Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Тарихҡа инеү еңелме?
22 апрелдә Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев Дәүләт Думаһында отчет менән сығыш яһаны. Был сараның Владимир Ильич Лениндың тыуған көнөнә тап килеүе осраҡлы булманы шикелле. Дәүләт етәкселәре әлеге сығышты ошо көнгә ҡуйып, Дмитрий Медведев алып барған сәйәсәттең хеҙмәт кешеһенә ҡаршы икәненә ишара яһағандай булды.

Был йәш сәйәсмәндең юлын барлап сыҡһаң, ирекһеҙҙән Виктор Черномырдиндың “ҡысымаған урынды тырнамағыҙ” тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Президент булған сағында сәғәтте күсереп, бөтә халыҡҡа байтаҡ уңайһыҙлыҡ тыуҙырғайны, әле һаман үҙенең ошо хатаһын төҙәтергә ашыҡмай, төрлө һылтау табып, эште кисектереп килә. Рәсәй бюджетын 327 миллиард һумға кәметкән “милицияны полицияға үҙгәртеү”ҙе реформа тип атауы ла ҡыйын.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта социаль нормативтарҙы көсләп тигәндәй индерергә тырышыуы ла үҙен аҡламаны. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәм: Рәсәйҙең биш төбәгендә эксперимент рәүешендә электр энергияһын самалап тотоноу маҡсатында социаль норматив булдырҙылар. Уның асылы шул норманан артыҡ ҡулланылған энергия өсөн уртаса 30 процентҡа артығыраҡ түләүҙә ине. Бер уйлаһаң, был сара экономияға килтерергә тейеш һымаҡ, ә төптән ҡараһаң, илдә тик ошо ресурсҡа ҡытлыҡ булғаны юҡ. Хатта артығын сит илдәргә һатабыҙ, мәҫәлән, Ҡытайға. СССР ваҡытынан беҙҙә энергетика тарифтары халыҡ өсөн түбәнерәк булды. Был хәл хәҙер беҙҙә һәм Белоруссияла ғына һаҡланып килә. Капитал мәнфәғәтен яҡлаған Медведев был реформаны “диспропорцияны” капитал файҙаһына үҙгәртеү өсөн генә үткәрергә уйлағандыр. Бына хәҙер Рәсәй Хөкүмәте үҙ пландарынан баш тартырға мәжбүр. Баҡтиһәң, һыуҙы, газды, йылылыҡты иҫәпләгән приборҙарҙың булмауы арҡаһында был ресурстарға социаль нормативтар индереү техник яҡтан барып сыҡмаҫлыҡ икән. Ул ғына ла түгел, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалау арҡаһында һыу ҡулланыу социаль нормативһыҙ ҙа ҡырҡа кәмегән булып сыҡты. Был шарттарҙа проектты әҙерләгән Д. Медведев Хөкүмәте бөтә ғәләм алдында оятҡа ҡалды. Ғөмүмән алғанда, ул етәкләгән Хөкүмәт, улар йәлеп иткән эксперттар, үҙҙәренең компетентлы түгел икәнен асыҡ күрһәтте.
Шул уҡ мәғариф реформаһын алып ҡарайыҡ. 2000 йылда индерелә башланған Берҙәм дәүләт имтиханын тәҡдим итеүселәр – мәғариф министры Владимир Филиппов, уның урынбаҫары Виктор Болотов һәм Юғары иҡтисад мәктәбе ректоры Ярослав Кузьминов — бөтә бәләләр артта ҡаласаҡ тип ышандырҙы. Юғары уҡыу йорттары ректорҙарын үҙҙәренең административ ресурсы менән еңеп (МДУ ректоры Виктор Садовничий ғына бирешмәне), ошо тестарға нигеҙләнгән имтиханды индереп, бөтә донъяла дан алған Совет системаһын юҡҡа сығарҙылар. Бына яңыраҡ министр Дмитрий Ливанов “Известия” гәзитенә биргән интервьюһында БДИ-лағы тестарҙан торған “А” өлөшөнән баш тартырға торабыҙ тип иғлан итте. Был белдереү мәғариф өсөн тарихи ваҡиға булыр, моғайын: ысынында БДИ-нан баш тартыуға тиң был. Ниһайәт, мәғариф етәкселәре БДИ системаһын камиллаштырып булмауын аңланы шикелле. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: имтиханды күҙәтеп тороу өсөн веб-камералар (Уҡыусыларҙы кәмһеткәндәрен аңламайҙармы икән?) менән йыһазландырыу ғына 650 миллион һумға барып баҫа. Был аҡсаны уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыуға ебәреү яҡшыраҡ булыр ине. Бына тағы бер яңылыҡ: алтын миҙал тапшырылмаясаҡ тип иғлан итеп тә өлгөрмәнеләр, 23 апрелдә министр Дмитрий Ливанов был йоланы кире ҡайтарыу тураһында хәбәр итте: йөҙөн һаҡлап ҡалыу өсөндөр инде “төбәктәр ҡарамағына бирелә”, ти.
Был алымдар тәжрибәһеҙ сәйәсмәндәр өсөн тарихҡа инеп ҡалыу сараһы ғына булып торалыр. Перманент рәүештә башҡарылған реформаларҙың күпселеге йәмғиәт өсөн кәрәкмәй ине. Эш күрһәтеү өсөн генә атҡарылғандары ла булды. Бының сәбәбе Михаил Горбачев заманынан килгән “Советтар Союзы үҙе тарҡалды, ул – яһалма конструкция” тигән ҡараш булды. Совет ҡомартҡыларын емереүҙе үҙенең кредоһы итеп ҡабул иткән реформаторҙар көндән-көн тарих алдында рисуай ҡалалар. И. Сталин төҙөгән Совет йәмғиәте тотороҡло һәм ныҡ булып сыҡты. Быны беҙ Совет гимнын, Хеҙмәт геройы исемен, экологик шәмбеләрҙе, ГТО-ны, дәүләт идеологияһын кире ҡайтарыуҙа асыҡ күрәбеҙ. Бына хәҙер Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында Май демонстрацияһын үткәрергә лә рөхсәт бирҙеләр. Ҡырымдың да Рәсәйгә кире ҡайтыуы, Тирасполдең, Украинаның көньяҡ-көнсығыш төбәктәренең дә быға ынтылыуы юҡҡа түгелдер. Тиҙ арала ҡабул ителгән законға ярашлы элекке СССР кешеләренә Рәсәй гражданлығын алыу еңелләшәсәк. Был, әлбиттә, эш хаҡын тағы ла төшөрәсәк, әммә элекке Советтар Союзында йәшәргә теләгән кешеләр артыуының БДБ дәүләттәрен халыҡһыҙ ҡалдырыуы ла мөмкин.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Хөкүмәте кәрәкле ҡайһы бер реформаларҙы инҡар итеп килә. Почтаны ғына алып ҡарайыҡ. Дәүләт кимәлендә ҙур әһәмиәткә эйә булған был монополия нисәмә йыл иғтибарҙан ситтә ҡалып килде. Бындағы етешһеҙлектәр арҡаһында матбуғат бөлгөнлөккә төштө. Ни эшләптер Рәсәй Хөкүмәте был тармаҡта тейешле реформалар үткәреүҙе кәрәк тип иҫәпләмәй.
Шул уҡ банк системаһын алып ҡарайыҡ. Белгородтағы “Западный” банкынан үҙ аҡсаһын ҡайтара алмаған берәү ҡулына мылтыҡ алырға мәжбүр булды – хәҙер уға оҙайлы срокка төрмә янай. Бындай хәл яңыраҡ беҙҙең Башҡортостанда ла теркәлде. Беҙҙәге банк системаһы кеше мәнфәғәтендә ойошторолған тип әйтеп булмай. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: кредит алыу өсөн кеше төрлө документтар, залог әҙерләргә тейеш. Бурысын ваҡытында ҡайтара алмаһа, төрлө коллекторҙарға бөтә саралар ҙа ҡулланырға рөхсәт ителә. Ә банк кешенең аҡсаһын үтескә алып торһа, бының һымаҡ гарантиялар бирмәй. Ул бурысын ваҡытында ҡайтарыуҙан баш тартһа, нимә эшләргә һуң? Юҡҡа ғына Белгород губернаторы Евгений Савченко “бында банктар ғәйепле” тип әйтмәне. Ысынлап та, банк системаһында ике яҡтың да хоҡуғы тиң булырға тейеш. Беҙҙәгеләрҙең “хаталары” (енәйәте) өсөн дәүләт йәки ябай кеше яуап бирә. Вкладтарҙы страховкалау агентлығындағы аҡса беҙ түләгән һалымдарҙан туплана түгелме һуң?
Сәйәсмән киләһе һайлауҙар тураһында уйлаһа, дәүләт эшмәкәре киләһе быуындарҙы хәстәрләй тигәндәре дөрөҫтөр. Реформа башларҙан алда үҙеңдең халҡың тураһында уйлау фарыздыр. Был ялған реформалар өсөн кем яуап бирергә тейеш?!


Автор: Илдар ҒӘБИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә