Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Берҙәмлеккә дан йырлап...
Ял көндәрендә Рәсәй һәм Башҡортостан кешеләре Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләне. Илебеҙҙә сағыштырмаса яңыраҡ — 2005 йылда ғына барлыҡҡа килгән датаны байрам итеүҙең аныҡ ҡына тәртибе булмаһа ла, ул онотолмай. Республикала байтаҡ ҡына ижтимағи-сәйәси, мәҙәни һәм спорт саралары үткәрелде.

Ил Президенты Владимир Путин төбәгебеҙ башлығы Рөстәм Хәмитовҡа ҡотлау телеграммаһы ебәргән. Унда: “Был байрам Рәсәй яҙмышындағы һынылыш ваҡиғаларына алып ҡайта, патриотизм, гражданлыҡ һәм күп милләтле халҡыбыҙҙың берҙәмлегенең быуаттар һуҙымында дауам иткән йолаларын хәтерләтә. Беҙ бөйөк тарихыбыҙға лайыҡ булырға, рухи берҙәмлек хисен һаҡларға, ата-бабаларыбыҙҙың еңеүҙәрен һәм хеҙмәт бейеклектәрен онотмаҫҡа тейешбеҙ. Ватаныбыҙ мәнфәғәтендә лайыҡлы хеҙмәт итергә. Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар һәм яҡшылыҡ теләйем”, — тиелә.
Октябрь-ноябрь айҙарында барлыҡ мәктәптәрҙә лә тиерлек “4 ноябрь — Халыҡтар берҙәмлеге көнө” тип исемләнгән китап һәм матбуғат күргәҙмәһе әҙерләнде. “Аҡ йылға” балалар экология-биология үҙәгендә “Башҡортостан халыҡтары әкиәттәре, легендалары һәм риүәйәттәре” тип аталған тыуған яҡты өйрәнеү конкурсы үтте. 32-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә “Мини-футбол — мәктәпкә” проекты ярҙамында тормошҡа ашырылған турнир ойошторолдо. Республиканың Хәрби Дан музейында байрам сиктәрендә “Сәнғәттәр төнө” үткәрелде.


Автор: Ә. ӘЙҮПОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә