Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Президент һайлауға уңай мәл түгел
11 майҙа Украинаның Донбасс һәм Луганск өлкәләрендә үҙбилдәләнеш буйынса референдум булды, икеһендә лә халыҡтың 80 проценттан ашыуы ҡатнашты.


Көнсығыш үҙаллылыҡҡа ынтыла

Украинаның көнсығышында урынлашҡан был өлкәләр, федерализм идеяһын яҡлап, республика булдырыу кәрәклеген белдергәйне. Ошо үҙаллылыҡты референдум менән нығытып ҡуймаҡсы булдылар. Киев етәкселеге илдәге хәлдәрҙе контролдә тота алмай, быны үҙҙәре лә инҡар итмәй, шул уҡ ваҡытта власҡа йәбешеп яталар. Дөрөҫөрәге, АҠШ менән Европа союзының һөсләтеүе буйынса Көнбайыш аҡсаһына кеҫә ҡалынайтып ҡалырға тырышалар. Уларҙа халыҡ ҡайғыһы юҡ. Шулай булмаһа, кешеләргә күрәләтә ҡорал тоҫҡарҙар инеме ни? Одесса ҡалаһындағы хәлдәрҙән арынып та өлгөрмәнек, бандеровсыларҙың сираттағы ҡанһыҙлығы барлыҡ халыҡты тағы шаңҡытты. 9 майҙа — Еңеүҙең 69 йыллығын билдәләгән мәлдә — Украина фашистары Мариуполь һәм башҡа ҡалаларҙа Еңеү көнөн байрам итергә сыҡҡан кешеләргә ҡарата бәғерһеҙлек күрһәтте. Ябай халыҡ араһынан байтаҡ ҡорбан бар.
11 майҙа уҙғарылған референдумға ла төрлөсә ҡамасауларға маташып ҡаранылар, әммә ниәттәре тормошҡа ашманы. Тауыш бирергә килгәндәргә ҡарата ҡораллы һөжүм ойоштороуҙарына ҡарамаҫтан, халыҡ баҙап, ҡурҡып ҡалманы, үҙ фекерен асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Референдум һөҙөмтәләре 12 майҙағы митингта иғлан ителде. Ошондай шарттарҙа АҠШ менән ЕС илдәрен бер генә мәсьәлә борсой — Рәсәй һайлауҙың йомғаҡтарын рәсми танырмы, юҡмы? Ыңғай осраҡ өсөн яңы санкциялар ҙа билдәләп ҡуйҙылар. Үҙҙәре иһә референдум үткәрелмәҫ элек үк уны танымаясаҡтарын белдерҙе, сөнки был сара уларҙың файҙаһына түгел.
16 мартта Ҡырым Республикаһында референдум уҙғарылып, һөҙөмтәлә ул Рәсәй субъектына әйләнгәйне. Донбасс һәм Луганск өлкәләрендә иһә хәл башҡасараҡ: улар үткән быуаттың 20-се йылдарынан уҡ Украинаныҡы булып иҫәпләнә. Дөрөҫ, ҡайһы бер тарихсылар был өлкәләрҙең электән Рәсәй биләмәһенә ингәнен, коммунистар заманында административ бүленештә хата ебәрелгәнен раҫлай. Шуға күрә уларҙы яңынан илебеҙгә ҡушыу тарихи хатаны төҙәтеү генә булыр ине, тип иҫәпләгәндәр бар. Тик Рәсәй был өлкәләрҙе Ҡырым кеүек тиҙ арала үҙ ҡанаты аҫтына һыйындыра алмаҫтыр. Мәсьәлә, ысынлап та, бик сетерекле. Был АҠШ менән ЕС илдәренең янауына ғына бәйле түгел.
9 майҙа Владимир Путин Севастополь ҡалаһында Еңеү көнөнә бағышланған хәрби парадты ҡабул итте. Беҙҙең Президенттың унда барыуынан рәсми Киев ҡына түгел, Европа илдәре лә, АҠШ та бик һағайҙы һәм Рәсәйҙе тәнҡит утына тотто. Владимир Путин, Севастополь халҡы алдында сығыш яһап, Украиналағы хәлдәргә ҡарашын белдерҙе. Уның әйтеүенсә, кеше мәнфәғәтенең һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тороуы мөһим. “Халыҡ үҙбилдәләнешкә табан йөҙ борған икән, быға ҡамасауларға ярамай. Шул уҡ ваҡытта һәр яҡтың фекере күҙ уңында тотолорға тейеш”, — тине Рәсәй Президенты.
Иң тәүҙә тәртип урынлаштырырға ине...
Үткән аҙнала Владимир Путин, ОБСЕ рәйесе, Швейцария президенты Дидье Буркхальтер менән осрашып, Украиналағы көрсөктө йырып сығыу юлдарын эҙләне. Путиндың фекеренсә, 25 майҙа үтәсәк президент һайлауы ғына ундағы мәсьәләләрҙе хәл итә алмаясаҡ. Ысынлап та, төбәктә һуғыш барған мәлдә, ундай сара уҙғарыу төптө дөрөҫ түгел. Илдең көньяҡ-көнсығыш биләмәләрендә лә был һайлауҙарҙы инҡар итәләр. Улар халыҡ тарафынан һайлап ҡуйылған Виктор Януковичты президент тип белә һәм әлеге власты һанға һуҡмай. Бөгөн юғары урындарға революция һөҙөмтәһендә килгәндәр көнсығыш төбәктәрҙә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Тимәк, һайлау үтә ҡалһа, унда башлыса көнбайыш халҡы ҡатнашасаҡ. Кандидаттар араһынан президентлыҡҡа кем генә һайланмаһын, уның көнсығыш тарафынан яҡлау тапмаҫы билдәле.
Унан килеп, Донбасс, Луганск өлкәләре һайлауҙа бөтөнләй ҡатнашмаясаҡ. Ошондай шарттарҙа сараны кисектереп тороу, иң башта илдә тәртип урынлаштырыу маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Бының өсөн тәү сиратта радикаль ҡарашлы ҡораллы төркөмдәрҙе ҡоралһыҙландырырға, “Уң сектор” төркөмө етәксеһе Дмитрий Ярошты (әйткәндәй, ул президентлыҡҡа дәғүә итә), уның ярандарын ҡулға алырға кәрәк. Шунһыҙ булмаясаҡ. Өҫтәүенә Украинала конституция реформаһы уҙғарыу, президенттың һәм премьер-министрҙың вәкәләтен аныҡ билдәләү маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Юғиһә кемеһенең нимә өсөн яуап биргәне аңлашылмай. Ошоларҙы атҡарып сыҡҡас ҡына һайлауҙы уҙғарыу дөрөҫ булыр ине.
Әле иһә президент вазифаһына тиҫтәнән ашыу кеше дәғүә итә. Төп көрәш, әлбиттә, билдәле эшҡыуар Петр Порошенко менән Юлия Тимошенко араһында барасаҡ тип көтөлә. Тәүгеһенең еңеп сығыу мөмкинлеге байтаҡҡа юғары. Билдәле булыуынса, “УДАР” партияһы етәксеһе Виталий Кличко Порошенко файҙаһына үҙ кандидатураһын алды. Унан килеп, Тимошенко абруйын, халыҡтың ышанысын күптән юғалтҡан. Һәр хәлдә, кемеһе еңеп сыҡһа ла, Рәсәйгә файҙа булмаясаҡ.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һайлауҙың икенсе көнө башланды

Башҡортостанда һайлауҙың икенсе көнө башланды 19.09.2026 // Сәйәсәт

Бөтә һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙә үҙ эшен башланы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең беренсе көнөнә йомғаҡ яһаны

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең беренсе көнөнә йомғаҡ яһаны 18.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең беренсе көнөнә йомғаҡ яһаны...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге эшләй башланы

Башҡортостанда Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге эшләй башланы 18.09.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге асылды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һайлау башланды

Башҡортостанда һайлау башланды 18.09.2026 // Сәйәсәт

Республикала һайлау участкалары асылды....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һайлауҙа тәртип һаҡлауҙа 10 меңдән ашыу полицейский ҡатнаша
Башҡортостан Юғары суды рәйесенең отставкаһы мәсьәләһе кисектерелде

Башҡортостан Юғары суды рәйесенең отставкаһы мәсьәләһе кисектерелде 17.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Юғары суды рәйесенең отставкаһы мәсьәләһе кисектерелде...

Тотош уҡырға 1

Владимир Путин рәсәйҙәргә мөһим белдереү менән сығыш яһай

Владимир Путин рәсәйҙәргә мөһим белдереү менән сығыш яһай 16.09.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин рәсәйҙәргә мөһим белдереү менән сығыш яһай...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 2

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 2

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә