Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Күп функциялы үҙәктәр күбәйәсәк
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 601-се Указын (“Дәүләт идаралығы системаһын камиллаштырыуҙың төп йүнәлештәре тураһында”) тормошҡа ашырыу әүҙем бара. Кисә Өфөлә уның республикала нисек эшләүенә арналған кәңәшмә булды. Уның эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Олег Фомичев, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Галина Изотова ҡатнашты.

Рөстәм Зәки улы был йәһәттән республикалағы хәл-торошто һөйләне.
— Беҙ хеҙмәттәшлеккә һәм тәжрибә уртаҡлашыуға әҙер. Коллегаларға тәҡдим итер эштәребеҙ байтаҡ, — тине ул. — Күп функциялы үҙәктәр селтәрен булдырыу һәм үҫтереү 2011 йылда уҡ башланды. Бөгөн уларҙың алтауһы уңышлы эшләй, әле Туймазыла етенсеһе асылырға тора. Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем барлығы ошондай 15 үҙәк буласаҡ.
Әйтергә кәрәк, был үҙәктәрҙең барыһы ла халыҡҡа уңайлыҡ тыуҙырыу өсөн тырыша: хеҙмәтләндереү сифатлы булһын, күберәк кеше йәлеп ителһен... Бизнес, йәмәғәтселек өсөн дә “берҙәм тәҙрә” принцибы эшләй.
Әлбиттә, был тармаҡта проблемалар ҙа бар. Тәү сиратта ул финанслау етмәүгә бәйле. Сығымдар төбәк һәм урындағы бюджет иҫәбенә ҡаплана. 2015 йылға тиклем Башҡортостанда 70 күп функциялы үҙәк эшләргә тейеш. Быны тормошҡа ашырыу өсөн 2014 йылда — 400, 2015 йылда 500 миллион һум аҡса талап ителәсәк.
Шулай ҙа Башҡортостанда эштәр башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда күпкә яҡшыраҡ. Беҙҙең республикала халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу буйынса эш туҡталмай, яңынан-яңы төрҙәре өҫтәлә, булғандары камиллаштырыла.


Автор: Ә. ӘЙҮПОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙың һөҙөмтәләрен иғлан итте

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙың һөҙөмтәләрен иғлан итте 22.09.2026 // Сәйәсәт

БР Үҙәк һайлау комиссияһының яҡынса мәғлүмәттәренә ярашлы, 9-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙа ......

Тотош уҡырға 2

Андрей Назаров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланды

Андрей Назаров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланды 22.09.2026 // Сәйәсәт

Республика премьер-министры 28-се Ҡыҙыл һайлау округы буйынса VII саҡырылыш республика парламентына ......

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асыла

Өфөлә Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асыла 21.09.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асыла...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа халыҡтың 80,43% ҡатнашты

Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа халыҡтың 80,43% ҡатнашты 21.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа халыҡтың 80,43% ҡатнашты...

Тотош уҡырға 3

«Саҡ терелдем»: билдәле йырсы Альбина Килдейәрова реанимацияға эләккән

«Саҡ терелдем»: билдәле йырсы Альбина Килдейәрова реанимацияға эләккән 21.09.2026 // Сәйәсәт

Билдәле йырсы Альбина Килдейәрова операциянан һуң өҙлөгөп дауаханаға эләккән. Был хаҡта артист ......

Тотош уҡырға 1

Дмитрий Медведев һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Дмитрий Медведев һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе 21.09.2026 // Сәйәсәт

Дмитрий Медведев һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләрен атаны

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләрен атаны 21.09.2026 // Сәйәсәт

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләрен атаны...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һайлауҙың тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды

Башҡортостанда һайлауҙың тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды 20.09.2026 // Сәйәсәт

Шулай уҡ һайлау көндәрендә халыҡтың мөрәжәғәттәр һаны асыҡланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һайлау участкалары эшен тамамланы

Башҡортостанда һайлау участкалары эшен тамамланы 20.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда һайлау участкалары эшен тамамланы...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һайлауға ҡамасауларға маташыу осраҡтары булған

Башҡортостанда һайлауға ҡамасауларға маташыу осраҡтары булған 20.09.2026 // Сәйәсәт

Попытки влияния на ход выборов в Башкирии есть, но они ничтожны – эксперт...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йөҙйәшәрҙәр һайлауҙа әүҙем ҡатнашыуын дауам итә

Башҡортостанда йөҙйәшәрҙәр һайлауҙа әүҙем ҡатнашыуын дауам итә 20.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда берҙәм һайлау көнөндә бер быуат ғүмер кисергән ололар әүҙем ҡатнаша....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы һайлау барышын баһаланы

Башҡортостан Башлығы һайлау барышын баһаланы 20.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы һайлау барышын баһаланы...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә