Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Һайлау уҙҙы. Эш башлана
Себеште көҙ һанайҙар, тиеүҙең шул тиклем тап килеүен әйт әле! Йәй буйы Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек алып барған сәйәси партияларҙың, айырым кандидаттарҙың үҙҙәренең башҡарған эшен бизмәнгә һалып ҡарар мәле етте.

Башҡортостанда бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайланды. Уларҙың тәүге ултырышы 3 октябрҙә буласаҡ.
Шуныһы үҙенсәлекле: парламент байтаҡҡа яңырҙы. Тарихта беренсегә унда алты сәйәси партия вәкилдәре эш алып барасаҡ: “Берҙәм Рәсәй”, Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы, Рәсәйҙең либераль-демократик партияһы, “Рәсәй патриоттары”, “Социаль теләктәшлек партияһы”, “Йәшелдәр альянсы – Халыҡ партияһы”. Берҙәм республика округы буйынса партияларҙан тәүге икәү генә талап ителгән 7 процент тауышты йыя алды. 76, 16 процент менән “Берҙәм Рәсәй” 110 депутат мандатының 49-ына эйә булһа, КПРФ 11, 69 процентҡа өлгәшеп, алты урынды биләне. Бер мандатлы 55 округ буйынса ла “Берҙәм Рәсәй” һынатманы: уның иҫәбендә 39 еңеү. КПРФ – дүрт, ЛДПР – өс, ҡалған партиялар берәр мандатҡа эйә булды. Ә алты округта үҙ-үҙен күрһәтеүселәр үтте.
Күпме партия – шунса фекер, әлбиттә. Шуға күрә халыҡ мәнфәғәтендә һөйләшеп-килешеп эшләү зарурлығы ла көн үҙәгенә сыға. Күренеүенсә, республикала “Берҙәм Рәсәй” алдынғылыҡты бирмәй. Был күрһәткес буйынса Рәсәйҙең иң күп тауыш биргән өс төбәге иҫәбендәбеҙ.
Сәйәси хәрәкәттәр ағзалары араһында йәш депутаттар ҙа байтаҡ ҡына. Президент Рөстәм Зәки улы ла башта уҡ: “Мандатымды өмөтлө йәш сәйәсмәнгә тапшырасаҡмын”, – тигәйне. 9-сы Ҡояшлы төбәк төркөмөндә депутатлыҡҡа етерлек тауыш йыя алмаған Оксана Савченкоға йылмайҙы был бәхет. Һигеҙ тапҡыр Паралимпия чемпионы Башҡортостанда спортты үҫтереүгә бар көсөн һаласағын белдерә. Өҫтәүенә, уға был эшендә ярҙам итерлек кеше лә бар – күп тапҡыр Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов та депутаттар сафында. Ҡаршылыҡтар менән көрәшеп, еңеп өйрәнгән спортсылар халыҡҡа хеҙмәт итеүҙә лә ал-ял белмәй эшләр тигән ышаныс бар.
Ҡоролтайҙың структураһы ла үҙгәрәсәк. Комитеттар һаны күбәйәсәк – етәүҙән һигеҙгә етәсәк. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен айырым комитетта тикшерәсәктәр. Даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттар ҙа элеккесә 17 түгел, ә 22 кеше буласаҡ.
“Берҙәм Рәсәй” менән КПРФ парламент фракцияларын төҙөйәсәк, ә ЛДПР депутат төркөмөн булдырырға тырышасаҡ. Ләкин бының өсөн уға тағы ике депутаттың теләктәшлеге кәрәк, сөнки закон буйынса бишәүҙән әҙерәк ағза булып торған төркөм теркәлә алмай. Башҡа партияларҙан депутаттар йә берәй фракцияға ҡушыласаҡтарын, йә үҙаллы эшләйәсәктәрен, йә әле бер нәмә лә хәл итмәгәндәрен белдергән.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйеслегенә күпселекте яулаған партия, ғәҙәттәгесә, Константин Толкачёвты тәҡдим итте. Ул өс мөҙҙәт рәттән был вазифаны биләгәйне инде.
Һайлау уҙҙы. Дөйөм алғанда, тауыш биреүгә халыҡ аҙыраҡ килде. 53,35 процент, йәғни һайлауға хоҡуғы булған кешеләрҙең яртыһынан саҡ ҡына күберәк. Көҙгө уңыш йыйыу менән мәшғүл булдылармы, әллә был бурыстан фәтүә күрмәнеләрме – һәр кемдең үҙ сәбәбе. Иң мөһиме – Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев билдәләүенсә, республикала сираттағы кампания тыныс һәм ойошҡан рәүештә үтте.
Һөҙөмтәләр менән кемдер ҡәнәғәт, кемдер бигүк риза түгел, ә кемдер бөтөнләй дәғүә белдерә. Ҡайһы бер партиялар һайлау көнөндә ҡанун боҙоу осраҡтарын билдәләп, эште судҡа тапшырырға ҡарар итһә, бәғзе берәүҙәренең эсендә үк аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙы. “Рәсәй патриоттары” партияһының төбәк бүлексәһе ағзалары фирҡә рәйесе Геннадий Семигин исеменә хат ойошторған. Улар урындағы бүлексә етәксеһе, 53-сө Шишмә һайлау округынан депутат булып үткән Заһир Хәкимовҡа ышанмаусанлыҡ белдергән. Октябрь айында конференция йыйып, уны партия сафынан сығарыуҙы талап итәләр. Әммә был акцияның уңышлы тамамланыры шикле, сөнки Мәскәүҙә ултырған башлыҡ өсөн төбәктә партия исеменән бер генә депутаттың булһа ла парламентҡа үтеүе өҫтөнөрәктер, моғайын.
Ә бына-бына эш башларға торған Ҡоролтайға киләсәктә ауырға тура киләсәк. Дәүләт ҡаҙнаһы көндән-көн һайыға, күп урындарҙа билде биштән быуырға мәжбүрҙәр. Донъя буйлап, тимәк, Рәсәй, Башҡортостан буйлап та йәнә иҡтисади көрсөк шәүләһе йөрөй. Социаль ҡәнәғәтһеҙлек ҙур бәләләргә килтермәһен өсөн сәғәт кеүек теүәл, бер бөтөн механизм булыу талап ителә бөгөнгө парламенттан.


Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә