Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөләймәне пар ҡанаты ине...

Өфөнән көнсығышҡа табан һуҙылған “М-5” федераль юлынан барыуы еңел түгел, сөнки бында хәрәкәт тәүлектең һәр мәлендә тығыҙ була. Йәнле тип әйтеп булмай, сөнки төрлө “фура”лар йүнәлеште ныҡ ҡына тотҡарлай. Машиналарҙың күплеге лә аңлашыла – был оло юл илдең үҙәк өлөшөн Себер менән тоташтыра бит. Көҙгө ҡараңғыла һәм быҫҡаҡ ямғыр аҫтында ундағы хәрәкәт айырыуса эсте бошора. Хәйер, күңел болоҡһорға сәбәп тә бар: беҙ республикабыҙҙың күренекле журналисының хәтер кисәһенә юлландыҡ. Уның арабыҙҙан мәңгелеккә киткәненә биш йыл тулды.

– Йыл һайын үткәрәһегеҙ уның хәтер кисәһен. Рәхмәт һеҙгә бының өсөн, Клара ханым. Ауырға тура килмәйме? – тип һорайым ҡатынынан.
– Юҡ, һис бер ауырлығын да тоймайым. Ярҙамсыларым да бар, урындағы власть та хәстәренән ташламай. Иң мөһиме – ул халыҡ күңелендә йәшәй һәм бигерәк тә үҫеп килгән быуын уны онотмаҫҡа, үҙенә йәшәү өлгөһө итеп алырға тейеш, беҙ ҙә бының өсөн ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләргә бурыс­лыбыҙ, – ти Клара Фәтҡулла ҡыҙы.

Ысынлап та, Ризван Хажиев рес­публикабыҙҙың күренекле шәхестәренең береһе ине. Ул билдәле журналист һәм публицист ҡына түгел, ә абруйлы дәүләт эшмәкәре лә булды. Паровоз машинисы ярҙамсыһынан алып Башҡортостан парламенты депутаты һәм республика баҫмаһының баш мөхәррире вазифа­һына хәтлем юл үтеп, ҙур тормош тәжрибәһе туплаған кеше итеп кенә түгел, ә халыҡты борсоған пробле­маларҙы күтә­реп сыҡҡан һәм уларҙы эҙмә-эҙ­лекле хәл итеү өсөн ныҡыш­малы эш алып барған шәхес тип тә беләләр уны. Теге йәки был мәсьәләне хәл итеүҙе урында юллап ҡына ҡалманы, ә уны республика йәмәғәтселегенең иғтиба­рына ла сығарҙы, сөнки хеҙмәт биогра­фияһының төп өлөшө “Башҡортостан” (ул саҡта – “Совет Башҡортостаны”) гәзитенә тура килә. Ә республика Хөкүмәте һәм парламенты баҫмаһы – ул халыҡ трибунаһы.

Тыуған ауылы Һөләймән өсөн дә Риз­ван Закирхан улы күпте эшләгән. Тыуған төйәгенән элек тә айырылмай йәшәй ине ул, ә үҙе яратҡан публицистика жанры буйынса һуңғы әҫәрҙәрен яҙып өлгөрөү өсөн, әйтерһең дә, тыуған тупрағына тартылып көс алырға булды: ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарын Дыуан районының Мәсәғүт ауылын­дағы йортта ижад өҫтөндә үткәрҙе.

Беҙ әле Хажиевтарҙың Мәсә­ғүттәге ошо йортонда ултырабыҙ. Бөгөн Дыуан һәм Мәсетле райондарындағы бер нисә мәктәптә Ризван ағайҙың хәтер кисәһен үткәреү күҙалланған. Клара ханымдан уның Ризван ағай менән нисек та­нышҡаны хаҡында ҡыҙыҡһынам.

– “Ватандаш” журналында баш мө­хәррир урынбаҫары булып эшләгән сағы ине, – тип хәтерләй ул. – Беҙ редакцияла тәүге тапҡыр осрашҡанда, ҡатыны вафат булып, алты ай үткән икән, уныһын һуңыраҡ белдем. Мин был осорҙа Дыуан районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүле­гендә эшләй инем. Шунда яҡындан танышып киттек, халыҡ әйтмешләй, сәстәр сәскә бәйләнде, яҙмыштыр инде. Өфөнөң климаты уға яраманы, ҡан баҫымын көсәйтә, тип Мәсәғүткә күсеп килдек.


Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле, Ләмәҙтамаҡ, Һөләймән ауылдары мәк­тәптәрендә уҡыусылар һәм педагогтар менән осрашыу күңелдә ыңғай тәьҫир ҡалдырҙы. Балаларҙың теремек булыуы, иғтибар, ихтирам менән тыңлауы һоҡ­ландырҙы. Беренсенән, Ризван ағай Хажиевтың абруйлы кеше итеп танылыуы һәм ижади мираҫы быға сәбәпсе булһа, икенсенән, ауыл тәрбиәһенең бала саҡтан кешелә һөйкөмлө баҫал­ҡылыҡ, ололарға хөрмәтле мөнәсәбәт булдырыуы һиҙелмәй ҡалмай. Хәтер кисәһенә килгән яҙыусы Спартак Ильясов, шағирә һәм радиожурналист Фәрзәнә Аҡбулатова, “Тамаша” журна­лы­ның баш мөхәррире, драматург Сөләймән Латипов, шағирә Фәнүзә Солтанованың сығыштары уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуын күрмәү мөмкин түгел ине. Мәктәп кәштәләрендә Ризван ағайҙың китаптары урын алған. Тыуған ауылында “Һөләймән һәм һөләймәндәр” тип аталған китабын һәр уҡытыусының тип әйтерлек ҡулында күрҙек.

Һөләймән ауылы тураһында айырым һәм оҙаҡ итеп һөйләргә булыр ине. Һирәк осраған төбәк ул: бер ауылдан ғына ла 24 кеше Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Кемдәр бит әле – күренекле дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре Сабир Ваһапов, филология фәндәре докторы, профессор Нәжибә Мәҡсүтова, дәүләт власының юғары органдарында эшләгән Фәйзрахман Зәғәфуранов, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңле­ғәфүр Зәй­нетдинов һәм башҡа билдәле шәхестәр. Улар ҙа тыуған ауылын һис ҡасан онотмаған, шуғалыр ҙа инде Һөләймән мәктәбе музейында һеҙҙе Ризван Закирхан улының “Һөләймәнем – пар ҡанатым минең!” тигән шиғри юлдары ҡаршы аласаҡ. “Бер ауылдан шундай әллә күпме күренекле кешеләр сығыуы­ның сере нимәлә?” – тип һорайым мәктәп директоры Фәйрүзә Дуҫмөхәмәтованан. “Бер ниндәй ҙә сер юҡ, белем алыуға ынтылыш көслө булғандыр, һәләтле һәм алдан күрә белеүсән уҡытыусыларға тура килгәнбеҙҙер”, – ти ул.

Тик шулай ҙа ниндәйҙер моңһоулыҡ һәм киләсәк өсөн ниндәйҙер дәрәжәлә хафаланыу ҙа күңелдән сыҡмай. Ҡа­сандыр гөрләп торған Һөләймән мәктәбе яртылаш буш тиерлек – уны күптән түгел башланғыс белем усағы итеп үҙгәрт­кәндәр, бында 28 генә бала уҡый. Ә бит урта мәктәп дәрәжәһен Ризван ағай Хажиевтың тырышлығы менән ике тапҡыр һаҡлап ҡалыуға өлгәшкәндәр. Хәҙер ул юҡ... Киләсәктә был төбәкте ниндәй үҙгәрештәр көтә? Һөләймәндән һәм Мәсетле яҡтарынан, әле әйтелгән остаздар кеүек, оло хөрмәт һәм билдәлелек аласаҡ шәхестәр үҫеп сығырмы? Уларҙы тәрбиәләп үҫтерерлек шарттар һәм халыҡсан рух һаҡланырмы?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509