Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....
Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр
Бөгөн Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре, Өфөнөң почётлы гражданы, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев менән бәхилләштеләр. Бәхилләшеү сараһына республиканың дәүләт власы органдары, предприятиелар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ҡала халҡы килде.
«Павел Рюриковичтың арабыҙҙан китеүе тураһында ҡайғылы хәбәр барыбыҙҙы ла тетрәндерҙе», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров матәм митингында.
«Бер нисә аҙна элек кенә республикабыҙҙа иң тәүҙә уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем тапшырғайныҡ. Был ҡарарҙы беҙ идара итеү командаһы менән бергә ҡабул иттек.
Сөнки Павел Рюриковичтың бар ғүмерен дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткә, Башҡортостанға хеҙмәт итеүгә бағышлауын яҡшы беләбеҙ.
Барыһы ла уның тормош һәм хеҙмәт юлын белә. Әммә был юлда иң мөһиме – халыҡтың уны яратыуылыр, моғайын. Был абсолют факт. Уны һәммәһе лә, бигерәк тә өфөләр яратты. Хатта ул Дәүләт Думаһында эшләгән саҡта ла кешеләр уға үтенестәр менән килә торғайны. Сөнки Павел Рюриковичтың һәр ваҡыт тыңлап, ярҙам итергә тырышыуын беләләр.
Әлбиттә, уның хәләл ефете Галина Юрьевнаға ҡарата мөнәсәбәте оло ихтирам уята ине.
Беҙ һеҙҙең, улдарығыҙ, ейәндәрегеҙ, туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ, дуҫтарығыҙ өсөн ниндәй ауыр юғалтыу аҡылыбыҙ менән аңлайбыҙ. Тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ.
Бәхил булығыҙ, хөрмәтле Павел Рюрикович! Һеҙҙең хаҡта үткән заманда һөйләүе бик ҡыйын. Оҙаҡ йылдар һеҙҙең менән бер командала эшләүем менән ғорурланам.
Барыһы өсөн дә рәхмәт! Ярҙамығыҙ, аҡыллы кәңәштәрегеҙ өсөн.
Һеҙ һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктә ҡалырһығыҙ», — тине Радий Хәбиров матәм митингында.
Дәүләт Думаһында «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы етәксеһе урынбаҫары Виктор Селиверстов, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе Александр Сидякин, Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Муценек, Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, Рус православие сиркәүенең Мәскәү патриархаты Башҡортостан митрополияһы башлығы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә Назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Өфөнөң һәм Башҡортостандың баш раввины Дан Кричевский Павел Качкаевтың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр.
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....
Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт
Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......
Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт
Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...