Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Рәсәй Көнсығышҡа тартыла
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Вьетнамға һәм Көньяҡ Кореяға эш сәфәре уҙған аҙнаның мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.

Камранға ҡайтыу

Үткән аҙнаның йәкшәмбеһендә Владимир Путин Ханойҙа Вьетнам президенты Чыонг Тан Шанг менән осрашты. Вьетнам Социалистик Республикаһы (илдең тулы атамаһы тап шулай) үҫешә барған илдәрҙән һанала һәм быға тиклем Рәсәй менән һәйбәт дипломатик мөнәсәбәттә булды. Социалистик ҡоролошло ил булһа ла, ул үҫеш буйынса эргә-тирәһендәгеләрҙән ҡалышмай.
Президенттарҙың осрашыуы барышында ике дәүләт араһындағы хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелде. Былтыр Рәсәй менән Вьетнам араһындағы тауар әйләнеше 3,6 миллиард доллар булған, 2020 йылға тиклем был күрһәткесте 10 миллиард долларға еткереү күҙаллана. Осрашыу барышында Вьетнамды Таможня союзына ағзалыҡҡа ҡабул итеү хаҡында ла һүҙ булды. Билдәле булыуынса, әле Таможня союзына Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстан инә. Вьетнамды ла унда ҡабул иткән осраҡта иҡтисади бәйләнештәр тағы нығыясаҡ тип күҙаллана. Бынан тыш, туризмды үҫтереү ҙә ҡарала. Владимир Путин белдереүенсә, 2011 йыл менән сағыштырғанда, былтыр Вьетнамға Рәсәйҙән ике тапҡырға күберәк турист барған.
Хәрби-техник йүнәлештә лә бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләһе ҡаралды. Вьетнам Рәсәйҙән “Варшавянка” һыу аҫты кәмәһен һатып алырға ниәтләй. Элек (2002 йылға тиклем) Вьетнамда Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты базаһы бар ине. Камранда урынлашҡан был база Һинд океанында Рәсәй мәнфәғәтен яҡланы. Осрашыу барышында уны тергеҙеү хаҡында һүҙ булды, әммә был базаның тәғәйенләнеше башҡасараҡ буласаҡ: унда хәрби караптарҙы техник хеҙмәтләндереү үҙәге урынлашасаҡ, һәм бында Рәсәй белгестәре лә эшләйәсәк. Быларҙан тыш, Рәсәйҙең “Газпром” һәм “Роснефть” компаниялары Вьетнамда нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнашасаҡ.

Йыһанға бергә
осмаҡсылар

Вьетнамдан һуң Путин Көньяҡ Кореяға барҙы һәм уның президенты Пак Кын Хе менән осрашты. Әйтергә кәрәк, Рәсәй Федерацияһы тарихында был илебеҙ етәксеһенең әлеге дәүләткә тәүге эш сәфәре. Бығаса, 1991 йылда, унда СССР президенты Михаил Горбачев булып киткәйне.
Путиндың әлеге эш сәфәренә ҙур өмөттәр бағлана. Әлегәсә ике ил араһындағы мөнәсәбәтте дуҫтарса тип әйтеп булманы. Быға Төньяҡ Корея менән булған союз ҡамасаулыҡ итте, күрәһең. Хәҙер иһә Рәсәй, Корея Халыҡ Демократик Республикаһы етәксеһе Ким Чен Ындың ҡылтайыуына ҡарап тормай, Корея Республикаһы менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырырға булды.
Төньяҡ Кореянан айырмалы, Көньяҡ Корея иҡтисади йәһәттән ныҡлы үҫешкән ил иҫәпләнә. Рәсәй киләсәктә уға газ һатырға ниәтләй. Йылына 12 миллиард кубометр “зәңгәр яғыулыҡ” оҙатыу планлаштырыла. Тик бының өсөн тәүҙә газ үткәргес төҙөү кәрәк. Әлегә ике проект бар: тәүгеһе диңгеҙ төбө аша һуҙыу булһа, икенсеһе — Төньяҡ Корея биләмәһе аша ҡоро ерҙән торба һалыу. Моғайын да, икенсе вариантҡа туҡталырҙар тип көтөлә. Президент Путин Пак Кын Хе ханымды “Көнсығыш” космодромын төҙөүҙә (Углегорск ҡалаһы) ҡатнашырға ла саҡырҙы. Көньяҡ Корея был космодромды төҙөшөүҙә ҡатнаша ҡалһа, киләсәктә ике ил Йыһанды бергәләшеп үҙләштерәсәк.
Шулай уҡ ике арала тимер юл бәйләнешен булдырыу, йөк ташығанда Төньяҡ диңгеҙ юлын файҙаланыу мәсьәләләре тикшерелде. Террорға ҡаршы көрәш, Сүриәнең химик ҡоралын юҡ итеү, Корея ярымутрауындағы көсөргәнешлекте кәметеү мәсьәләләре лә ситтә ҡалманы. Виза мәсьәләһен ыңғай хәл итеү ике яҡ өсөн дә отошло булды тип әйтергә мөмкин. 2014 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй граждандары — Корея Республикаһына, кореялар Рәсәйгә 60 көнгә тиклем визаһыҙ ҙа барып ҡайта ала. Был туристар өсөн дә, эшҡыуарҙарға ла бик уңайлы буласаҡ һәм тауар әйләнешенә лә ыңғай йоғонто яһар тип көтөлә. Әле Рәсәй менән Корея Республикаһы араһындағы тауар әйләнеше әллә ни маҡтанырлыҡ түгел. Мәҫәлән, былтыр 1,9 миллиард һумлыҡ ҡына булған. Шул уҡ ваҡытта Корея Республикаһы менән Ҡытай араһындағы тауар әйләнеше 256 миллиард долларға баһалана. Айырма ер менән күк араһы тиерлек. Корея фирмалары былтыр ғына Ҡытай иҡтисадына 56 миллиард долларлыҡ инвестиция һалған. Күренеүенсә, Рәсәйгә Көнсығыштағы күршеләр менән хәлде ныҡлы яйлайһы бар, һәм был тәңгәлдә эшләргә лә эшләргә әле.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә