Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Баймаҡ яңырыу кисерә
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Баймаҡ районына эш сәфәре барышында ҡайһы бер етештереү предприятиеларында, социаль һәм инфраструктура объекттарында булды. Был көндә республика етәксеһе шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығы, Баймаҡ ҡойоу-механика заводының 100 йыллығы айҡанлы ойошторолған тантаналарҙа ҡатнашты, урындағы предприятиелар әйберҙәре ҡуйылған күргәҙмә-йәрминкәне ҡарап сыҡты.

Хәҙер Сибайға йөрөмәҫтәр

Президент Баймаҡта Әлибаев урамында граждандарҙы иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү программаһына ярашлы һалынған өс ҡатлы яңы йортта булды. Ундағы 24 фатир хужаларын көтә. Өй туйлаусыларға асҡыс тапшырылған. Рөстәм Зәки улы төҙөлөш һәм биҙәү эштәренең сифатынан ҡәнәғәт ҡалды.
Республика башлығы шулай уҡ үҙәк ҡала дауаханаһында булды. Медицина хеҙмәткәрҙәре менән эш, дауалау ойошмаһының матди-техник базаһы хаҡында һөйләшеү барышында быйыл июлдә һатып алынған 19 миллион һумлыҡ компьютер томографына айырым иғтибар бирҙе. Элек томография үтеү өсөн баймаҡтар Сибайға йөрөгән.
Президент Баймаҡ табиптарының юғары технологиялы ҡорамалда эшләй алыу-алмауы менән ҡыҙыҡһынды. Дауахана етәксеһе әйтеүенсә, белгестәр тейешле әҙерлек үткән, томограф төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙә әүҙем файҙаланыла.
Рөстәм Зәки улы табиптар, шәфҡәт туташтарының эш шарттары менән ҡыҙыҡһынды. Хеҙмәткәрҙәр йоғошло ауырыуҙар корпусы асылыу менән дауалау учреждениеһы медицина ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән яңы кимәлгә күтәрелде, тип билдәләне.

Йөк машинаң нисә тонна? Түлә!

Башҡортостанда машина ауырлығын үлсәүсе тәүге стационар пункт төҙөлдө. Ул Магнитогорск—Ира автомобиль юлының Баймаҡ районындағы участкаһында урынлашҡан. Республика Президенты ошо яңы объектты ҡарап сыҡты. Ул 24 декабрҙә эшен башлай.
Президент пункттың тап ошонда урынлашыуының сәбәбе, йөк машиналары ағымы менән ҡыҙыҡһынды. Белгестәр әйтеүенсә, тәүлек эсендә был юлдан 600-гә яҡын йөк машинаһы үтә. Әгәр транспортың нормативта билдәләнгәндән ауырыраҡ тарта икән, ошонда уҡ урынлашҡан кассаға түләйһең.

Никахлашыусылар тағы күбәйер

Президент йәнә “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды, уның етештереү эшмәкәрлеге менән танышты. Заводта төбәк башлығы ҡойоу өсөн формалар әҙерләү участкаһын ҡараны. Предприятие музейында заводтың йылъяҙмаһы менән ҡыҙыҡһынды.
Бынан тыш, республика Президенты Баймаҡта ошо көндәрҙә ишектәрен асырға әҙерләнгән Никах теркәү һарайын ҡараны. Быйыл унда ныҡлы реконструкция үткәрергә ҡарар ителә. Ошо маҡсатҡа 31,9 миллион һум аҡса бүленә. Президентҡа хәбәр итеүҙәренсә, Баймаҡта йыл һайын 400-ҙән ашыу никах теркәлә. Әлегә тиклем тантаналар урындағы халыҡ ижады үҙәгендә уҙғарылған.
Был көндә төбәк етәксеһе шулай уҡ Баймаҡтағы оло юбилейға арналған тантанала ҡатнашты. Ошо хаҡта гәзитебеҙҙең киләһе һанында ентекләберәк һөйләрбеҙ.


Автор: Ғ. ХӘБИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә