Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Украина уңырмы, туңырмы?
Европа союзының киңәйергә иҫәп тотоуы, Украинаның элекке премьер-министры Юлия Тимошенконың иреккә сығыу ихтималлығы иғтибар үҙәгендә булды.

Үҙҙәре үк
“тәгәрмәскә таяҡ тыға”

Билдәле булыуынса, әле Европа союзында 27 ил ағза булып тора. Үткән аҙнала Еврокомиссия Союзды киңәйтеү буйынса йыллыҡ отчетын баҫтырып сығарҙы. Унан күренеүенсә, Европа союзы артабан да яңы ағзалар ҡабул итеүгә иҫәп тота. Әммә был процесс бик әкрен барасаҡ. ЕС-ҡа ағза булып инергә теләүсе дәүләттәрҙең һаны былтырғынан айырылмай: Албания, Босния һәм Герцеговина, Исландия, Косово, Македония, Сербия, Төркиә һәм Черногория. Әммә уларҙың һәр береһе төрлө сәбәптәр арҡаһында Европа союзы ағзаһы була алмай әлегә. Мәҫәлән, Босния һәм Герцеговина менән Албания етәкселәренән һайлау системаһын һәм парламентты реформалауҙы талап итһәләр, Черногорияға закондарының “үтә күренмәле” булмауы ЕС-ҡа ағза булып инергә ҡамасаулай. Ә бына Исландияның “үҫешкән демократияһы” һәр йәһәттән дә ЕС-тың сәйәси талаптарына тап килеп тора. Тик рәсми Рейкьявик хәҙер үҙе унда инергә бик уҡталып бармай. Төп сәбәп — апрелдә Европа союзына ҡаршы кешеләрҙең власҡа килеүе. Хәҙер улар ағзалыҡ мәсьәләһен референдумға сығарыуҙан баш тарта.
Төркиәнең дә тиҙ арала ЕС ағзаһы булып китере бик икеле. Бер аяғы менән индем тигәндә генә быйыл июндә бында урам сыуалыштары башланып, тәртипһеҙлектәр ҡылыу дүрт айға тиклем һуҙылды. Низағты баҫтырыуҙа полицияның үтә рәхимһеҙ ҡыланыуы рәсми Брюссель тарафынан ҡаты тәнҡитләнгәйне. Илдә тәртип урынлаштырылғандан һуң ЕС-ҡа ағза булып инеү буйынса яңы һөйләшеүҙәр башланырға торған бер мәлдә, сентябрҙә Төркиәнең ЕС мөнәсәбәттәре мәсьәләһе буйынса министры Эгемен Бағыштың: “Төркиә бер ҡасан да ЕС ағзаһы була алмаҫтыр”, — тип белдереүе барыһын да аптырашта ҡалдырҙы. Ҡорбан байрамы мәлендә Төркиәнең вице-премьеры Бюлент Арынч былай тигәйне: “Ил халҡының ЕС-ҡа ағза булып инеүгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы ныҡ кәмене. Әүәл был тәҡдимде 75 процент хуплаһа, хәҙер нисбәт 18-20 проценттан артмай. Бында беҙҙең ҡыҫылыш юҡ, ә Төркиә өсөн яңынан-яңы кәртәләр уйлап сығарыусы еврокомиссарҙар ғәйепле”. Төркиә премьеры Реджеп Тайып Эрдоган илдәге сыуалыштар мәлендә курдтар менән килешеп йәшәргә, солох төҙөшөргә саҡырып сығыш яһағайны. Күрәһең, уның ошо аҙымы еврокомиссарҙарға оҡшап етмәгәндер. Уның ҡарауы ЕС ағзалығына кандидаттар исемлегендә лә булмаған Украинаның быға мөмкинлеге барлыҡҡа килә.

Тағы ла революция
яһамаҫ тимә

Эйе, Европа союзы ассоциацияһы менән ярашыуға ҡул ҡуйырға һәм ирекле сауҙа зонаһы булдырырға ынтылышы Украинаның сәйәси мөмкинлектәрен арттыра. ЕС был йәһәттән Украинаға үҙ талабын ҡуйҙы – элекке премьер-министр Юлия Тимошенконы нисек тә иреккә сығарырға. Үткән аҙнала президент Виктор Янукович был ханымды сит илгә сығарып дауалауҙы рөхсәт итергә әҙер икәнлеген белдереп, барыһын да аптырашта ҡалдырҙы. Тик парламент ундай аҙымды хуплармы һуң — шуныһы ла бар бит әле.
ЕС-ты киңәйтеү буйынса эш алып барыусы еврокомиссар Штефан Фюле: “Украина менән ирекле сауҙа зонаһы булдырыу һәм Ассоциация ризалығы Тимошенко эшенең нисек хәл ителеүенә бәйле буласаҡ”, — тигәйне. Күренеүенсә, Европа союзы ирекле сауҙа зонаһын Тимошенкоға алышмаҡсы. 28-29 ноябрҙә Вильнюс ҡалаһында “ЕС-тың көнсығыш партнерҙары” саммиты үтергә тейеш. Унда Украинанан тыш Молдавия, Грузия, Белоруссия, Әрмәнстан, Азербайжан ҡатнаша. Рәсми Киев тап ошо саммитта Ассоциация менән килешеүгә ҡул ҡуйырға өмөтләнә. Юлия Тимошенко мәсьәләһенә килгәндә, уны иреккә сығарыу планы күптән әҙерләнә. Был хаҡта Европарламент депутаты Марек Сивец (Польша) Интернеттағы блогында асыҡтан-асыҡ яҙып сыҡты. Уның белдереүенсә, Янукович Тимошенконы “өлөшләтә” ярлыҡарға тейеш. Йәғни уның төрмәлә булыу ваҡытын 7 йылдан 3,5 йылға тиклем ҡалдырыу хаҡында һүҙ йөрөй. Шул уҡ мәлдә суд ҡарарындағы “200 миллион доллар күләмендә штраф һалына һәм алдағы өс йылда юғары вазифа биләү рөхсәт ителмәй” тигән пункт үҙ көсөндә ҡалырға тейеш булып сыға.
Билдәле булыуынса, Тимошенко Рәсәй газын һатып алыу буйынса төҙөлгән килешеү өсөн хөкөм ителгәйне. Алдан яҙылған сценарий буйынса Тимошенко сит илгә сығарыла һәм шунда йәшәйәсәк, уға һалынған штрафты әкренләп ”онотторорға” уйлайҙар. Рәсми Киев быға күҙ йомасаҡ. Шул уҡ ваҡытта Тимошенко 2015 йылдағы президент һайлауында ҡатнаша алмай, йәғни Януковичҡа ла ҡамасаулыҡ итмәй. Бына шулай, Европа союзы элекке премьер-министрҙы бер килешеүгә алышмаҡсы.
Тик был килешеү Украина иҡтисадына зыяндан башҡа бер ни бирмәҫтер. Ни өсөн тигәндә, Украина тауарҙары Европаныҡына дәғүә итә алмай. Ә ирекле сауҙа итеү зонаһы тап конкурентлыҡ һәләтенә эйә булыуға ҡоролған. Шуға ла киләсәктә Украинала эшһеҙлектең артыуын һәм Рәсәй тарафтарына миграцияның көсәйеүен көтөргә генә ҡала. Европаға иһә Украина эшһеҙҙәре кәрәкмәй, улар үҙҙәрендә лә етерлек.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә