Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Һәр уҡыусы балаға — айырым ҡараш
Һәр уҡыусы балаға — айырым ҡараш
Белем биреү өлкәһе һәр саҡ йәмғиәттең иғтибар үҙәгендә торҙо һәм артабан да шулай буласаҡ, сөнки бөтөн халҡыбыҙ уҡыу процесы аша үтә. Хәҙер был йүнәлешкә иғтибар тағы ла көсәйә төштө, сөнки күп йылдар инде мәғариф тармағы төрлө реформалар кисерә, уға ҡағылышлы закондар ҙа яңырып тора. Ниндәй үҙгәрештәр көтөлә белем биреү өлкәһендә, был яңылыҡтар илдең киләсәк быуындары өсөн нимә бирер тип күҙаллана? Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы АЙЫТҠОЛОВАНЫҢ сығышы ошо һорауҙарға яуап бирә.

Мәғариф өлкәһе һәм унда туҡтауһыҙ булып торған үҙгәрештәр тураһында беҙгә төрлө фекер ишетергә тура килә, ләкин шулай ҙа унда эшләүселәрҙе торғонлоҡта һәм иҫкесә ҡарашта ғәйепләп булмайҙыр, моғайын. Льюис Кэрролдың “Алиса Көҙгө арты илендә” әкиәтендә әйтелгәнсә, бер урында ҡалыу өсөн — туҡтауһыҙ йүгерергә, ә ҡайҙалыр барып етергә теләһәң, бөтә көстө һалып ынтылырға кәрәк.
Дәүләт сәйәсәтендә мәғарифҡа өҫтөнлөк биреүсе идеологик нигеҙ – Рәсәй Федерацияһының Мәғариф буйынса милли доктринаһы. Ул тәрбиә һәм белем биреүҙең маҡсаттарын, уларға өлгәшеү юлдарын, 2025 йылға саҡлы көтөлгән һөҙөмтәләрҙе билдәләй.
Был Милли доктрина өс этаптан тора. Әле беҙ аҙаҡҡыһын кисерәбеҙ һәм нигеҙ тезистары тормошта һынап ҡаралды, тип әйтергә мөмкин. Ләкин берлектәге көсөргәнешле эш талап иткән йүнәлештәр ҙә бар. Әлеге документта ҡаралған тәртиптә шуларҙың иң төп дүрт йүнәлешендә туҡтап китергә теләйем.
Беренсеһе – Рәсәй патриоттарын тәрбиәләү – һуңғы ваҡиғалар һөҙөмтәһендә тағы ла замансараҡ төҫ алды. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү һәм Йыһанға осоу кеүек ҡаҙаныштар беҙҙең балаларға бик алыҫта ҡалған ваҡиғалар булып тойолһа һәм улар менән ҡыҙыҡһындырыу өсөн ҙур ғына тырышлыҡ кәрәк булһа, Олимпиада менән Паралимпиада, Ҡырымды Рәсәй составына ҡайтарыу – мәғариф өлкәһендә патриотик эште яңыртыу өсөн нигеҙ ул. Бында иһә педагогтың белдеклелеге, уның донъяға шәхси ҡарашы бик мөһим. Украинала нацизмдың сәскә атыуы йәш граждандарҙы яңы дәреслектәр буйынса уҡытыуҙың һөҙөмтәһе бит.
Икенсе йүнәлеш – мәғариф өлкәһенә дәүләттән тыш инвестиция йәлеп итеүҙе дәртләндереү. Был тәңгәлдә беҙгә тәжрибә туплайһы бар әле.
Өсөнсөһө – бюджет аҡсаһын мәғарифҡа тотоноуҙың йоғонтоло юлдарын һәм ысулдарын эҙләү. Тулайым төбәк продукты күләменең яртыһы тип әйтерлек мәғарифҡа тотонолған шарттарҙа һөҙөмтә лә һиҙелерлек булырға тейеш. Был тәңгәлдә баштараҡ педагогтарҙың хеҙмәтен дәртләндереүсе эш хаҡы индереүҙе берҙән-бер дөрөҫ юл тип һанағайнылар, ләкин бюджет аҡсаһын белем биреү сифатын яҡшыртырлыҡ итеп профессиональ кимәлдә бүлгеләүгә барыһы ла әҙер түгел икәне асыҡланды. Эш хаҡы педагогтың даими түләнеп тороусы түгел, ә ысынлап та дәртләндереүсе килеме булһын өсөн база ставкаһы файҙаһына бөтөнләй икенсе пропорциялар булыуы мотлаҡ.
Дүртенсеһе – ауыл мәктәбендә сифатлы белем биреү. Ул мәктәптең матди базаһын, заманса уҡытыу технологияларын үҫтереү, ауыл уҡыусылары һәм педагогтары өсөн социаль гарантияларҙы һаҡлап ҡалыу нигеҙендә барырға тейешле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡалалағы типовой мәктәп менән ауыл мәктәбенең йыһазландырылыуында айырма ҙур. Уҡыусылар һаны аҙ булған мәктәптәрҙең кадрҙар менән тәьмин ителеше бигерәк тә борсоуға һала. Иң һәләтле кеше лә бер юлы биш предметты уңышлы уҡыта алмай. Бында сифаттың түбән буласағы алдан уҡ күренеп тора.
Шулай итеп, Мәғариф буйынса милли доктринаны үтәү мәсьәләләре әлегә асыҡ ҡала. Хәйер, ваҡыт запасы ла етерлек.
Ҡаҙаныштарға килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарының үтәлешен иҫкә алырға мөмкин. Уларҙа мәғариф өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен йәнләндереүгә йүнәлтелгән сараларҙың тотош комплексы билдәләнгәйне. Шулар иҫәбендә – Мәғариф тураһында федераль закон ҡабул итеү. Был Законға 2012 йылдың 29 декабрендә ҡул ҡуйылды, уның артынса уҡ федераль субъекттарҙа төбәк закондары ҡабул ителде. 2013 йылдың 1 июлендә беҙҙә лә “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында”ғы Законға ҡул ҡуйылды. Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай индергән ете төҙәтмә “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Федераль законды ҡабул иткәндә иҫәпкә алынды. Мәҫәлән, 9-сы статьяның 3-сө өлөшөндәге 3-сө пункт беҙҙең редакцияла яҙылды. Ул муниципаль мәктәптәрҙә урындағы бюджетҡа субвенция юллау аша балаларға өҫтәмә белем биреү хоҡуғын нығыта. Дәүләт аккредитацияһы булған хосуси мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында белем алыуҙы финанс йәһәтенән тәьмин итеү буйынса тәҡдимебеҙ ҙә яҡлау тапты. 22-се статьяның 5-се өлөшөн беҙ муниципаль белем биреү ойошмаһын үҙгәртеү йәки ябыу тәртибен анығыраҡ билдәләүсе биш өлөшкә бүлергә тәҡдим иткәйнек. Элегерәк уҡыу йортон япҡанда халыҡтың фекере лә иҫәпкә алына торғайны, беҙҙең тәҡдим дә ошо практиканы һаҡлап ҡалыуҙы күҙ уңында тота. Федераль парламент уны ла хупланы.
Был Федераль закондың 48-се статьяһындағы 9-сы өлөш тә беҙҙең редакцияла бирелде. Унда ауылда йәшәүсе һәм эшләүсе педагогтарҙың торлаҡ, йылытыу һәм яҡтыртыу өсөн тотонолған сығымдарға компенсация алыу хоҡуғы нығытыла. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың шулай уҡ айырым категория кешеләрен белем биреү учреждениеһына һынауһыҙ ҡабул итеү тураһындағы төҙәтмәһе лә ҡабул ителде. Һүҙ бында зәғиф балаларҙың уҡырға инеүе тураһында бара. Башҡортостан парламенты “Рәсәй Федерацияһындағы мәғариф тураһында”ғы федераль закон проектына барлығы 17 төҙәтмә бирҙе, шуларҙың етәүһе ҡабул ителде.
Шулай итеп, Закон мәғариф буйынса ихтыяждар төрлөлөгөн күҙ алдында тота һәм һәр уҡыусы балаға айырым ҡараш булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Мәғариф өлкәһендә эксперименталь һәм инновацион эшмәкәрлек шарттары, интеграцияланған һәм дистанцион программалар буйынса белем алыу федераль закон кимәлендә беренсе тапҡыр аныҡ билдәләнде. Был ҡағиҙәләр өсөн электрон йыһазландырыуға иғтибар бүлергә кәрәк. 12 мартта беҙҙең комитеттың күсмә ултырышында шул мәсьәлә тикшерелде.
Мәғариф өлкәһе социаль-иҡтисади һәм рухи бөлгөнлөктө еңеп сығыуға йүнәлтелергә тейеш, тип әйтелә Рәсәй Федерацияһының Мәғариф буйынса милли доктринаһында. Ошо документ нигеҙендә мәғарифтың тиҙләтелгән үҫеше Рәсәйҙе бөлгөнлөктән сығарырға тейеш. Был маҡсатты йәмәғәтселек тә яҡлай, сөнки “Хөкүмәт аҡсаны тәү сиратта нимәгә тотонорға тейеш?” тигән һорауға күпселек: “Мәғарифҡа”, — тип яуап бирҙе.
Р. ШӘРИФУЛЛИН әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә