Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Халыҡ мәнфәғәте иғтибар үҙәгенән төшмәй
Халыҡ мәнфәғәте иғтибар үҙәгенән төшмәйУҙып барған йылдың төп сәйәси сараһына — Башҡортостан Президентының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға сираттағы Мөрәжәғәтнамәһен тыңлар өсөн — республика парламенты йортона бихисап халыҡ йыйылды. Төрлө кимәлдәге власть органдары етәкселәре, шул иҫәптән депутаттар, министрҙар, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары һәм дин вәкилдәре — кем генә килмәгән. Төп сәйәси документ, депутаттарға тип тәғәйенләнһә лә, асылда барлыҡ Башҡортостан халҡына тәҡдим ителә. Унда республиканың артабан ниндәй йүнәлештәрҙе өҫтөнлөклө итеп алып, ҡайһы юлдан үҫәсәге күҙалланған.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарының сираттағы ултырышы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт гимндары менән башланды. Унан һуң Рөстәм Хәмитов Мөрәжәғәтнамә менән таныштырҙы. Бер сәғәткә һуҙылған сығыш йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәһенә ҡағылды, уҙған йыл йомғаҡтары барланды, киләсәккә бурыстар ҡуйылды.
Президенттың былтырғы Мөрәжәғәтнамәһендә төп йүнәлеш граждандарҙың тормошон яҡшыртыу өсөн төбәктә уңайлы шарттар булдырыу ине. Быйылғы документта ла кешеләрҙең йәшәйешен еңеләйтеү төп маҡсат тип билдәләнде.
— Быларҙы тормошҡа ашырыу ҙур тырышлыҡ һәм аҡыл көсө талап итә, — тине Рөстәм Зәки улы.
Эйе, йәшәйеш бер урында тормай, уның менән бергә йәмғиәт тә, кешелек тә үҙгәрә. Замандан, башҡа төбәктәрҙән артта ҡалмаҫ өсөн властың барлыҡ органдарына ла тырышырға кәрәк. Рөстәм Зәки улының Мөрәжәғәтнамәһендә әйтелеүенсә, дөйөм маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн халыҡтың да берҙәм булыуы мөһим.
— Сифаттың яңы кимәленә сығыу өсөн беҙгә икенсе төрлө уйларға, кешеләрҙе артыбыҙҙан эйәртергә, тормошҡа техник яңылыҡтар индерергә, яңы материалдар файҙаланырға, ижад, инновациялар өсөн ваҡыт ҡалдырырға тейешбеҙ, — тине Президент.
Рөстәм Хәмитов былтырғы Мөрәжәғәтнамәһендә “аҡыллы йәмғиәт” терминын индереп, уның принциптарын билдәләгәйне. Был тема быйыл да дауам итә һәм үҫешә. Президент ошо яңылыҡтар тураһында һөйләгәндә күберәк йәштәргә мөрәжәғәт итте. Уларға бөгөндән уңайлы шарттар булдырырға, төрлө яҡлап үҫтерергә, технологиялар менән тәьмин итергә кәрәклекте етәксе яҡшы аңлай.
Киләһе йыл Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла Мәҙәниәт йылы исеме менән үтәсәк. Был йәһәттән беҙҙе үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле йыл көтә, тип әйтергә булалыр. Рөстәм Зәки улы был мәсьәләгә айырым туҡталды.
Халыҡ мәнфәғәте иғтибар үҙәгенән төшмәй* * * Әйткәндәй, республика парламенты депутаттары пленар ултырыш ваҡытында беренсе уҡыуҙа “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында”ғы закон проектын ҡараны. Уға ярашлы Президент атамаһы үҙгәртеләсәк. Бынан ары был вазифаны “Башҡортостан Республикаһы Башлығы” тип йөрөтөргә тәҡдим ителә.


Иршат ФӘХРЕТДИНОВ, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты:
— Президент Рөстәм Хәмитовтың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу өсөн власть структуралары менән йәмәғәт ойошмаларының көсөн берләштереү мәсьәләһенә төп иғтибар бирелә. Быны иҡтисадты нығытыу, инвестициялар йәлеп итеү аша эшләргә кәрәк, ти ул. Башҡортостанды артабан үҫтереү өсөн ошолар бик мөһим. Беҙҙең республика Волга буйы федераль округында күп йүнәлештәр буйынса тәүге урындарҙа килә. Социаль өлкә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләренә ҙур иғтибар бирелә. Әлбиттә, был шатландыра.

Йомабикә ИЛЬЯСОВА, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары:
— Президент башҡарма власть органдарына ла, депутаттарға ла ҡәтғи бурыстар ҡуйҙы, йәмғиәтебеҙҙең берҙәм булырға тейешлеген билдәләне. Был — киләсәктәге рухи һәм иҡтисади үҫешебеҙҙең төп нигеҙе. Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов урындағы власть органдарының социаль йөкләмәләр буйынса аныҡ пландары булырға тейешлеген әйтте. Бының менән тулыһынса ризамын, сөнки урындарҙа халыҡты ҡабул иткәндә йыш ҡына ваҡ мәсьәләнең дә хәл ителмәүе менән осрашабыҙ.


Автор: Әлфиә ӘЙҮПОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә