Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Яңы мәктәп шатлыҡ килтермәне
Иҫке генә булыуына ҡарамаҫтан, уҙған быуат аҙаҡтарында Аҙау урта мәктәбендә йөҙҙәрсә бала ике сменала белем алды. Белемгә һыуһағанға күрә яҡшы уҡырға тырыштылар. Иҫке мәктәп емерелә башлағас, яңыһын төҙөтөү өсөн байтаҡ йөрөргә тура килде.

Ниһайәт, 1991 йылда башланған төҙөлөш бер йылда тамамланды. Уҡытыусы булһаҡ та, район етәкселеге һорауы буйынса балта оҫтаһы эшен дә башҡарҙыҡ. Ауылдағы йәштәрҙән бригада төҙөнөм. Яңы мәктәпте йыһазлау өсөн Өфөнән мебель, ҡорамал ташыныҡ. Заманса хеҙмәт дәрестәре үткәреү өсөн инструменттар, станоктар килтерҙек. Ҡыҙ балалар өсөн 15-ләп теген машинаһы урынлаштырҙыҡ. Аҙау урта мәктәбенә яңы автобус, "Т-75" тракторы тапшырылды. Яҡын-тирәләге ауылдарҙан ата-әсәләр, тантанаға килеп, изге теләктәрен әйтте.
Яңы мәктәптә яңы уҡыу йылы башланды. Бина йылы, яҡты, иркен, белем алыу өсөн махсус кабинеттар бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ноябрь айының тәүге көндәрендә үк йылытыу системаһы сафтан сыҡты. Шатлығыбыҙ оҙаҡҡа барманы, һыуыҡ булыу сәбәпле, уҡытыу туҡтатылды. Бөтә ғәйепте мәктәп директорына япһарҙылар. Бинаны ҡабул итеп алған актта 30 кешенең ҡултамғаһы бар, улар нимә ҡараған, тикшергән? Яйлап мәктәптең милке урлана башланы.
Тиҙҙән бер төн эсендә яңы трактор һабаны менән бергә юҡ булды. Яңы автобусты күҙ буяу өсөн ут һүндереү машинаһы итеп ултыртып ҡуйҙылар. Бар нәмәне бөтөрөүе шулай тиҙ ҙә, еңел дә икән... Мәктәптең милкенә инвентаризация үткәрелмәне, кем нисек етте шулай "эшләп", уҡыу йортоноң элекке абруйын төшөрҙө.
Ата-әсәләр балаларын Аҙауға уҡытырға ебәрмәй башланы. Ҡулайлаштырыу тип йөрөтөлгән күренеш тә булышлыҡ итте. Аҙау урта мәктәбе уҡыусыларын 18 саҡрым алыҫлыҡтағы Оҙондар ауылына йөрөтөп уҡыталар. Балаларҙы иртәнге 8-се яртыла уятып, автобус менән юлға сығаралар.
Уҡыусылар юл йөрөүҙән ялҡты, белем ҡеүәһе түбәнәйҙе. Бына шулай ситтән күҙәтеп, уңайлы шарттарҙы көтөп йөрөгәндәр, етәкселеккә үрләп, мәктәпте тарҡатты. Буш торған класс бүлмәләрен клуб, медпункт, почта бүлексәһе, китапхана иттеләр. Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ҙә мәктәпкә күсенергә йөрөй. Минеңсә, яңы мәктәпте тарҡатҡан етәкселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәк. Элек алты йөҙҙән ашыу бала иҫке мәктәптә белем алды, ә яңыһында — ни бары утыҙға яҡын. Гөрләп торған мәғариф усағының һүнә барыуына күңел шул тиклем әрней, белһәгеҙ ине...
Фәнияз САДИҠОВ,
хеҙмәт ветераны.


Район: Архангел районы, Аҙау ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә