Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Украина инҡилап көҫәй
Украинала сәйәси көсөргәнештең артыуы, Грузия менән Молдавияның Европа союзы ассоциацияһы менән килешеү төҙөргә ынтылыуы иғтибар үҙәгендә булды.

Янукович хәлде ҡатмарлаштырҙы

29 ноябрҙә Вильнюс ҡалаһында Европа союзының “Көнсығыш партнерҙар” проектында ҡатнашыусы ил етәкселәре саммиты тамамланды. Унда Украина ЕС ассоциацияһы килешеүенә ҡул ҡуйырға тейеш ине, әммә 21 ноябрҙә Виктор Янукович кинәт кенә был уйынан дүнде һәм Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртырға кәрәклеген белдерҙе. Президенттың ЕС-тан баш тартып, Рәсәйгә табан йөҙ бороуы оппозицияға урам сыуалыштары ойоштороу өсөн сәбәп кенә булды. Киев, Харьков, Львов ҡалаларында, меңәрләгән кеше урамға сығып, ризаһыҙлыҡ акцияһы ойошторҙо.
30 ноябрҙә Киев ҡалаһында митингка сыҡҡан халыҡты милицияның “Беркут” махсус отряды көс ҡулланып ҡыуып таратырға маташты. Һөҙөмтәлә ике яҡтан да байтаҡ кеше төрлө тән йәрәхәттәре алып дауаханаға эләкте. Ошо ваҡиғанан һуң тыныс демонстрациялар көс ҡулланыу менән алышынды. Инде тынысланып бөттөк тигәндә, халыҡ йәнә майҙанға сығып, төрлө тәртипһеҙлектәр ҡыла башланы. Киевҡа Львов ҡалаһынан 10 мең тирәһе “революционер” ярҙамға килеп етеп, барлығы 400 мең самаһы кеше урам сыуалыштарында ҡатнашты. Улар президенттың һәм хөкүмәттең отставкаһын талап итә.
Эйе, Украина бөгөн яңы революция алдында тора. Януковичтың хәле ҡыл өҫтөндә тиһәң дә була, сөнки уны үҙ партиялаштары “һатты”. Юғары Радалағы Төбәк партияһының өс депутаты был фракциянан сығыуы хаҡында белдерҙе, тағы ла егермеләп депутат президент командаһын ташлап китмәксе. Был инде Янукович өсөн арҡаға хәнйәр ҡаҙауға бәрәбәр, сөнки ағзалар кәмегән осраҡта Юғары Радала Төбәк партияһы күпселеккә өмөт итә алмай. Оппозиция партиялары берләшеп, Николай Азаровҡа һәм Виктор Януковичҡа ышанмаусанлыҡ белдереүе ихтимал. Йәғни оппозиция өсөн ғәмәлдәге етәкселәрҙе законлы рәүештә властан алып ташларға мөмкинлек тыуа.
Бына шулай, Януковичтың ЕС ассоциацияһы менән килешеү төҙөүҙән баш тартыуы уның үҙе өсөн бик ҡиммәткә төшмәксе. Вильнюстағы саммитҡа килгәндә, унда Януковичты төрлө яҡлап ҡыҫымға алып ҡаранылар. Литва президенты Даля Грибаускайте ханым — сәйәси ҡурҡаҡлыҡта, Германия канцлеры Ангела Меркель Рәсәй ҡыҫымына ҡаршы тора алмауҙа ғәйепләне уны. Йәнәһе, Украинаның ЕС ассоциацияһы менән килешеүҙән баш тартыуында Рәсәйҙең йоғонтоһо ныҡ көслө булған. Рәсми Брюссель Украина менән килешеү төҙөй алмаһа ла, көнсығышҡа табан киңәйергә мөмкинлеге бар әле.

Молдавияны ниндәй яҙмыш көтә?

Саммит барышында Грузия һәм Молдавия менән килешеү төҙөү мөмкинлеге ҡаралды. Грузия Михаил Саакашвили осоронда уҡ ЕС менән килешеү төҙөргә уҡтала ине, яңы президенттары ла ошо юҫыҡта эште дауам итә һәм киләсәктә килешеү төҙөүгә өлгәшер, моғайын. Ә бына Молдавия менән хәл ҡатмарлыраҡ. Ни өсөн тигәндә, 2014 йылға илдә парламент һайлау тәғәйенләнгән. Оппозициялағы Коммунистар партияһының власҡа әйләнеп ҡайтыу ихтималлығы бар. Улар, еңеп сыға ҡалһа, илде Таможня союзына индереү өсөн көрәшәсәк. Ә ЕС менән килешеү төҙөүҙе Украина кеүек инҡар итеүҙәре бар.
Шуныһы ла иғтибарҙы йәлеп итә: Молдавияны айырым ил булараҡ донъя картаһынан һыҙып ташларға маташыусылар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, Румыния президенты Траян Бэсеску: “Беҙ НАТО-ға ла, ЕС-ҡа ла ағза булып индек, хәҙер төп бурыс — румындарҙы берләштереү. Бының өсөн Молдавияны Румынияға ҡушырға кәрәк”, — тип сығыш яһаны. Румыния етәкселеге ошо йүнәлештә өгөт-нәсихәт алып бара, күрәһең.
1 декабрҙә Молдавияның баш ҡалаһы Кишиневта Румынияға ҡушылыу өсөн теләктәшлек акцияһы ойошторолдо. Илдең Либераль партияһы тарафынан үткәрелгән был сарала ике илде берләштереп, Бессарабияны тергеҙеүгә йүнәлтелгән лозунгтар урын алғайны. Траян Бэсеску, үҙенең президентлыҡ мөҙҙәте тамамланғандан һуң Молдавия гражданлығы алып, ике илде берләштереү эшен Кишиневта дауам итергә йыйына. Румыния иһә бөгөн НАТО менән ныҡлы хеҙмәттәшлек итә. Илдең көньяғында НАТО тарафынан ЕвроПРО системаһы урынлаштырыла башланы. 28 октябрҙә Девеселу эргәһендә АҠШ-тың ракета базаһы төҙөлөшөнә башланғыс һалынды. АҠШ етәкселеге ошондай уҡ базаларҙы 2018 йылға тиклем Польша биләмәһендә лә төҙөп бөтөрөүҙе маҡсат итеп ҡуя. Күренеүенсә, НАТО әкренләп булһа ла Рәсәйгә яҡынлай. Ә Молдавияға килгәндә, был ил Европаға табан ныҡлы йөҙ борған һәм уның ҡайтанан Рәсәй менән дуҫлашып китере икеле.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә