Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Республикабыҙҙы яратайыҡ!
Республикабыҙҙы яратайыҡ!“Октябрь, ғәҙәттә, сыуаҡ, йылы көндәре менән артыҡ ҡыуандырмай. Ләкин был айҙың бер көнөндә беҙ ямғырлы, ҡарлы һауа торошона иғтибар итмәй, яҡшы кәйефтә булабыҙ. 11 октябрҙә Башҡортостан халҡы үҙенең иң мөһим дәүләт байрамын — Республика көнөн билдәләй”. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов байрам айҡанлы ойошторолған тантананы ошондай һүҙҙәр менән башланы.

Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүгә быйыл 23 йыл тулды. Йола буйынса, байрам Дуҫлыҡ монументына сәскә һалыуҙан башланды. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыу иҫтәлегенә төҙөлгән монументҡа сәскәне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һалды.
Байрамдың тантаналы өлөшө М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһында булды. Унда Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары етәкселәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, төрлө милли-мәҙәни үҙәк етәкселәре, дин әһелдәре, ғалимдар, ветерандар һәм башҡалар йыйылды.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов доклад менән сығыш яһаны.
— Республика көнө — беҙгә тағы ла бер тапҡыр тыуған яғыбыҙ өсөн ғорурлыҡ кисерергә сәбәп. Был көндә уның бай тарихын хәтерләйбеҙ, маҡтаулы бөгөнгөһөн байҡап, ышаныслы киләсәккә матур пландар ҡорабыҙ. Беҙ яңырыу юлын һайланыҡ, ваҡыт шуны талап итә. Һәм хәҙер ошо йүнәлештә бөтә властар ҙа әүҙем эшләй, — тине Рөстәм Хәмитов.
Президент республиканың иҡтисади торошо тураһында ентекле һөйләне. Һуңғы ваҡытта йәлеп ителгән инвестициялар, яңы эш урындары һәм Республикабыҙҙы яратайыҡ!производстволар, торлаҡ төҙөлөшө, эшһеҙлектең кәмеүе — барыһы ла ыңғай үҫеш күрһәткестәре. Социаль мәсьәләләр ваҡытында хәл ителә. Күпләп балалар баҡсалары төҙөлә, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған дауаханалар һәм медицина үҙәктәре асыла. Эш хаҡы артҡандан-арта. Ауыл хужалығы тармағы ла ҡыуандыра. Көйһөҙ тәбиғәт шарттарына ҡарамай, мул ғына уңыш йыйыла.
— Эйе, өлгәшелгән уңыштар маҡтанырлыҡ. Йылдан-йыл барлыҡ тармаҡтарҙа ла үҫеш күҙәтелә. Тик бының менән тынысланырға ярамай. Иҡтисади үҫеш артырға тейеш. Беҙҙең өсөн иң мөһиме — халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу, — тине Президент.
Рөстәм Хәмитов һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, спорт йүнәлеше буйынса башҡарылған эштәрҙе лә телгә алды. Башҡортостанда көтөлгән ҙур сараларға туҡталды. Беҙ БРИКС һәм ШОС саммиттарына әҙерләнәбеҙ, улар лайыҡлы үтһен өсөн күп көс һалына. Саммиттар республикабыҙҙы Рәсәйҙең алдынғы төбәге икәнлеген дәлилләүгә табан бер оло аҙым буласаҡ.
Быйыл республикала мәҙәниәткә ҙур иғтибар бирелде. Алдынғы коллективтар Президент грантын отто, республикала һәм Өфөлә күркәм саралар ойошторолдо. Уларҙың береһе — “Башҡортостанда тыуғандар” проекты. Асыҡ һауала исемдәре донъяға билдәле яҡташтарыбыҙ классик концерт бирҙе. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, киләсәктә бының ише проекттар артасаҡ ҡына. Өҫтәүенә, киләһе йыл Рәсәйҙә Мәҙәниәт йылы булараҡ үтәсәк.
— Беҙ бөтәбеҙ ҙә тыуған Башҡортостаныбыҙҙың ысын патриоттары булырға тейешбеҙ. Уны ысын күңелдән яратырға һәм уның мәнфәғәтендә эшләргә кәрәк. Халыҡ бик дөрөҫ әйткән, “Байлыҡтың атаһы — хеҙмәт, әсәһе — ер”. Бөтәбеҙ ҙә ныҡ тырышлыҡ һалһаҡ ҡына, Башҡортостаныбыҙ йомартлығын күрһәтәсәк, — тине Рөстәм Зәки улы.
Тантана байрам концерты менән тамамланды.


Автор: Әлфиә ӘЙҮПОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә