Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ҡара һыуҙағы баҙар
Ҡара һыуҙағы баҙар
Ишеткәнһегеҙҙер, Башҡортостан Ҡырымдың Белогорск районына шефлыҡ итә. Үҙәге – Белогорск ҡалаһы. Билдәле, аҡҡая тигәнде аңлата. ӘммәҠырым татарҙарының күңеленә икенсе исем яҡыныраҡ – Ҡараһыубаҙар...
1944 йылдың 18 майында, фашистарға теләктәшлек белдереүҙәғәйепләнеп, был халыҡ иленән ҡыуыла. Ул ваҡытта ярымутрауҙа ике ҡалала – Баҡсаһарай менән Ҡараһыубаҙарҙа – күпселекте Ҡырым татарҙары тәшкил итә. Һөҙөмтәлә XVIII быуатта 467 мең (бөтә халыҡтың 95,1 проценты) кешеһе булған милләт илһеҙҡала. Ә тиҙҙән татарса атамалы ауыл-ҡалалар исеме алмаштырыла. Мәҫәлән, Белогорск районындағы бөгөнгө 80 тораҡтың 68-енең элекке исеме бар: Карасевка – Ҡараһыу башы, Хлебное – Ҡалпаҡ, Малиновка – Азамат, Ульяновка – Солтан-һарай, Пчелиное – Ҡортлоҡ, Опытное – Ҡамышлыҡ... Ҡараһыубаҙар ҙа Белогорск булып китә
.
Тәбиғәте хозур Белогорскиҙың. Ике ҡурсаулыҡ, йәнә тәбиғәт ҡомартҡылары бар. Япраҡлы урманында – ҡоралай, болан, ҡыр сусҡаһы, далаһында ҡуян, төлкө, ағуна көн итә. Һунар итергә мөмкин. Әллә ниндәй ҡаҙылма байлыҡтары булмаһа ла, төҙөлөш өсөн тәғәйенләнгән эзбизташ, ҡырсынташ, ҡом, балсыҡ ятҡылыҡтары етерлек.
Әле был төбәктә 64 мең кеше (22 меңгә яҡыны — Ҡырым татары) йәшәй. Майҙаны беҙҙең Дәүләкән йә Шишмә райондарыныҡы кеүек. Башлыса ауыл хужалығы етештереүе үҫешкән. Ике дәүләт ауыл хужалығы предприятиеһында, ике ярҙамсы, 13 коллектив хужалыҡта бойҙай, арпа, эфир майы бирә торған культуралар сәсәләр, һыйыр малы, сусҡа, һарыҡ, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Тағы ла ун сәнәғәт предприятиеһы эшләй.
Белогорскиҙа күп милләтле халыҡ йәшәй: урыҫтар, Ҡырым татарҙары, украиндар, белорустар, поляктар, молдавандар, гректар, грузиндар. Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы ун йылда туған телдә уҡытырға мөмкинлек тыуған. 30 мәктәптең икәүһендәҠырым татары телендә белем бирәләр.
Ә бына медицина ярҙамы күрһәтеү кимәле түбән икән. Сәбәбе – финанслауҙың етешмәүе. Ике дауахана, ун фельдшер-акушерлыҡ пункты, ун ауыл амбулаторияһы бар.
Ҡара диңгеҙ буйында ятмаһа ла, Белогорскиҙың туристарҙы йәлеп итерлек тарихи ҡомартҡылары күп. Мәҫәлән, Бөйөк-Ҡараһыу йылғаһы буйындағы Аҡҡая. Был йәмле урында бихисап кинофильм төшөрөлгән. Уның төньяҡөлөшөндә археологтар тәүтормош кешеләренең егерме ултырағы булғанын билдәләгән. Шунда уҡ хәҙер юҡҡа сыҡҡан мамонт, мәмерйә айыуы, гигант болан, тәүтормош үгеҙе, ҡырағай ат һөйәктәре лә ятҡан. Ҡырымда беренсе булып неандерталецтың баш һөйәге лә ошонда табылған. Беҙҙең эраның беренсе быуаттарында Аҡҡаяның бер мәмерйәһендә сарматтар йәшәгән. Был турала ташҡа уйылған ырыу тамғалары һөйләй.
Ә Тополевка ауылы янындағы Күбәләс тауында донъяла башҡа бер урында ла булмаған алһыу сәскәле хуш еҫле цикламен үҫә.
Ике йыл элек Белогорскиҙа “Тайган” сафари-паркы асылған. 32 гектарҙағы питомникта төрлө тоҡомло 58 арыҫлан, йөҙләгән башҡа ҡырағай хайуан йәшәй. Ҡырағай тәбиғәт шарттарында уларҙы күҙәтеүөсөн дөйөм оҙонлоғо бер километрлыҡ күперҙәр төҙөлгән. Һәр кем Африкаға сафариға бара алмағанда, был бит шәп идея! Тимәк, Ҡырымға ял итергә юл төшһә, туғанлашҡан Белогорскиға һуғылып, барыһын да күреп китергә мөмкин.
Г. БИРГӘНОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә