Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ауылға иғтибар кәмемәйәсәк
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Шишмә һәм Дәүләкән райондарында булды, уларҙағы сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларының, социаль объекттарҙың эше менән танышты.

Майға, шәкәргә ҡытлыҡ көтөлмәй

Шишмә ауылындағы мәҙәниәт һарайында төбәк башлығы ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре байрамына арналған күргәҙмәне ҡараны. “Шишмә” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойошторған стенд эргәһендә республика Президентына көнбағыш йыйыу барышы хаҡында һөйләнеләр. Генераль директор Айҙар Яҡупов әйтеүенсә, әле был культура уңышының 80 проценты йыйылған, эште тамамлауға тағы ла ике-өс аҙна ваҡыт кәрәк. Предприятие май һығыуға 240 мең тонна көнбағыш орлоғо туплаған, тағы ла 150 мең тонна талап ителә. Һөҙөмтәлә завод киләһе көҙгә тиклем сеймал менән тулыһынса тәьмин ителәсәк.
Рөстәм Хәмитов әҙер продукцияны һатыу мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, “Шишмә” майы Рәсәйҙә генә түгел, БДБ илдәрендә лә ҙур танылыу яулаған. Ул ҙур булмаған партиялар менән алыҫ сит илдәргә лә һатыла. Предприятие үҙ производствоһын даими яңырта. Һуңғы алты йылда был маҡсатҡа 3,2 миллиард һум йүнәлтелгән, быйыл 700 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.
Республика етәксеһен Шишмә шәкәр заводы продукцияһы менән таныштырғанда предприятие директоры Эльмир Асаев шәкәр сөгөлдөрө йыйыуҙың тамамланыуы хаҡында белдерҙе. Бөтәһе 500 мең тонна татлы тамыраҙыҡ әҙерләнгән, унан 55 мең тонна шәкәр етештереләсәк. Быйыл һәр гектарҙан 42 тонна уңыш алынған. Завод киләһе йылдың мартына тиклем сеймал менән тәьмин ителгән.
Шишмә емеш-еләк совхозы стенды менән танышҡанда Рөстәм Хәмитов тармаҡтағы проблемаларҙы асыҡланы. Ауыл хужалығының был тармағын үҫтереүгә төп ҡаршылыҡ — продукцияға ихтыяждың кәмеүе һәм кадрҙар етмәүе. Башҡортостан Президенты ауыл хужалығы министры Николай Коваленкоға республикала баҡсасылыҡты үҫтереү буйынса махсус кәңәшмә үткәрергә, тармаҡтағы мәсьәләләргә иғтибарҙы йүнәлтергә ҡушты.
Башҡортостан Президенты шулай уҡ Шишмә ауылындағы яңы спорт-һауыҡтырыу комплексында булды, спорт залдарын, бассейн, табип, тренер бүлмәләрен, тамашасылар өсөн урындарҙы ҡарап сыҡты, көрәш буйынса ярыштар, күнекмәләр үткәреү өсөн тәғәйенләнгән келәмгә сертификат тапшырҙы. Яңы бина киләһе йыл башында асылыр тип күҙаллана.

Ярҙам программалары дауам итергә тейеш

Дәүләкәнгә килгәс, Башҡортостан Президенты торба сығарыу предприятиеһына юлланды. Был ойошма Рәсәйҙә профилле торбаларҙы күпләп етештереүселәрҙең береһе булған Рязань торба заводына ҡарай. Продукцияһы төҙөлөштә, мебель сәнәғәтендә киң ҡулланыла. Әле Башҡортостанда Дәүләкән предприятиеһы — йүнәлеше һәм ҡеүәте буйынса берҙән-бер производство. Ул 2010 йылдан бирле эшләй. Бында сменаһына 25 тонна торба етештергән ике ҡулайлама, юғары технологиялы уникаль ҡоролма бар. Предприятие етәксеһе Ришат Шакиров әйтеүенсә, 2010 йылдан алып производствоға 100 миллион һум инвестиция йәлеп ителгән, 2016 йылға тиклем тағы ла 124 миллион һумды үҙләштереү ҡарала.
Сәфәр барышында Башҡортостан Президенты Дәүләкән аяҡ кейемдәре фабрикаһының эшмәкәрлеге менән дә танышты. Предприятие балалар өсөн аяҡ кейеме сығара. Быйыл ул продукцияһын сит илдәргә һатыу мөмкинлеге биргән сертификат алған. Әле фабрика йылына 600 мең пар аяҡ кейеме етештерә.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Дәүләкән үҙәк район дауаханаһында булды, Ҡәҙерғол ауылында шәхси эшҡыуар Илфат Муллагилдиндың хужалығын ҡарап сыҡты. Ауыл хужалығы предприятиеһы һөт малсылығында һәм үҫемлекселектә махсуслашҡан. Продукцияһына районда ихтыяж ҙур.
Дәүләкән фермерҙарын ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуҙы субсидиялау һәм “500 ферма” программаларының яҙмышы ҡыҙыҡһындырҙы.
— Был программалар республикала мотлаҡ дауам итәсәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Быйыл уларҙы тормошҡа ашырыуға 1,5 миллиард һум йүнәлтелде. Ауыл хужалығына артабан да ярҙам итәсәкбеҙ.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә