Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ауылдарҙа — яңы һулыш
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарына эш сәфәре барышында социаль объекттар төҙөлөшө менән танышты, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларын ҡарап сыҡты, халыҡ менән осрашты.

Иҫәнғол ауылында Рөстәм Хәмитов 140 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһының төҙөлөш майҙансығында булды. Мәктәпкәсә учреждение республика инвестиция программаһына ярашлы һалына. Ошо маҡсатҡа 23 миллион һум аҡса бүленгән. Баҡса киләһе йыл сафҡа инәсәк.
Республика Президенты балалар баҡсаһына өҫтәмә урындар мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды. Муниципаль хакимиәт вәкилдәре әйтеүенсә, объект файҙаланыуға тапшырылыу менән урын проблемаһы тулыһынса хәл ителәсәк.
Республика башлығы шулай уҡ Ишемғол ауылындағы дөйөм белем биреү мәктәбен ҡарап сыҡты. Бина 44 йыл элек һалынған. Рөстәм Хәмитов кластарҙа, спорт залында булды, уҡыусылар менән аралашты. Уҡытыусылар коллективы менән һөйләшеүҙә Президент Финанс министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығында мәктәпте капиталь төҙөкләндереү мәсьәләһен ҡарарға вәғәҙә итте. Демография темаһы ла күтәрелде. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, республикала халыҡ һаны арта, шулай ҙа үлем кимәле лә юғары. Уны кәметеү сараһын күрергә кәрәк.
Ейәнсура районындағы Хоҙайбәндә ауылында төбәк етәксеһе “Маяҡ” ауыл хужалығы предприятиеһын ҡараны. Әле бында 30 кеше эшләй. Киләсәктә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, продукцияның үҙҡиммәтен түбәнәйтеү маҡсатында етештереүҙе автоматлаштырыу ҡарала. Президент мал аҙығы һәм техника менән тәьмин ителеш хаҡында һорашты. Фермерҙар әйтеүенсә, был йәһәттән ҡытлыҡ юҡ. Һарыҡсылыҡты Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығындағы иң ҡулай йүнәлештәрҙең береһе тип атаны.
Ейәнсура районындағы “Ҡарабәрҙе” крәҫтиән (фермер) хужалығы миҫалында агротуризм үҫеше ҡаралды. Хужалыҡ 2009 йылда ойошторолған. Үҫемлекселек, малсылыҡ кеүек йүнәлештәрҙән тыш, бында ауыл туризмын үҫтереү йәһәтенән планға ярашлы, системалы эш бара. Предприятие 206 гектар ерҙе ҡуртымға алған. Үҙенең заманса ауыл хужалығы техникаһы ла бар. Агротуризмды үҫтереү маҡсатында ике коттедж һалынған, эргәлә генә балыҡлы быуа урынлашҡан. Инвестицияның дөйөм күләме 17 миллион һум самаһы тәшкил итә. Дүрт саҡрымлыҡ газ үткәргес һалыу күҙаллана.
Төбәк башлығы республикала йәнлек тиреһе эшкәртеү менән шөғөлләнгән тәүге фермала ла булды. Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылы янында урынлашҡан хужалыҡта 17 меңдән ашыу йәнлек аҫрала. Киләһе йыл Даниянан 2 400 шәшке һатып алыу күҙаллана. Хужалар әйтеүенсә, предприятиеның киләсәге өмөтлө. Бер нисә йылдан йәнлек фермаһы илдәге иң ҙур предприятиеларҙың береһенә әүерелер, моғайын. Тиҙҙән “Октябрь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә аҡ төлкө тиреһе эшкәртеү өсөн Финляндиянан яңы ҡорамалдар килтереләсәк.
Күгәрсен районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Мораҡ ауылындағы Йәштәр биҫтәһендә булды. Бында етемдәр һәм ҡарауһыҙ ҡалған балалар өсөн торлаҡ төҙөлә. Ошо уҡ көндө һигеҙ кеше Рөстәм Хәмитовтың ҡулынан фатир асҡысы алды. Төбәк етәксеһе уларға бәхет, именлек теләне һәм республика етәкселеге ҡарауһыҙ балаларға артабан да бөтә яҡлап ярҙам күрһәтәсәген билдәләне.
Яңы Хвалын утарындағы яңыртылған мәҙәниәт йорто ла сәфәр программаһына ингән ине. Яңыртылған бинала фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм китапхана урынлашҡан. Мәҙәниәт йортонда шулай уҡ үҙешмәкәр коллективтар өсөн зал һәм бүлмәләр бар.
Һатлыҡ ауылында Рөстәм Хәмитов Йылға аръяғы урамына асфальт түшәү үтенесе менән мөрәжәғәт иткән урындағы халыҡ менән аралашты. 2,3 саҡрымлыҡ участкала ремонт эштәре тулыһынса тамамланған. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров әйтеүенсә, киләһе йәйгә 6,6 километрлыҡ участкаға асфальт түшәү күҙаллана.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды

«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды 05.11.2026 // Сәйәсәт

«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды...

Тотош уҡырға 0

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 4

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 6

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 7

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 6

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә