Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Боронғо ғәҙәт һәм бөгөнгө сәйәсәт
Беҙҙең донъяла ҡотҡарыусы көс булып спорт ҡала — уның өҫтөндә, әүәлгесә, өмөт әләме елберләй, бында ҡағиҙәләрҙе тоталар һәм, еңеү кемдең яғында булһа ла, дәғүәсене хөрмәт итәләр.

Джон Голсуорси, инглиз яҙыусыһы.

"Таштың да тарихы була" тигән раҫлау бар. Игелекле хәтер хан заманғы хәл-ваҡиғаларҙы ла һаҡлай белә, ә ҡәҙерһеҙ нәмәләр онотолоу упҡынына сумып юғала. Меңдәрсә йылдар хатта мәңгелек өсөн дә байтаҡ ара: шул дәүерҙә дәүләттәр хасил булған, "донъя — беҙҙеке!" тип мыйыҡ ҡабартҡан шәхестәрҙән күләгә лә ҡалмаған.
Ошо юҫыҡта ваҡыт тигән атты арытмаған, арбаһынан төшөп таралмаған, дөйөм кешелектең рухи хазинаһы булып килгән ғәмәлдәр бар. Олимпия уйындары, бәлки, баһалағыһыҙ шул ҡиммәттәрҙең береһелер.
Күсмәнделәр заманында йәшәгәс, һыу тимәй, тау тимәй, саҡрымға ҡарамай, бер илдән икенсеһенә йөрөп кенә торабыҙ. Шулай, Грецияға юл төшкәндә күрәһегеҙҙер, ярҙары диңгеҙ тулҡындарынан йырмасланған дәүләттә тауҙар ифрат күп. Улар араһындағыларҙың да иң бейеге — Олимп тауы. Өс мең метрға етә яҙып тора. Хәҙер унда — Милли парк.
Гректарҙа таралған риүәйәттәргә ышанғанда, әлеге изге тауҙа Зевсҡа буйһонған аллалар йәшәгән, имеш. Донъя хәлдәрен, кемдәргә яу асыуҙы, кемдәргә һиллек бүләк итеүҙе, изгелек менән яуызлыҡ самаларын аллалар ошонда, Олимп йыйынында, хәл иткән, йәнәһе.
Аныҡ ҡына теркәлгән яҙыу булмаһа ла, тәүге Олимпиада әле беҙ йәшәгән дәүергә тиклемге 776 йылда үткән, тип фаразлау бар. Олимпиада төшөнсәһе артабан киңерәк мәғәнә һәм ҡулланыу алһа ла, Олимпия уйындары араһындағы дүрт йыл боронғо гректарҙа, һәр хәлдә беҙҙең дәүерҙән алдағы 394 йылға тиклем, ваҡыт ағышын үлсәү берәмеге булып йөрөгән.
Хәйер, быны төпсөрләп ултырыу уҡыусыға ҡыҙыҡ түгел бит инде. Ә бөгөн беренсе Олимпиадала иң тәүге булып старт алған спортсының исемен аныҡлау мөмкинлеге булһа... Боронғо эллиндар ниндәй араға, ниндәй ҡорамалдар тотоп ярышҡа сыҡты икән? Нимәгә өлгәшкәндәр, уларҙы ни менән дәртләндергәндәр? Улай тиһәң, тарих китаптарында Олимпия уйындары әүәле беҙ аңлағанса уҡ ярыш булмаған, бәлки ғәмгә тән камиллығын күрһәтеү, халыҡтың, тәндән бигерәк, йән сәләмәтлегенә лә иғтибарын йүнәлтеүгә хеҙмәт иткән, тип тәҡрарлана.
Шулай ҙа дүрт быуаттан ашыу үткәрелә килгәндән һуң, Олимпия уйындары туҡтатылған. Әйткәндәй, боронғо уйындар ғәҙәттә биш көн барған һәм, ярыштарҙың күпме булыуына ҡарап, йәйге һәм ҡышҡы олимпиадалар хәҙер ҙә төрлөсә дауам итә. Бына Сочи Ҡышҡы Олимпия уйындары ла 7 февралдә рәсми асылып, 23 февралдә генә ябыла. Тулы ун ете көн. Булһынсы! Сөнки хәҙерге олимпия хәрәкәтен тергеҙеүсе йәмәғәт эшмәкәре, педагог барон Пьер де Кубертен торараҡ Олимпиадалар эмблемаһына ингән "Citius, albtiug, foztus" ("Тиҙерәк, юғарыраҡ, көслөрәк") тигән девиздарға "О, спорт, һин — тыныслыҡ!" тип тә өҫтәгән. Һуңғыһы инде — йөрәк ауазы ғына түгел, бәлки, сәйәсәткә ишара. Йыр-моң ағылған мәлдәрҙә туптар тынып тора тигән ҡанунды оло спорт йыйындарына ла таратыу хыялы менән әйтелгәндер улар.
Шулайҙыр, шәт. Ләкин донъяла, ғүмер-ғүмергәсә, хакимлыҡ һәм мөлкәт өсөн көрәш тынмаған. Әҙәм балаһы, күҙенә ҡан һауғанда, әсәй-атай һүҙен дә, оронмаҫ ҡәҙерҙәрҙе лә онота. Йәмәғәт хәтеренең туҙған иләк кеүек булыуында спорт ярыштарына сәйәси төҫ бирелеүе ғәйепле. Бына, мәҫәлән, ХIХ быуаттың аҙағы. Дәүләт-ара мөнәсәбәттәрҙә донъяны колониаль бүлешкән осор. Рәсәйҙә лә инҡилаби хәрәкәттең көсәйгән сәйәси тотороҡһоҙлоҡ сағы. 1896 йылда Афина ҡалаһында тәүге яңы дәүер Олимпия уйындары үтә. Рәсәйҙә иһә унда ҡатнашыу ҡайғыһы юҡ. Май уртаһында император Николай II батшалыҡҡа килгәндә, Ходынское яланында, бушлай өләшелгән бүләктәр алып ҡалыу өсөн ҡыҫылышып, рәсми мәғлүмәттәргә ышанғанда, 1 400 самаһы кеше һәләк була. Ул арала революционерҙар Юлий Мартов менән Владимир Ульянов "Эшсе синыфтың азатлығы өсөн көрәш берекмәһе"н ойоштора.
Артабан да Рәсәй империяһына һәм Советтар Союзында Олимпия хәрәкәтендә, Олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашыуға йә тышҡы сәйәси сәбәптәр, йә ил эсендәге етди ҡаршылыҡтар аяҡ сала тора. Донъялағы глобаль процестар ҙа Олимпия уйындарының аныҡлыҡ менән дүрт йыл һайын үтеп тороуына форсат бирмәй, әлбиттә. 1912 йылда Стокгольм ҡалаһында үткән Олимпиаданан һуң, күп тә тормай, Беренсе донъя һуғышы ҡуба. Спортсылар йәнә 1920 йылда ғына осраша ала. Ә Рәсәйҙә был саҡ ниҙәр булып ятҡаны һәр кемгә мәғлүм. 1936 йыл Берлинда уҙғарылған Олимпия уйындары, беренсенән, нацизмдың дошмансыл идеологияһы йоғонтоһона дусар булһа, икенсенән, Союзда ла сәйәси көрәштең киҫкенләшеүе унда ҡатнашыу форсатын бирмәне. Артабан инде — Икенсе донъя һуғышы һәм нәүбәттәге уйындарҙы 1948 йылда ғына үткәреү мөмкин була.
Йәнә лә шуны әйтергә кәрәктер: Икенсе донъя һуғышы тамамланып, У. Черчилль 1946 йылдың мартында һәм авгусында Советтар Союзына ҡаршы йүнәлтелгән сығыштарынан һуң "һалҡын һуғыш" доктринаһы бойомға ашырыла башлағас, Олимпия хәрәкәте башкөллө сәйәсәт ҡорона тартып индерелде. Ниһайәт, 1952 йылда Советтар Союзына Финляндияла үткәрелгән ХV Олимпия уйындарында ҡатнашыу форсаты тыуғас, стадиондарҙағы ярыш сәйәси көндәшлек менән бергә үрелә башланы. Әйткәндәй, еңел атлетика буйынса СССР менән Америка Ҡушма Штаттары араһындағы матч осрашыуҙарында сәйәси ике системаның бер-береһенән өҫтөнлөктө иҫбат итеү ынтылышын күреү ауыр түгел ине. Хельсинкиға әйләнеп ҡайтҡанда, тәү мәртәбә сығыш яһағанда уҡ совет спортсылары, 38 алтын, 53 көмөш һәм 15 бронза миҙал яулап, әмерикәндәр менән, рәсми булмаған команда иҫәбе буйынса, 1-се, 2-се урындарҙы бүлеште. Совет спорты тарихында беренсе Олимпия алтын миҙалын илебеҙгә Нина Пономарева килтерҙе. Һәм ошо юҫыҡтағы һүҙҙе бер иҫкәрмә менән генә ослайыҡ. Артабанғы Йәйге һәм Ҡышҡы Олимпиадаларҙа беҙҙекеләр бирешәһе булманы, тик Ванкувер ҡалаһындағы туғыҙынсы урынды тиҙерәк оноторға яҙһын.
Барон Кубертендың: "О, спорт..." тип йөрәкһеүҙәре йөрәкһеҙ сәйәсмәндәрҙе лә, радикаль экстремистарҙы ла ҡымшандырмай. Илдәр, ҡәүемдәр, диндәр араһындағы ҡаршылыҡтар киҫкенләшкән саҡта һүнә, изгелеклелек юғала, шул иҫәптән спорт ҡорбанға килтерелә. 1972 йылдың сентябрендә Мюнхен ҡалаһында үткән Олимпиадала Фәләстан террорсылары, Израиль спортсыларын аманатлыҡҡа алып, ун берен һәләк итә. Ғөмүмән, Мюнхен фажиғәһе Олимпия уйындарына ныҡ үҙгәреш индерә. Лейк-Плэсидтағы (АҠШ) ХIII Ҡышҡы Олимпиадала хәүефһеҙлекте тәьмин итеү теләге Олимпия ауылын ғәмәлдә төрмәгә әүерелдерә. Шул уҡ йылда йәй (1980) Мәскәү Йәйге Олимпиадаһына килеүселәрҙең төйөнсөктәрен үтәнән яҡтыртып ҡарайҙар, баш ҡала милиция хеҙмәткәрҙәре менән тулы була.
Артабан да Олимпия уйындарына ҡағылышлы һөйөнөстәр ҙә, көйөнөстәр ҙә бергә йөрөнө. Мәскәүгә 80 ил спортсыһы килде, 62 илдеке, үкенескә, ғафил ҡалды. Сәбәбе — совет ғәскәрҙәренең Афғанстанға инеүе. Тағы дүрт йыл үтеүгә, Лос-Анджелесҡа Советтар Союзы менән уның ҡулдаштары спортсыларын ебәрмәне. Әгәр Олимпиаданың спорт ярыштарында иң юғары кимәл һәм унда ҡатнашыу — һәр спортсының ғүмерлек хыялы икәнен уйлағанда, был мөхиткә сәйәсәттең килеп ҡыҫылыуы фәҡәт зыянға икәнлеген аңлайһың.
...1960 йыл. Сентябрь. Рим ҡалаһында ХVII Олимпия уйындары бара. Беҙ, Башҡорт дәүләт университетының беренсе курс студенттары, дөйөм ятаҡҡа ҡайтһаҡ, радиодинамик эргәһенән китмәйбеҙ. Шөкөр, беҙҙекеләр "тегеләр"ҙе дөрөп алып бара. Ахыры, 43 алтын, 29 көмөш, 31 бронза миҙал һәм 683 мәрәй йыйып, беренселеккә сыҡтыҡ. "Тегеләр" ҡалды!.. Атыусы, Өфө ҡалаһы егете, ғалим-математик Ренарт Сөләймәнов 1968 йылда Мехикола үткән Олимпиадала бронза миҙал алды. Ул Мехиконан аҙаҡ күп мәртәбә донъя, Европа, ил чемпионаттарында еңеү яуланы. Йәнә лә Өфө атыусыһы Игорь Соколов 1980 йылғы Олимпиада чемпионы булды.
Оло мәшәҡәттәр алып килһә лә, Олимпия уйындары — үтер ғәмәл. 1980 йылдың йәйендә "Лужники" стадионы өҫтөнә күтәрелеп, осоп юғалған Айыу балаһын күңелдәребеҙ тулып оҙатҡайныҡ. Диңгеҙ янындағы тауҙар түбәһенә әлеге Олимпиаданың талисмандары ла осоп ҡунмаҫ тимә. Тик ул, көттөрөп килеп, йөрәктәребеҙҙең бер киҫәген алып, именлек юрап китһен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 426

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 480

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 517

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 419

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 381

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 457

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 379

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 375