Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Өҫтөнлөклө йүнәлеште билдәләү шарт
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Благовещен районы һәм ҡалаһына эш сәфәре барышында дөйөм белем биреү мәктәбен ҡараны, ҡайһы бер сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларының эше менән танышты.

Ҡалалағы 2-се дөйөм белем биреү мәктәбендә спорт залын төҙөү тамамланған. Уның смета хаҡы 12 миллион һумға баһаланһа, шуның 9,3 миллион һумын — Благовещендағы “Благо” хәйриә фонды, ҡалғанын урындағы бюджет тәьмин иткән. Ҡоролмалағы 1 квадрат метрҙың хаҡы — 27 мең һум.
Президент яңы залды ҡарап сыҡты һәм тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаны. Әйткәндәй, мәктәп бинаһына быйыл 100 йыл тулған. Уға капиталь ремонт кәрәк. 32 миллион һумлыҡ проект әле Мәғариф министрлығында ҡарала.
Уҡытыусылар менән аралашыу барышында Башҡортостан Президентына Благовещенда яңы мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына ихтыяж артыуы хаҡында һөйләнеләр. Ҡалалағы дөйөм белем биреү учреждениеларында 4 582 бала уҡый, шуларҙың өстән бер өлөшө — икенсе сменала. Әле яңы мәктәптең проектын адреслы республика инвестиция программаһына индереү ҡарала.
— Өҫтөнлөктәрҙе билдәләргә, ҡалалағы иң мөһим өс проблеманы табырға һәм шуларҙы тәү сиратта хәл итергә кәрәк. Благовещенда мәктәпкә бәйле хәл ысынлап та көсөргәнешле икән, яңы уҡыу йорто төҙөү шарт, — тине Рөстәм Хәмитов һәм мәғариф министры Әлфис Ғаязовҡа проектты адреслы программаға индереү өсөн дәлилдәр тәҡдим итергә ҡушты.
Осрашыуҙа шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтереү хаҡында һүҙ булды. Ҡалалағы балалар баҡсаларына 375 сабый сиратта тора. 5-7 йәшлектәр араһында урындар етмәү мәсьәләһе тулыһынса хәл ителгән. Яңы баҡса төҙөү өсөн дә майҙансыҡ һайланған.
Уҡытыусылар һәм ата-әсәләр Президентҡа ҡалалағы дөйөм проблема менән дә мөрәжәғәт итте — Благовещендың үҙәгендә урынлашҡан быуа бик ныҡ бысранған. Рөстәм Хәмитов хакимиәт башлығы Фәрит Фазыловҡа һыу ятҡылығын таҙартыу проектын әҙерләргә һәм киләһе йыл уны тәртипкә килтереү эшен башларға ҡушты.
Артабан төбәк башлығы яҡтыртҡыстар эшләп сығарыусы Рәсәй-Корея предприятиеһы “Аморус”тың эшмәкәрлеге менән танышты, продукция өлгөләрен ҡараны һәм мәғариф министрына, Башҡортостандың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты етәксеһенә заманса диодлы лампаларҙы уҡыу йорттарында һәм социаль-мәҙәни объекттарҙа ҡулланыу мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты.
— Был технология — бөгөнгө түгел, ә кисәге яңылыҡ. Әле яҡтылыҡ панелдәре киң файҙаланыла, — тине Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе “Благовещен тимер-бетоны” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә лә булды. Ҡала янында ул шулай уҡ “Маяҡ”, “Спектрплюс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре эшмәкәрлеге менән танышты, һөт кәзәләре үрсетеүсе һәм продукцияны тулыһынса эшкәртеүсе “Фәрхетдинов” крәҫтиән (фермер) хужалығын ҡараны.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә