Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Киләсәккә ышаныс бөгөнгөгә нигеҙләнгән
Киләсәккә ышаныс бөгөнгөгә нигеҙләнгәнҮткән шәмбе Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев килде. Ил башлығын "Өфө" халыҡ-ара аэропортында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.
Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында Дмитрий Медведев менән Рөстәм Хәмитов гипербарик оксигенация бүлексәһендәге яңы йыһаздар менән танышты, бауырҙы стентлау буйынса операция барышын ҡараны, рентген хирургияһы ысулы менән диагностикалау һәм дауалау бүлексәһендә үткәрелгән операциялар тураһында ҡыҫҡаса белешмә алды. Артабан Дмитрий Анатольевич Рөстәм Хәмитов менән бөйөрҙәре күсереп ултыртылған ауырыуҙар янына үтте. Табиптар әйтеүенсә, клиникала быйыл ғына 23 кешегә ошондай операция яһалған. Ил башлығына ҡорһаҡ аортаһын эндопротезлау буйынса видеояҙма ла тәҡдим иттеләр. Был ҡатмарлы операцияны 73 йәшлек пациент үткәргән. Дауахананың бүлек мөдире Әмир Хәмитов әйтеүенсә, яңы технологияның һөҙөмтәһе тәү сиратта ыңғай күрһәткестәрҙә сағыла — эндопротезлау ысулын ҡуллана башлағаны бирле дауаханала был сирҙән вафат булыусылар кәмегән.
— Элек бындай операциялар Европаның иң яҡшы дауаханаларында ғына яһала торғайны, — тине Әмир Хәмитов.
Ил башлығы операцияның күпме ваҡытты алыуы менән дә ҡыҙыҡһынды.
— Ике сәғәт. Ә бит заманында бындай операцияларҙы ауырыуҙың ҡорһағын ярып яһай торғайныҡ. Пациент кәмендә алты-ете тәүлек реанимацияла, табиптарҙың күҙәтеүе аҫтында үткәрергә тейеш ине, — тине табиптар.
Ғөмүмән, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы ил башлығында ҙур тәьҫорат ҡалдырҙы. Быны ул клиника хеҙмәткәрҙәре менән аралашыу барышында ла әйтте.
Осрашыу һуңында Дмитрий Анатольевич табиптарҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Билдәле, күптәрҙе торлаҡ мәсьәләһе ҡыҙыҡһындырҙы. Президенттың әйтеүенсә, табиптар өсөн ипотека буйынса процент ставкаһы торлаҡ баҙарынан түбәнерәк буласаҡ һәм яҡынса 5-7 процент тәшкил итәсәк. Тәүге иғәнә һатып алынған торлаҡ хаҡының 10 процентынан артмаясаҡ.
— Әгәр төбәк тә программаны субсидиялаһа, табиптар өсөн был ставканың тағы ла түбәнерәк булыуы мөмкин, — тине Дмитрий Медведев.

* * *
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратындағы осрашыуҙа йәмғиәттә үҙ-ара дошманлыҡ тыуҙырыусы тәғлимәттәрҙе таратыуға ҡаршы көрәш, дини мәғрифәткә ярҙам, шулай уҡ Ислам мәхәлләләрен үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре тураһында һүҙ барҙы.
Ислам мәғрифәтенә һәм мәҙәниәтенә үҫергә ярҙам итеү экстремистарға ҡаршы көрәштең төп нигеҙе булырға тейеш, тигән фекерҙә Рәсәй Президенты. Ул һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә был йәһәттән бер ни тиклем уңышҡа өлгәшелеүен әйтеп үтте. “Туҡһанынсы йылдар башында илдә ни бары 90 самаһы мәсет бар ине, мосолмандарға дини белем биреүсе үҙәктәр бөтөнләй булманы, — тине Дмитрий Медведев. — Хәҙер иһә ете меңгә яҡын мәсет эшләй, уҡыу йорттары ла 90-дан ашыу. Һуңғы дүрт йылда ғына Рәсәйҙә 300-ләп мәсет һалынды, төҙөлөш Башҡортостанда, Татарстанда, Төньяҡ Кавказда айырыуса йылдам бара”.
Президент Ислам тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусылары әҙерләү буйынса махсус программаның тормошҡа ашырылыуын, Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр “Ислам идеологияһы” дәресенең дәүләт стандарты эшләнеүен, әле 21 төбәктә уҡытылған дини тәрбиә һәм мәҙәниәт нигеҙҙәрен барлыҡ ил мәктәптәре өсөн мотлаҡ итергә йыйыныуҙарын белдерҙе.
Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин дәүләт башлығына мосолман өммәтенең дини белем биреүҙе үҫтереү һәм экстремизмға ҡаршы көрәш маҡсатындағы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. “Рәсәй мәсеттәренә “гастролерҙар” индерелмәй. Беҙҙә хаҡ Исламға инаныусылар һәм уны таратыусылар ғына эшләй”, — тине ул. Үҙәк диниә назараты рәйесе Рәсәй Ислам университетын асыуҙың һөҙөмтәлелеген дә билдәләне: “Хәҙер йәштәребеҙ үҙ илендә дини белем алыу мөмкинлегенә эйә, сик аша сығып йөрөйһө түгел. Ә беҙҙең мосолмандарға хас булмаған шикле тәғлимәттәр, нигеҙҙә, сит илдәрҙә уҡып сыҡҡандар аша килеп инә”.
Тәлғәт Тажетдин Президентҡа үҙәк телеканалдарҙа Ислам дине нигеҙҙәрен дөрөҫ аңлатыусы тапшырыуҙар булдырыу тәҡдимен дә әйтте. “Был халыҡты, бигерәк тә йәштәрҙе, ялған дингә ылығыуҙан аралау йәһәтенән ҙур файҙа бирәсәк”, — тине ул. Дмитрий Медведев мәсьәләне иғтибарҙан төшөрмәйәсәген белдерҙе. Юғары мөфтөйҙөң хаж ҡылырға теләүселәр өсөн квотаны арттырыу тураһында һорауы ла яуапһыҙ ҡалманы. “Беҙ Исламдың абруйы Рәсәйҙә генә түгел, тотош донъяла күтәрелеүен теләйбеҙ”, — тине ил башлығы.

***
Артабан Дмитрий Медведев Волга буйы федераль округының киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты.
Башҡортостан журналистары Дмитрий Медведевтың тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынды, республикала ниҙәр күреүен һораны.
— Башҡортостан еренә аяҡ баҫыуыма бер нисә сәғәт кенә бит әле, шулай ҙа һеҙгә килергә яратам. Был яҡтың тәбиғәте матур, кешеләре һәйбәт. Ә үҫешкә килгәндә, һис икеләнмәйем. Быны мин республика етәкселегенең отчетынан ғына сығып әйтмәйем. Миҫал өсөн бөгөн үҙем булған дауахананы ғына алып ҡарайыҡ. Заманса, юғары технологиялы. Бында эшләйҙәр, ауырыуҙарҙы һауыҡтыралар. Ә был бик мөһим, сөнки республика — территория йәһәтенән дә, халыҡ иҫәбе буйынса ла ҙур төбәк. Ауыр операцияларға сират булырға тейеш түгел, — тине Дмитрий Анатольевич.
Журналистарҙы Федераль үҙәк менән төбәктәр араһында хоҡуҡтарҙы бүлеү мәсьәләһе лә ҡыҙыҡһындырҙы.
— Хоҡуҡтарҙы бүлеү, ахыр сиктә төбәктәрҙә лә, муниципалитеттарҙа ла аҡса күберәк булһын өсөн вице-премьерҙар Козак менән Хлопонинға ике эш төркөмөн булдырырға ҡуштым, — тине Рәсәй Президенты. — Әммә ул камил система булмаясаҡ, сөнки тормош бер урында ғына тормай. Бөтә илдәрҙә лә шулай. Йәшәү, килем алыу, һалым түләү шарттары үҙгәрә. Быларҙың барыһы ла хоҡуҡтарҙы даими бүлешеп торорға мәжбүр итә.
Дмитрий Медведев фекеренсә, килемдәрҙе ғәҙел бүлеү, муниципалитеттар күберәк аҡса алып, уларҙы үҙҙәре тотона алһын өсөн барлыҡ эштәр һөҙөмтәле һәм бөгөнгө хәлгә йүнәлтелгән булырға тейеш.
Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен гәзит һәм журналдарҙың киләсәге лә борсой. Әммә артыҡ хафаланырға урын юҡ. "Матбуғат электрон баҫмалар менән бер рәттән йәшәйәсәк", — тип белдерҙе Дмитрий Анатольевич. Рәсәй Президенты фекеренсә, көндәлек гәзиттәр миллионлаған тираж менән сыҡҡан дәүер үтте. Ул үҙе лә Интернет яҡлы. Шул уҡ ваҡытта, Президент һүҙҙәренсә, һуңғы арала ул гәзиттәрҙе йышыраҡ уҡый, сөнки баҫмаларҙың күбеһе электрон төрҙә сыға башланы.
Осрашыу бик йылы шарттарҙа үтте. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре төрлө тармаҡҡа ҡағылышлы һорауҙар бирҙе. Берәүҙәрҙе йәшәү сифаты ҡыҙыҡһындырҙы, икенселәр торлаҡ, юл мәсьәләләре хаҡында күберәк белергә теләне. Араларында мәҙәни мираҫ, ришүәтселеккә ҡаршы көрәш, милли сәйәсәт кеүек көнүҙәк проблемаларҙы күтәреүселәр ҙә булды. Ил башлығы һәр кемдең һорауына ихлас яуап бирҙе.

* * *
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Өфөгә эш сәфәре һуңында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән әңгәмәләште.
Ике башлыҡтың осрашыуында республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу, демографик хәлде яҡшыртыу мәсьәләләре күтәрелде. Анығыраҡ әйткәндә, һүҙ перинаталь ярҙам системаһын үҫтереү һәм ауыл ерендә йәшәүсе халыҡты юғары технологияларға нигеҙләнгән медицина хеҙмәтләндереүе менән тәьмин итеү хаҡында барҙы.
— Һуңғы йылдарҙа медицина тармағын үҫтереүҙең федераль программалары ярҙамында төбәктә күп мәсьәләне ыңғай хәл итеүгә өлгәштек. Тәү сиратта балалар һәм ауырлы ҡатындар тураһында хәстәрлек күрәбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. Башҡортостан етәксеһе алдағы аҙнала республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә Республика Советының һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналған күсмә ултырышы уҙасағын белдерҙе, был форумға әҙерлек барышында биш районда яңы дауаханалар төҙөлөүен, медициналағы алдынғы технологияларҙы ауыл халҡына яҡынайтыу маҡсатында саралар күрелеүен билдәләне.
— Ә республикала халыҡтың күпмеһе ауылда йәшәй? — тип ҡыҙыҡһынды Рәсәй Президенты.
— Ҡырҡ проценты. Был йәһәттән ил төбәктәре араһында рекордсмен булып һаналабыҙ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Дмитрий Медведев фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыу һөҙөмтәләре хаҡында ла һорашты. Башҡортостан Президенты: “Быйыл ғына ла йөҙҙән ашыу ФАП-ты төҙөкләндерҙек. Быға, әйткәндәй, күп аҡса талап ителмәй”, — тип яуапланы. Дәүләт башлығы был һүҙҙәрҙе хуплап: “Ҙур түгел, әммә бик мөһим инвестиция”, — тигән фекер белдерҙе.

* * *
Рәсәй Президентының эш сәфәрендә Волга буйы федераль округына ингән төбәк етәкселәре лә ҡатнашты. Улар өсөн Өфө дәүләт авиация техник университетының яңы бинаһына экскурсия ойошторолдо.
Илдә киң билдәле юғары уҡыу йорто менән ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һәм министрҙар таныштырҙы. Университет ректоры Марат Ғөзәйеров үҙенең телмәрендә: “Бөйөк ғалим Михаил Ломоносовтың тыуыуына 300 йыл тулған көндәрҙә беҙҙә яңы уҡыу корпусының файҙаланыуға тапшырылыуы оло мәғәнәгә эйә”, — тип билдәләне.
“Өфө дәүләт авиация техник университетының Түбәнге Новгород техник университеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе өсөн шатмын. Беҙҙең алда торған бурыстар аныҡ: иҡтисадты яңыртырлыҡ, заманса технологияларҙы үҙләштерерлек яҡшы белемле, рухи яҡтан бай, һау-сәләмәт яңы быуын үҫтереү”, — тине Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Валерий Шанцев. Сыуашстан Президенты Михаил Игнатьев бында белем алыусы йәштәргә көнләшеп ҡарауын, уларҙың киләсәктә һәйбәт эш табасағына ышанысын белдерҙе.
Материалдарҙы Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА менән
Даян МӘЖИТОВ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 424

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 480

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 517

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 419

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 381

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 457

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 379

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 373