиардтан ашыу кешене туйындыра алмай.
Илде донъя иҡтисади сис­те­маһына индерергә, шул уҡ ва­ҡытта берҙән-бер конкурентлы өҫтөнлөктө – бик аҙ аҡсаға ла эшләргә әҙер булған ас-яланғас кешеләрҙе – эштә файҙа­ла­нырға ҡарар ителә. Әммә ауыл хужалығы ла, дәүләт милкендәге сәнәғәт предприятиелары ла эшсе көсөнә ҡытлыҡ кисермәй. Диңгеҙ буйындағы провин­ция­ларҙа демография мәсьәләһе айырыуса киҫкенләшә. Хөкү­мәт тәүге сит ил инвесторҙарын тап ошо төбәктәргә саҡырырға ҡа­рар итә.
1978 йылдың ноябрендә Дэн Сяопин “Сингапур мөғжизәһе”нә нигеҙ һалыусы премьер-министр Ли Куан Ю менән таныша. Артта ҡалған илдән алдынғы держава яһау тәжрибәһенә эйә булған Ли Куан Ю Сяопинды ҡайһы бер принцип­тарҙың Ҡытай өсөн дә ҡулай икәнлегенә инандыра ала. Сингапурҙан ҡайтҡас, Дэн Ҡы­тай Коммунистар партияһы Үҙәк коми­тетының пленумын үткәрә. Унда иҡти­са­ди реформаларҙы башларға ҡарар ителә. Махсус иҡтисади зоналар асыу төп яңы­лыҡтарҙың береһен тәшкил итә. Донъя­лағы ҙур етештереүсе­ләрҙең Ҡытайға миграцияһы тап ошо зоналарҙан башлана. Был төбәктәр сит ил инвесторҙа­рына арзан хеҙмәт ресурсынан ту­лы­һын­са файҙаланыу мөмкинлеген бирергә тейеш тип ҡарала.
Тәүге зоналар Гонконг һәм Тай­вань янындағы Гуандун, Фуцзянь провинцияларында бар­лыҡ­ҡа килә. 1980 йылда Шэнь­чжэ­нэ, Чжухае, Шаньтоу һәм Сямыне йәлеп ителә. 1980 йылдар аҙағына хөкүмәт тотош төбәктәрҙе, хатта Хайнань тропик утрауы кеүек айырым про­вин­цияларҙы ла, ошондай зона­лар­ға әүерел­дерә.
Пекин Гонконг һәм Тайвань эшҡыуар­ҙарын тотош материкта проекттарҙы тор­мошҡа ашы­рыр­ға саҡыра. Биз­нес-бер­ләшмә был тәҡдимде ҙур теләк менән ҡабул итә. Ҡытай диаспо­ра­һы­ның башҡа вәкилдәре лә (хуацяо), айырыуса Сингапурҙағы, Малайзия, Индонезия һәм АҠШ-тағылар, әүҙем эш башлай.
Тап капитал, шулай уҡ хуаця­о­ның идара итеү тәжрибәһе тәү­ге ҙур шәхси предприя­тиеларҙы ойоштороуҙа булыш­лыҡ итә. Хуацяоның артынса Ҡытайға ҙур Көнбайыш капиталы ла килә. 1980 – 1990 йылдарҙа махсус зоналарҙағы эшселәр­ҙең айлыҡ хеҙмәт хаҡы 100 долларҙан артмай. Сит ил предприятиеһы хеҙ­мәт­кәре крәҫ­тиәнгә ҡарағанда аҡсаны һәр саҡ күберәк алғанға күрә, эшен юғалтыу­ҙан ҡурҡа, махсус талап та ҡуймай.
Иң элек Ҡытайҙа еңел сәнәғәт үҫеш ала. Махсус зоналар бөтә донъя өсөн “тегеү цехы”на әүе­релә. Һуңыраҡ электроника һәм ҡорамалдар йыйыу буйынса бихисап, шул иҫәптән Көньяҡ-Көн­сығыш Азияның “дүрт юл­ба­ры­ҫы” – Гонконг, Тайвань, Сингапур һәм Көнь­яҡ Корея – предприятиелары килә. 1980 йылдар ба­шын­­да күләмле экологик көр­сөк кисергән Япония ин­вес­тиция­ларҙың тағы ла бер мөһим сығанағын тәшкил итә. Махсус зоналар ярҙамында Ҡытайҙың көньяҡ һәм көн­сығыш провинциялары донъя иҡти­са­дының етештереү­се өлө­шөнә әүерелә.

Уңыш нигеҙҙәре

Сит ил етештереүсе­ләрен Ҡы­тайға эш­се кө­сөнөң арзан­лығы ғына йәлеп итмәй. Ошондай уҡ көстө Һиндостанда ла, Африкала ла, Көньяҡ-Көнсығыш Азияның ҡайһы бер башҡа илдәрендә лә табырға була. Әммә Пе­кин был йәһәттән өҫтәмә факторҙар тәҡдим итә.
Беренсенән, махсус иҡ­тисади зоналар ҡануниәт тарафынан айырым көй­ләнә. Һалым ставкалары кәметелә, хөкүмәт төрлө ташламалар бирә, зоналар эше­нә ҡыҫылмаҫҡа тырыша. Сит ил етештереү­селәренә үҙҙәренең һәм Ҡытай парт­нер­ҙары менән берлектәге предприя­тие­ларын асыу мөмкинлеге бирелә. Улар­ҙы асыуға түгелгән сығымды инвестор бер нисә йыл эсендә ҡаплай.
Икенсенән, Ҡытай власы хеҙ­мәтсән­дәр­ҙең хоҡуҡтарын бо­ҙоуға ла, экологик стандарт­­тар­ҙы үтәмәүгә лә әллә ни иғ­тибар бирмәй. Фабрикаларҙа урын өсөн алышҡан эшселәр ҙә дәғүә белдермәй. Экологик зыян Пекинды күптән түгел генә, ға­лимдар уны яйға һалыуға эске тулайым продукттың йыл һайын 8 процентын йүнәлтеү зарур­лығын белдергәс кенә, борсой башлай.
Өсөнсө мөһим факторҙы логистика тәшкил итә. Гуандун, Фуцзянь һәм махсус иҡтисади зоналар ойошторолған башҡа провин­циялар Тымыҡ океан ярын­да урын­лашҡан. Шуға күрә Ҡытайҙа етеште­релгән тауар­ҙар­ҙы донъя баҙарына сы­ғарыу еңелгә һәм арзанға төшә. Бынан тыш, ҠХР власы экспорт йүнә­лешендәге провинцияларҙың инфраструктураһын яҡшыртыу­ға аҡса йәлләмәй: яңы порттар, аэропорттар, тимер юл һәм автотрассалар төҙөлә.
Ниһайәт, макроиҡтисади һәм сауҙа сәйәсәте лә ҙур әһәмиәткә эйә була. Юань әлегә тиклем ирекле конвер­сия­ланған валюта түгел. Был хәл Ҡытай Халыҡ банкына экспортерҙар фай­ҙа­һына валюта курсын түбәнәйтеү, ғөмүмән, уға идара итеү мөм­кинлеген бирә. ҠХР АҠШ-тың ҙур сауҙа партнерына әйлән­гәндән алып, Вашингтон Пекин­ды юань курсын яһалма көй­ләүҙә ғәйепләй һәм уны арт­тырырға саҡыра. Әммә ҡытайҙар был кә­ңәште тоторға әллә ни ашыҡ­май.
Дәүләттең Бөтә донъя сауҙа ойошма­һына инергә ҡарар итеүе лә – бик мөһим аҙым. Был эш 2001 йылда тамамлана. Күптәр Ҡытай үҙ баҙарын асыр һәм уның конкуренция ҡеүәһенә эйә булмаған иҡти­сады емерелер тип өмөтләнә. Айырыуса, ауыл хужалығына ҡағылышлы кире фараздар белдерелә. Әммә ил­дең эске тулайым продукты йылдам артыуын дауам итә һәм тиҙҙән эре сауҙа державаһы булараҡ Германияны уҙып китә.

Эске сығанаҡтар

Етештереү йәһәтенән һуңғы 20 йыл­дағы уңыштарға ҡара­маҫтан, 2000 йылдар уртаһында сит ил инвесторҙарын ылыҡ­тырған байтаҡ факторҙар һүре­лә төшә. Был иң элек эш хаҡына ҡағыла: илдәге эшсе көсөн хәҙер әллә ни арзан тип әйтеп булмай. 1978 йылдан 2012 йылға тиклем сәнәғәттә эш хаҡы уртаса 105 тапҡырға артып, йылына 7,5 мең долларға еткән. Хеҙмәт ҡану­ниәте лә либераллеген юғалтты. 2008 йылда Ҡытай­ҙа “Хеҙмәт контракттары тураһында”ғы За­кон көсөнә инде. Ул ҠХР ҡа­ну­ниәтен төрлө илдәрҙәге прак­ти­каға яҡынайта. Үҙәк һәм урындағы властар, халыҡ һаны айырыуса күп булған провинцияларҙа социаль бола сығыуҙан хәүеф­лә­неп, хеҙ­мәт­сәндәрҙең хоҡуҡ­та­рын яҡлауға ҡа­ғы­лышлы закондарға етди үҙгәрештәр индерә. Арзан эшсе көсөн эҙләп, сит ил етеш­тереүселәренең күбеһе фабрикаларын Ҡытайҙың эш хаҡы тү­бәнерәк булған үҙәк төбәк­тә-ренә күсерә. Был хәл тауарҙы та­шыуҙа тотҡарлыҡты арттыра, законды үтәүҙән дә азат итмәй. Һөҙөмтәлә өҫтәмә хаҡы түбән булған тауарҙар етештереү­се­ләрҙең байтағы үҙ производстволарын Һиндостанға, Көнь­яҡ-Көнсығыш Азияға һәм Латин Америкаһына күсерә. Ҡулла­ныусыларҙың арта барған талаптары ла, ҡатмарлашҡан логистика ла, донъя иҡтиса­ды­ның йылдам үҙгәреүе лә Ҡытай­ҙағы етештереүселәр өсөн ярай­һы уҡ ҙур һынауға әүерелә.
Икенсе яҡтан, 30 йыллыҡ “реформалар һәм асыҡлыҡ” сә­йә­сәте осоронда Ҡытайҙа хатта алға киткән илдәрҙә лә булмаған ғәйәт ҙур күләмле эске баҙар барлыҡҡа килә. Тауарҙарҙың күп­селеге хәҙер экспортҡа түгел, ә Ҡытай халҡының ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн етеш­тере­лә. Мәҫәлән, 2013 йылда илдә автомобиль етештереү күләме 13,9 про­центҡа артҡан һәм 21,98 миллионға еткән.
Ҡытай тарихта йылына 20 мил­лион автомобиль һатыу си­ген үткән тәүге ил булды. Маши­на эшләүселәр ассоциа­ция­­һының фаразына ҡарағанда, быйыл ба­ҙар тағы ла 8-10 процентҡа үҫәсәк. Шул уҡ ваҡытта ҡы­тай­ҙар сит ил машиналарына өҫ­төнлөк бирә. Былтыр “Ford Motor” – 49 процентҡа (935,8 мең машина), “Volkswagen” – 16 (3,27 миллион), “GM” – 11 (3,16 миллион), “Toyota” 9,2 процентҡа (917,5 мең) күберәк һатылған. Дәүләттә ҡулланыу күләме артҡан саҡта сит ил етеш­тереү­селәре технологиялар­ҙың ситтар тарафынан үҙләштере­­леүенә лә, интеллектуаль ми­лектең һүл­пән яҡла­ны­уына ла, арта барған тотҡарлыҡтарға ла, коррупцияға ла түҙергә мәжбүр.

Александр ГАБУЕВ.
(“Коммерсантъ” гәзитенән).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 424

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 480

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 517

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 419

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 381

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 457

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 379

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 374