Күп функциялы үҙәктәр күбәйәсәк07.12.2013
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 601-се Указын (“Дәүләт идаралығы системаһын камиллаштырыуҙың төп йүнәлештәре тураһында”) тормошҡа ашырыу әүҙем бара. Кисә Өфөлә уның республикала нисек эшләүенә арналған кәңәшмә булды. Уның эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Олег Фомичев, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Галина Изотова ҡатнашты.

Рөстәм Зәки улы был йәһәттән республикалағы хәл-торошто һөйләне.
— Беҙ хеҙмәттәшлеккә һәм тәжрибә уртаҡлашыуға әҙер. Коллегаларға тәҡдим итер эштәребеҙ байтаҡ, — тине ул. — Күп функциялы үҙәктәр селтәрен булдырыу һәм үҫтереү 2011 йылда уҡ башланды. Бөгөн уларҙың алтауһы уңышлы эшләй, әле Туймазыла етенсеһе асылырға тора. Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем барлығы ошондай 15 үҙәк буласаҡ.
Әйтергә кәрәк, был үҙәктәрҙең барыһы ла халыҡҡа уңайлыҡ тыуҙырыу өсөн тырыша: хеҙмәтләндереү сифатлы булһын, күберәк кеше йәлеп ителһен... Бизнес, йәмәғәтселек өсөн дә “берҙәм тәҙрә” принцибы эшләй.
Әлбиттә, был тармаҡта проблемалар ҙа бар. Тәү сиратта ул финанслау етмәүгә бәйле. Сығымдар төбәк һәм урындағы бюджет иҫәбенә ҡаплана. 2015 йылға тиклем Башҡортостанда 70 күп функциялы үҙәк эшләргә тейеш. Быны тормошҡа ашырыу өсөн 2014 йылда — 400, 2015 йылда 500 миллион һум аҡса талап ителәсәк.
Шулай ҙа Башҡортостанда эштәр башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда күпкә яҡшыраҡ. Беҙҙең республикала халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу буйынса эш туҡталмай, яңынан-яңы төрҙәре өҫтәлә, булғандары камиллаштырыла.


Вернуться назад