Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » “Татлы король” татыулаштыра алырмы?
“Татлы король” татыулаштыра алырмы?
25 майҙа Украинала президент һайлау булды. Унда “Шоколад короле” ҡушаматы алған миллиардер Петр Порошенко еңеп сыҡты.

Украинаның үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һайлаусыларҙың 56 проценты самаһы уның кандидатураһын яҡлаған, ә элекке премьер-министр Юлия Тимошенкоға ни бары 13 процент самаһы кеше ышаныс белдергән. Башҡа кандидаттар иһә (барлығы 21) 10 проценттан да кәмерәк тауыш йыйған.
Һайлауға Рәсәйҙән күҙәтеүселәр ебәрелмәне, шуға ла уның ғәҙел үтеү-үтмәүе хаҡында аныҡ ҡына бер ни ҙә әйтеп булмай. Илебеҙҙең ҡарашы аныҡ: законлы рәүештә һайлап ҡуйылып та, Майҙан тарафынан властан ситләтелгән Виктор Януковичты ҡайтарыу. Ләкин, һыу кирегә аҡмаған кеүек, был хыял ғына булып ҡала. Шуға күрә, илебеҙ етәкселеге Украиналағы һайлау һөҙөмтәләрен танымаған осраҡта ла, яңы президент менән бәйләнешкә инергә тура киләсәк. Петр Порошенко үҙе лә Мәскәү менән һөйләшеүҙәр алып барырға әҙер булыуын белдерә. “Һайлауҙа еңеп сыҡһам, иң башта Донбассҡа юлланасаҡмын”, — тип вәғәҙә иткәйне ул. Һүҙендә торормо — ваҡыт күрһәтер.
Әйткәндәй, Донбасс һәм Луганск өлкәләрендә һайлау көнөндә лә һуғыш тынманы. Дәүләттең киләсәге өсөн мөһим сарала уларҙа халыҡтың бик аҙ ғына өлөшө ҡатнашҡан.
Донбасс Юғары Советы президиумы рәйесе Денис Пушилин республика биләмәһендә хәрби хәл иғлан ителеүен белдерҙе. Уныңса, төбәкте законһыҙ ҡораллы төркөмдәрҙән таҙартыу талап ителә. 22 майҙа Луганск өлкәһендә лә хәрби хәл иғлан ителгәйне. Һөҙөмтәлә Украинаның көнсығышында ныҡлы ҡан ҡойош башланды. Яңы һайланған президент Петр Порошенконан ошо низағты туҡтатыу талап ителә.
Президент һайлауҙан тыш, бер нисә урында, шул иҫәптән Киевта, ҡала башлығын тәғәйенләнеләр. Киев мэры итеп данлыҡлы боксер, “УДАР” партияһы лидеры Виталий Кличко һайланған. Билдәле булыуынса, ул, президент һайлауҙа ҡатнашыуҙан баш тартып, үҙ кандидатураһын Порошенко файҙаһына алғайны. Хәҙер улар икеһе бер маҡсатта эш итергә ниәтләй. Киев мэры булараҡ Кличко Майҙанда тәртип булдыра алырмы — әйтеүе ҡыйын. Ундағылар әле һаман да таралырға ашыҡмай. Башта, президент һайлау уҙғансы урыныбыҙҙан ҡуҙғалмаясаҡбыҙ, тип белдергәйнеләр, әле килеп, яңы хөкүмәттең формалашҡанын, парламент һайлауы үткәнен көтөргә булдылар. Тимәк, улар яңы һайланған президентҡа ышанмай. Ә бит Майҙанды финанслауҙы тап Порошенко ойошторған тип баралар.
Яңы һайланған хужаның үҙенә килгәндә, ул Виктор Ющенко — президент, Юлия Тимошенко премьер-министр булған осорҙа сит ил эштәре, иҡтисад һәм сауҙа министры, илдең Хәүефһеҙлек советы етәксеһе вазифаларында эшләп алды, Юғары Рада депутаты итеп һайланды. Порошенконың бер нисә ҙур компанияһы бар. Уларҙың береһендә кондитер изделиелары етештереү менән шөғөлләнәләр. Был эше Порошенкоға капиталын арттырыуға ярҙам итә, шул айҡанлы уға “Шоколад короле” тигән ҡушамат йоҡҡан. Украина олигархтары араһында яңы президент мөлкәте буйынса етенсе урынды биләй: байлығы 1,3 миллиард долларға баһалана. Үҙе белдереүенсә, бизнесын һатырға йыйына. Һәр хәлдә, һайлау алдынан шулай тигәйне.
Порошенко сит ил эштәре министры булып эшләгән осоронда Европаға тартылыу кәрәклеге, НАТО-ға ағза булып инеү хаҡында һүҙ йөрөткәйне. Президент булып һайланғас, ошо йүнәлештә эш алып барыр тип көтөлә. АҠШ һәм ЕС илдәре лә уны яҡлай, шуға ла улар менән килешеү төҙөргә ынтыласаҡ. Виктор Янукович былтыр ноябрҙә ошо документҡа ҡул ҡуйыуҙан баш тартҡан өсөн Украинала талаш-тартҡылаш башланды ла инде, һөҙөмтәлә үҙен властан ситләтеп ҡуйҙылар. Хәҙер килеп, Порошенко ул атҡармағанды үтәп ҡуясаҡ. Ғөмүмән, илдә ныҡлы тәртип урынлаштырыу өсөн яңы президенттан алтын урталыҡты табыу талап ителә. “Татлы король” халыҡты татыулаштыра алырмы?” тигән һорау борсой хәҙер барыһын да.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә