Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » “Контрабандаға ҡаршы көрәш аяуһыҙ буласаҡ”
Таиландҡа ялға осҡан Өфө егете дуҫына киптерелгән крокодил алып ҡайта. Был бүләктең үҙенә күрә әһәмиәте лә бар: байлыҡ, муллыҡ ылыҡтырыу билдәһе булып һанала ул. Ләкин “Өфө” аэропортына килеп төшкәс, крокодилды таможня хеҙмәткәрҙәре тартып ала. Бындай әйберҙәрҙе ил сигенән үткәрмәйҙәр. Шуға юлға сығыр алдынан таможня аша алып сығырға ярамаған әйберҙәр исемлеге менән алдан танышыу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ ине. Әлегә киптерелгән крокодил экспертизала. Әгәр ҙә уның “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгәне дәлилләнһә, егеткә закон алдында яуап бирергә тура киләсәк. Бындай хәлдәр йыш ҡына була. Ошо һәм башҡа хоҡуҡ боҙоуҙар, ғөмүмән, таможня хеҙмәте хаҡында Башҡортостан таможняһы начальнигы Юрий Владимиров матбуғат конференцияһында һөйләне.
— Беҙҙең өсөн йыл ҡатмарлы булды. Яңы шарттарҙа эшләнек. Һуңғы биш йылда бөгөнгө һымаҡ ауырлыҡтар менән осрашҡан юҡ ине әле, – тип билдәләне ул. — 360 йыл элек 25 октябрҙә батша Алексей Михайлович тарафынан Рәсәйҙә таможня хеҙмәтен булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуйыла. Ошо тарихи ваҡиғанан алып бөгөнгө көнгә тиклем ул үҙенең бурыстарын теүәл һәм аныҡ үтәй.
Башҡортостанда ете таможня посы бар: “Өфө” аэропорты, Белорет, Стәрлетамаҡ, Өфө, Нефтекама, Туймазы һәм Башҡортостан таможняһында электрон декларациялау үҙәге. Һуңғы туғыҙ ай эсендә барлыҡ постар аша 567 декларацияланған тауар үткәрелгән.
Тышҡы сауҙа әйләнеше 1 миллиард 810,1 миллион доллар тәшкил иткән, шуның 1 миллиард долларҙан ашыуы — экспортҡа, 463,6 миллион доллары импортҡа тура килә. Республиканың тауар етештереүселәре һәм предприятиелары 87 сит ил менән сауҙалаша. Экспорт йәһәтенән Ҡытай, АҠШ, Һиндостан, Финляндия, Франция, Украина, Германия, Үзбәкстан ышаныслы партнерҙар тип табылған.
Дөйөм алғанда, Башҡортостан таможняһы федераль бюджетҡа 3 миллиард 913,973 миллион һум аҡса күсергән.
“Өфө” халыҡ-ара аэропортының хеҙмәтенән файҙаланыусы пассажирҙар һаны былтырғы күрһәткес менән сағыштырғанда 30 процентҡа артҡан, һәм улар 616 мең кеше тәшкил иткән. 4085 һауа судноһына таможня контроле үткәрелгән.
Ошо арауыҡ эсендә таможня хеҙмәткәрҙәре 934 административ хоҡуҡ боҙоу теркәгән, туғыҙ енәйәт эше асҡан. Енәйәт эштәренең күбеһе халыҡ-ара почта хеҙмәте аша наркотик матдәләр ебәреүгә бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хоҡуҡ боҙоуҙар йылдан-йыл арта. Осоп килгән пассажирҙар араһында илебеҙгә һалҡын ҡорал алып инергә теләүселәр ҙә күбәйә. Быйыл бындай осраҡ һаны ике йөҙгә барып еткән.
Таможня хеҙмәтенең һуңғы айҙарҙағы эшендә иң яңғырауыҡлы сараларҙың береһе республикаға ваҡытлыса тип индерелгән, әммә һатыуға тәғәйенләнгән автомобилдәр партияһын тотоу булғандыр. Таможня һалымын түләмәйенсә 43 машина индерелгән. Һөҙөмтәлә дәүләт 18 миллион һумды юғалтҡан. Әле тикшереү эше бара.
Таможня хеҙмәткәрҙәрен интернет-магазиндар аша тауар һатыу мәсьәләһе лә борсой. Киләһе йыл сауҙаның был төрө лә һалым түләй башлаясаҡ, тип өмөтләнә белгестәр, сөнки осһоҙ тауар тәҡдим итеүселәр Рәсәйҙең еңел сәнәғәт предприятиеларына аяҡ сала.
Башҡортостан таможняһы мәрхәмәтлек менән әүҙем шөғөлләнә. Өфө ҡалаһының балалар өсөн социаль приютына, имен булмаған ғаиләлә тәрбиәләнеүселәргә, әҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә таможня хеҙмәте йыш ҡына ярҙам ҡулы һуҙа.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә