Өфөнән көнсығышҡа табан һуҙылған “М-5” федераль юлынан барыуы еңел түгел, сөнки бында хәрәкәт тәүлектең һәр мәлендә тығыҙ була. Йәнле тип әйтеп булмай, сөнки төрлө “фура”лар йүнәлеште ныҡ ҡына тотҡарлай. Машиналарҙың күплеге лә аңлашыла – был оло юл илдең үҙәк өлөшөн Себер менән тоташтыра бит. Көҙгө ҡараңғыла һәм быҫҡаҡ ямғыр аҫтында ундағы хәрәкәт айырыуса эсте бошора. Хәйер, күңел болоҡһорға сәбәп тә бар: беҙ республикабыҙҙың күренекле журналисының хәтер кисәһенә юлландыҡ. Уның арабыҙҙан мәңгелеккә киткәненә биш йыл тулды.
– Йыл һайын үткәрәһегеҙ уның хәтер кисәһен. Рәхмәт һеҙгә бының өсөн, Клара ханым. Ауырға тура килмәйме? – тип һорайым ҡатынынан.
– Юҡ, һис бер ауырлығын да тоймайым. Ярҙамсыларым да бар, урындағы власть та хәстәренән ташламай. Иң мөһиме – ул халыҡ күңелендә йәшәй һәм бигерәк тә үҫеп килгән быуын уны онотмаҫҡа, үҙенә йәшәү өлгөһө итеп алырға тейеш, беҙ ҙә бының өсөн ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләргә бурыслыбыҙ, – ти Клара Фәтҡулла ҡыҙы.
Ысынлап та, Ризван Хажиев республикабыҙҙың күренекле шәхестәренең береһе ине. Ул билдәле журналист һәм публицист ҡына түгел, ә абруйлы дәүләт эшмәкәре лә булды. Паровоз машинисы ярҙамсыһынан алып Башҡортостан парламенты депутаты һәм республика баҫмаһының баш мөхәррире вазифаһына хәтлем юл үтеп, ҙур тормош тәжрибәһе туплаған кеше итеп кенә түгел, ә халыҡты борсоған проблемаларҙы күтәреп сыҡҡан һәм уларҙы эҙмә-эҙлекле хәл итеү өсөн ныҡышмалы эш алып барған шәхес тип тә беләләр уны. Теге йәки был мәсьәләне хәл итеүҙе урында юллап ҡына ҡалманы, ә уны республика йәмәғәтселегенең иғтибарына ла сығарҙы, сөнки хеҙмәт биографияһының төп өлөшө “Башҡортостан” (ул саҡта – “Совет Башҡортостаны”) гәзитенә тура килә. Ә республика Хөкүмәте һәм парламенты баҫмаһы – ул халыҡ трибунаһы.
Тыуған ауылы Һөләймән өсөн дә Ризван Закирхан улы күпте эшләгән. Тыуған төйәгенән элек тә айырылмай йәшәй ине ул, ә үҙе яратҡан публицистика жанры буйынса һуңғы әҫәрҙәрен яҙып өлгөрөү өсөн, әйтерһең дә, тыуған тупрағына тартылып көс алырға булды: ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарын Дыуан районының Мәсәғүт ауылындағы йортта ижад өҫтөндә үткәрҙе.
Беҙ әле Хажиевтарҙың Мәсәғүттәге ошо йортонда ултырабыҙ. Бөгөн Дыуан һәм Мәсетле райондарындағы бер нисә мәктәптә Ризван ағайҙың хәтер кисәһен үткәреү күҙалланған. Клара ханымдан уның Ризван ағай менән нисек танышҡаны хаҡында ҡыҙыҡһынам.
– “Ватандаш” журналында баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән сағы ине, – тип хәтерләй ул. – Беҙ редакцияла тәүге тапҡыр осрашҡанда, ҡатыны вафат булып, алты ай үткән икән, уныһын һуңыраҡ белдем. Мин был осорҙа Дыуан районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә эшләй инем. Шунда яҡындан танышып киттек, халыҡ әйтмешләй, сәстәр сәскә бәйләнде, яҙмыштыр инде. Өфөнөң климаты уға яраманы, ҡан баҫымын көсәйтә, тип Мәсәғүткә күсеп килдек.
Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле, Ләмәҙтамаҡ, Һөләймән ауылдары мәктәптәрендә уҡыусылар һәм педагогтар менән осрашыу күңелдә ыңғай тәьҫир ҡалдырҙы. Балаларҙың теремек булыуы, иғтибар, ихтирам менән тыңлауы һоҡландырҙы. Беренсенән, Ризван ағай Хажиевтың абруйлы кеше итеп танылыуы һәм ижади мираҫы быға сәбәпсе булһа, икенсенән, ауыл тәрбиәһенең бала саҡтан кешелә һөйкөмлө баҫалҡылыҡ, ололарға хөрмәтле мөнәсәбәт булдырыуы һиҙелмәй ҡалмай. Хәтер кисәһенә килгән яҙыусы Спартак Ильясов, шағирә һәм радиожурналист Фәрзәнә Аҡбулатова, “Тамаша” журналының баш мөхәррире, драматург Сөләймән Латипов, шағирә Фәнүзә Солтанованың сығыштары уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуын күрмәү мөмкин түгел ине. Мәктәп кәштәләрендә Ризван ағайҙың китаптары урын алған. Тыуған ауылында “Һөләймән һәм һөләймәндәр” тип аталған китабын һәр уҡытыусының тип әйтерлек ҡулында күрҙек.
Һөләймән ауылы тураһында айырым һәм оҙаҡ итеп һөйләргә булыр ине. Һирәк осраған төбәк ул: бер ауылдан ғына ла 24 кеше Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Кемдәр бит әле – күренекле дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре Сабир Ваһапов, филология фәндәре докторы, профессор Нәжибә Мәҡсүтова, дәүләт власының юғары органдарында эшләгән Фәйзрахман Зәғәфуранов, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов һәм башҡа билдәле шәхестәр. Улар ҙа тыуған ауылын һис ҡасан онотмаған, шуғалыр ҙа инде Һөләймән мәктәбе музейында һеҙҙе Ризван Закирхан улының “Һөләймәнем – пар ҡанатым минең!” тигән шиғри юлдары ҡаршы аласаҡ. “Бер ауылдан шундай әллә күпме күренекле кешеләр сығыуының сере нимәлә?” – тип һорайым мәктәп директоры Фәйрүзә Дуҫмөхәмәтованан. “Бер ниндәй ҙә сер юҡ, белем алыуға ынтылыш көслө булғандыр, һәләтле һәм алдан күрә белеүсән уҡытыусыларға тура килгәнбеҙҙер”, – ти ул.
Тик шулай ҙа ниндәйҙер моңһоулыҡ һәм киләсәк өсөн ниндәйҙер дәрәжәлә хафаланыу ҙа күңелдән сыҡмай. Ҡасандыр гөрләп торған Һөләймән мәктәбе яртылаш буш тиерлек – уны күптән түгел башланғыс белем усағы итеп үҙгәрткәндәр, бында 28 генә бала уҡый. Ә бит урта мәктәп дәрәжәһен Ризван ағай Хажиевтың тырышлығы менән ике тапҡыр һаҡлап ҡалыуға өлгәшкәндәр. Хәҙер ул юҡ... Киләсәктә был төбәкте ниндәй үҙгәрештәр көтә? Һөләймәндән һәм Мәсетле яҡтарынан, әле әйтелгән остаздар кеүек, оло хөрмәт һәм билдәлелек аласаҡ шәхестәр үҫеп сығырмы? Уларҙы тәрбиәләп үҫтерерлек шарттар һәм халыҡсан рух һаҡланырмы?