Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фән донъяһының мәшһүр эшмәкәре
Фән донъяһының мәшһүр эшмәкәреБашҡортостан юлдаш телевидениеһы, республикабыҙҙың 100 йыллығына арнап, бик ҡыҙыҡлы проекттарҙы бойомға ашыра башланы. Шуларҙың береһе — “Башҡортостандың 100 шәхесе” тигәне — бик күп тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп иткәндер, тип уйлайым. Ошо шәхестәр араһында республикабыҙҙың бүтән атаҡлы кешеләре менән бер рәттән данлыҡлы нефтсе-геолог, геология-минералогия фәндәре докторы, профессор Ҡадир Рәхим улы Тимерғәзиндең исеме лә хаҡлы рәүештә урын алған. Был, әлбиттә, ҡыуаныслы хәл, сөнки уларҙың илебеҙ һәм халҡыбыҙ мәнфәғәте өсөн фиҙакәр хеҙмәте күптәребеҙ өсөн өлгө булырҙай, фәһем алырҙай күркәм тормош юлы менән киң йәмәғәтселекте таныштырыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.


Геология фәненең мәшһүр эшмәкәре Ҡадир Тимерғәзин тураһында яҙыр өсөн ҡулыма ҡәләм алыуым беренсе тапҡыр ғына түгел. Уның тормош һәм ижад юлына арналған ғилми-биографик очеркым “Арҙаҡлы башҡорттар” тигән китабымда ла баҫылып сыҡты. Әле иһә был мәҡәләне яҙырға ултырыуымдың бер сәбәбе бар.
Эш шунда: бынан бик күп ваҡыт элек, 1960 йылдың декабрендә, Ҡадир Рәхим улы менән осрашып, Башҡортостан радиоһы өсөн магнитофон таҫмаһына унан интервью яҙҙырып алғайным. “Ғалимдар һөйләй” тигән тапшырыу өсөн эшләнгәйне ул әңгәмә. Тапшырыу 1961 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан радиоһында эфирға сыҡты һәм унда Ҡадир Рәхим улы Тимерғәзин менән бергә фән кандидаттары Далғат Шаһимәрҙән улы Дәүләтбаев һәм Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталовтың тауыштары яңғыраны.
Ул дәүерҙә радио тапшырыуҙарының тексы тулыһынса ҡағыҙға күсерелеп, машинкала баҫылып, етәкселәрҙең ҡултамғаһы менән раҫланғас ҡына эфирға сығарыла ине. Әйткәндәй, тапшырыуға әҙерләнгән яҙмаларҙы Радиотапшырыуҙар һәм телевидение комитеты рәйесе Ғариф Ғәли улы Ғөзәйеров, кабинетына нисә керһәң дә, үҙе иғтибар менән тыңлап, тикшереп ултырыр ине. Был тапшырыуҙың тексын да, машинкала баҫтырып алып, бер данаһын үҙемдең шәхси архивыма һалып ҡуйғайным. Аҙаҡ ҡайҙа ятҡанын онотоп та бөткәнмен. Ниһайәт, яңыраҡ шәхси архивымды тәртипкә килтергәндә ул ҡыҙыҡлы ҡулъяҙма ҡулыма килеп эләкте. Бынан алты тиҫтә йыл самаһы элек булып үткән иҫтәлекле осрашыуҙар, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең яҡты йөҙҙәре күҙ алдыма килде, уларҙың яғымлы тауыштарын яңынан ишеткәндәй булдым. Әммә шуныһы мөһим: бәләкәй генә булһа ла, күптән инде бер тарихи ҡомартҡыға әйләнгән дәбаһа был яҙмалар. Шуға төшөндөм: бөйөк кешеләрҙең һәр һүҙе, һәр ғәмәле заманалар үткән һайын ҡәҙерлерәк була бара икән. Ә бит был осраҡта минең алдымда — фән, ғилем өлкәһендәге көнүҙәк темаларға арналған өс интервью. Бындай ҡомартҡыны матбуғат биттәренә сығармайынса ятҡырып ҡалдырыу яҙыҡ булыр ине. Бөгөн иһә ошо ҡулъяҙманың Ҡ.Р. Тимерғәзин менән бәйле өлөшөн гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итергә ниәтләндем.
Шәхси архивта һаҡланһа ла, үҙенсә бер тарих булараҡ, уҡыусы өсөн уның да әһәмиәте барҙыр, моғайын. Өҫтәүенә ошо рәүешле беҙ уҙған быуаттың 60-сы йылдар башындағы радио журналистикаһы тураһында ла аҙмы-күпме фекер йөрөтә алабыҙ. Бына диктор ниндәй ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр хаҡында хәбәр итеү менән башлап ебәргән ул тапшырыуҙы:
— Бөгөн беҙ тарих календарының тағы ла бер битен асабыҙ. Социалистик Тыуған илебеҙ 1961 йылға, бөйөк ете йыллыҡтың өсөнсө йылына, аяҡ баҫа. Совет кешеләре, миллионлаған хеҙмәт эйәләре яңы йылды ҙур еңеүҙәр, оло шатлыҡтар, урғып торған дәрт һәм илһам менән ҡаршылай. Нефтселәр, күмерселәр, игенселәр, малсылар хеҙмәттә ғәжәп һәйбәт уңыштарға өлгәште. Башҡортостан колхозсылары һәм совхоз эшселәре үткән йәйҙә илгә пландан тыш 8 миллион 800 мең бот ашлыҡ үҫтереп бирҙе. Туймазы, Серафимовка, Шкапов нефтселәре меңәрләгән тоннанан ашыу “ҡара алтын” сығарҙы. Танылған быраулау мастерҙары Анатолий Шакшин, Ричард Аллаяров, Алексей Михайлов бригадалары, юғары күрһәткестәр өсөн көрәшеп, йыллыҡ үҫеште 15 мең метрҙан да арттырып ебәрҙе. Ә Ишембай һәм Стәрлетамаҡ геология-эҙләнеү конторалары разведчиктары инде, даны бөтөн илгә таралған ҡеүәтле Ҡансура газ ятышын табып, уны үҙләштереү буйынса ҙур эштәр башҡарҙы. Башҡортостан газы тиҙҙән Магнитка домналарында ҡулланыла башлаясаҡ!
Стәрлетамаҡ далаһында ҡеүәтле синтетик каучук заводы үҫеп сыҡты. Союз әһәмиәтендәге был гигант заводта апрель башынан алып ҡиммәтле продукция — яһалма каучук етештерелә башланы.
Оло химия, нефть, газ республикаһы булған беҙҙең Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарының да бай ятҡылыҡтары әленән-әле асылып тора, уларҙың сәнәғәт өсөн әһәмиәтле запастары 1960 йылда ғына ла байтаҡҡа артты. Бөтөн был эштәрҙә фән эшмәкәрҙә­ренең ҙур хеҙмәт өлөшө бар. Республика территорияһының геологик төҙөлөшөн өйрәнеү, уның тәбиғи байлыҡтарын ғилми тикшереү эшендә СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тау-геология институты ғалимдары фиҙакәрлек өлгөһө күрһәтә. Беҙ, ошо өлкәлә алып барылған ғилми-тикшеренеү эштәре менән таныштырыуын һорап, институттың нефть геологияһы секторы мөдире, геология-минералогия фәндәре докторы, РСФСР-ҙың атҡаҙан­ған фән һәм техника эшмәкәре, профессор Тимерғәзингә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Хәбәрсе:
— Ҡадир Рәхимович! 1960 йыл Башҡортостан геологтары, һеҙҙең институт коллективының эшендә айырыуса нимәләр менән иҫтә ҡалды?
Тимерғәзин:
— Уҙған геологик миҙгелдә республикабыҙҙың төрлө өлөштәрендә — көнбайыш киңлектәрендә һәм таулы Уралда — нефть, газ, баҡыр рудаһы, алтын, кобальт, һирәк осраған элементтар һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү буйынса күп кенә экспедициялар, отрядтар һәм партиялар эшләне. Һөҙөмтәлә Башҡортостандың Урал аръяғы райондарында төҫлө металдар­ҙың тотош бер ятҡылыҡтар төркөмө табылды, ә көнбайышта һәм көньяҡта байтаҡ яңы нефть, газ ятҡылыҡтары асылды.
Беҙҙең институт коллективы ер аҫты байлыҡтарының геологик проблемалары буйынса ғәйәт ҙур әһәмиәтле ғилми тикшеренеүҙәр үткәрҙе. Мәҫәлән, “Башҡортостан нефтенең геологик урынлашыу тәртиптәре” тигән ҙур йомғаҡлау монографияһы әҙерләнде. Бында республикабыҙҙың Уралдан көнбайышта ятҡан өлөшөнөң геологик төҙөлөшө, геологик тарихы, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын асыу перспективалары, уларҙы эҙләү өсөн камиллаш­тырылған методика мәсьәләләре хәл ителде. Монография Тау-геология институты геологтарының ҙур төркөмө тарафынан, фән докторҙары, профес­сор­ҙар Альберт Иванович Олли, Антонина Яковлевна Виссарионова һәм Гурген Павлович Ованесов етәкселегендә, шулай уҡ минең ҡатнашлыҡта эшләнде. Был хеҙмәт тиҙҙән Мәскәүҙә китап итеп баҫып сығарыласаҡ.
Хәбәрсе:
— Тимәк, монография һеҙҙең коллектив тарафынан әҙерләнгән ҙур ғилми хеҙмәт булып тора. Уның халыҡ хужалығы өсөн ғәмәли әһәмиәте ниндәйерәк буласаҡ?
Тимерғәзин:
— “Башҡортостан нефтенең геологик урынлашыу тәртиптәре” тигән монография — республикабыҙҙағы нефть ятҡылыҡ­тары тураһында дөйөмләште­релгән күләмле тәүге ғилми тикшеренеү ул. Уның ғәмәли әһәмиәте, әлбиттә, ҙур буласаҡ. Беҙҙең нефть эҙләүселәр өсөн геологик-эҙләнеү эштәрен фәнни нигеҙҙә ойоштороу йәһәтенән ул төп ҡулланмаға әйләнәсәк. Йәнә килеп, Көньяҡ Уралда һәм Көнбайыш Баш­ҡортостанда осраған тау тоҡомдары ҡатламдарының геохронологик шкалаһы йәки ул тоҡомдарҙың геологик йәшен билдәләгән схема төҙөлдө.
Тау өлкәләре буйынса 200 меңлек масштабындағы геотектоник карта төҙөү методикаһы һәм шартлы билдә­ләре тикшерелеп хәл ителде. Был картаны ҡулланып, һәр геолог Башҡортос­тан Уралының геологик төҙөлөшөн һәм тарихын, тәбиғи байлыҡтарҙың урынлашыу тәртибен асыҡлай аласаҡ. Ул шулай уҡ бик әһәмиәтле, сөнки ошо геотектоник карта бөтөн бер томға ингән мәғлүмәттәрҙе сағылдырып тора тиһәк тә, хата булмаҫ. Картаның авторы — профессор Олли. Йәнә тағы ла Баш­ҡортос­тандың урта һәм өҫкө девон ҡатламдарында осрай торған йәнлек һәм үҫемлек ҡалдыҡтары тураһында монография яҙылып бөттө.
Институттың геохимия һәм руда ятҡылыҡтарын өйрәнеү секторын көсәйтеү һәм киңәйтеү буйынса эш уҙғарылды. Шул иҫәптән секторҙың мөдире итеп Воронеж университетынан тәжрибәле ғалим, геология-минералогия фәндәре кандидаты, доцент Павел Филиппович Сопко, өлкән ғилми хеҙмәткәр Игорь Сергеевич Вахромеев һәм башҡалар эшкә алынды.
Институт коллективы киләсәктә лә республикабыҙҙың төп ер аҫты байлығы булған нефть, газдың һәм баҡыр колчеданы рудаларының геологик проблемалары буйынса ғилми тикшеренеүҙәрҙе дауам итәсәк, сөнки беҙҙең республика — Союзда иң көслө нефть райондарының береһе, ә Уралдағы төҫлө руда байлыҡтарының яртыһы Башҡортостанда урынлашҡан.
Ете йыллыҡта нефть сығарыу күләмен — ике мәртәбәгә, төҫлө металдарҙың разведкаланған запасын бер ярым тапҡырға арттырырға тейешбеҙ. Беҙ, геологтар, партиябыҙ ҡуйған был оло бурыстарҙы үтәп сығыу өсөн бөтөн көсөбөҙҙө биреп, дәрт һәм илһам менән эшләйәсәкбеҙ.
Диктор:
— Эйе, дәрт һәм илһам менән! Совет ғалимдары, башҡорт ғалимдары үҙ халҡына, туған Коммунистар пар­тияһына шулай ҡайнар теләк менән фиҙакәр хеҙмәт итә.
Бына ошондай әңгәмә. (Мин уны, әлбиттә, бер һүҙен дә ҡыҫҡартмайынса, яңынан аҡ ҡағыҙға күсерҙем). Был ҡулъяҙманы матбуғатҡа сығарыу өсөн әҙерләү айҡанлы төрлө баҫмаларҙа Ҡадир Рәхим улы Тимерғәзингә арналған мәҡәләләр, очерктар, иҫтәлектәр менән ҡат-ҡат ентекләп танышып сыҡтым. Һөҙөмтәлә уның исеме бөйөк ғалим һәм һоҡланғыс кеше булараҡ ғәжәйеп сифаттары менән өр-яңынан балҡып киткәндәй тойолдо. Шул айҡанлы Тимерғәзин эшләгән институтта һуңыраҡ оҙаҡ йылдар директор вазифаһын атҡарған шундай уҡ күренекле геолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы Морат Абдулхаҡ улы Камалетдиновтың Ҡ.Р. Тимерғәзин тураһындағы очеркына туҡталып үтеү урынлы булыр. Тимерғәзинде ул нефть һәм газ геологияһының әйҙәүсеһе (первопроходец), Башҡортостанда академик фәнгә нигеҙ һалыусы, республикала иң ҙур нефть ятҡылыҡтарын асыусы, Башҡортостан фәненең классигы тип нарыҡлай һәм... Хәйер, һүҙҙе уның үҙенең яҙғандары менән дауам итмәксемен.
“Ҡадир Рәхим улы Тимерғәзинде башҡорт Ломоносовы тип атарға була. Был ғалимдарҙың тормош сәхифәләрендә бик күп уртаҡлыҡ бар. Икеһе лә крәҫтиәндәр араһынан, Рәсәйҙең төпкөл провинцияларынан сыҡҡан. Икеһендә лә йәштән үк фәнгә, белемгә тыйып тотҡоһоҙ ынтылыш тойғоһо уянған. Икеһе лә бала саҡтан уҡ үҙ-үҙеңде раҫлау һәм фәндә хаҡлыҡ өсөн көрәш менән тулы тормош юлы үткән”*, — тип башлана был очерк. Артабан М.А. Камалетдинов ошо ике бөйөк шәхестең яҙмышындағы оҡшашлыҡтарҙы һанап үтә.
Ломоносов Рәсәй Фәндәр академияһында беренсе урыҫ ғалимы була, Тимерғәзин — Башҡортостан Фәндәр академияһында, дөрөҫөрәге, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалында башҡорттарҙан беренсе ғалим. Ломоносов кеүек үк, Тимерғәзин дә академик фәндә киң профилле белгес: петрограф, минералог, геохимик, геолог-стратиграф, нефтсе, рудасы һәм фән тарихсыһы. Ломоносов Рәсәй Фәндәр академияһы ҡарамағында беренсе химия лабораторияһын ойоштора, Мәскәү дәүләт университеты уның тәҡдиме буйынса асыла. Тимерғәзин — Өфө нефть ғилми-тикшеренеү институтын (УфНИИ, хәҙер — БашНИПИнефть), СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалын (хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге) һәм уның составында Тау-геология институтын (хәҙер — Геология институты) ойоштороусыларҙың береһе һ.б.
Геология фәненең бик әһәмиәтле бер үҙенсәлеге бар: был фән өлкәһендә эшләгән ғалимдарҙың хеҙмәте, ғәҙәттә, туранан-тура практика менән бәйле була. Геологтарҙың тикшеренеүҙәре ҡаҙылма байлыҡтарҙы йәки, әйтәйек, нефть һәм газ ятҡылыҡтарына разведка үткәреү, уларҙы эҙләү, табыу һәм эксплуатациялауҙы нигеҙләү эштәрен маҡсат итеп ҡуя. Шуның өсөн дә геолог-ғалимдарҙың асыштары йыш ҡына дәүләт мәнфәғәтендәге ҡаҙаныштар кимәленә күтәрелә, дәүләт етәкселегенең дә, йәмәғәтселектең дә иғтибарын бермә-бер йәлеп итеп тора. Бындай асыштар һәм табыштарҙың бәйәһе миллиондарса һумдар менән иҫәпләнеп, улар илдең иҡтисади ҡеүәтен арттырыуға, халыҡ хужалығын үҫтереүгә хеҙмәт итә.
Шул уҡ ваҡытта геологтар яһаған фараздарҙың яуаплылығы ла ҙур, сөнки хаталар ҙа бик ҡиммәткә төшә. (Башҡортостанда нефть ятҡылыҡтарына разведка үткәреүселәр шуға күрә сталинсы репрессия йылдарында бик һаҡ эш итергә тырышҡан). Ә инде геолог-ғалим, әйтәйек, үҙ ғүмерендә бер генә руда, алтын йәки нефть һәм газ ятҡылығын асыуҙа ҡатнашҡан икән, был ваҡиға уның биографияһында алтын хәрефтәр менән яҙылған тигән һүҙ. Ер аҫты байлыҡтары, киң майҙандарҙа урынлашҡан нефть һәм газ ятҡылыҡтары табылған ерҙәрҙә артабан быраулау эштәре йәйелдереп ебәрелгән, эшселәр ҡасабалары, ҡалалар ҡалҡып сыҡҡан. Ҡ.Р. Тимерғәзин иһә бер генә түгел, ә Башҡортостаныбыҙҙы нефть республикаһы булараҡ илдә алдынғы урынға сығарған ғәйәт ҙур дүрт — Туймазы, Серафимовка, Шкапов һәм күрше Татарстандағы Баулы – нефть ятҡылыҡ­тарын асыуҙа ҡатнашҡан. Был асыштар Башҡортостан нефтсе геологтарының һәм, әлбиттә, Ҡадир Тимерғәзиндең күп йылдар буйы алһыҙ-ялһыҙ дауам иткән ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенең, һис арттырып әйтеү түгел, бөйөк ҡаҙанышы, Башҡортостан нефте тарихының онотолмаҫ, данлы биттәре.
Профессор Тимерғәзиндең ғилми хеҙмәттәре, алда әйтеп үткәнебеҙсә, күптән инде илебеҙ нефть геологияһы фәненең классикаһына әйләнде. Уның, мәҫәлән, 1959 йылда баҫылып сыҡҡан “Көнбайыш Башҡортостандың девонға тиклемге ҡатламдары һәм уларҙың нефт­ле һәм газлы булыуға перспективалары” (“Додевонские образования Западной Башкирии и перспективы их нефтегазоносности” тигән капиталь монографияһы; нәҡ ошо темаға ул докторлыҡ диссертацияһы яҡлай) шул осорҙа бөтөн Волга-Урал төбәге геологтарының өҫтәл китабына әйләнә.
2000 – 2011 йылдарҙа атаҡлы ғалим­дың өс томдан торған һайланма хеҙ­мәттәре, шул иҫәптән “Баулы-Туймазы нефтле районы девон дәүерендәге терриген ҡатланмалары” (“Терригенные отложения девона Бавлинского-Туймазинского нефтеносного района”) тигән мәшһүр тикшеренеүе донъя күрҙе. “Һайланма хеҙмәттәр”ҙең өсөнсө томы – “Башҡортос­тан нефте тарихы буйынса очерктар”.
Башҡортостан йәмәғәтселеге 2013 йылда Ҡадир Тимерғәзиндең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләп үтте. Бөйөк ғалимдың юбилейы көндәрендә тыуған яғында — Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Әмин ауылы мәктәбе алдында уның бюсы ҡуйылды. Шул уҡ йылда Өфөнөң “Ғилем” нәшриәтендә “Геология — уның ғүмерлек мөхәббәте” (“Геология — любовь всей его жизни”) тигән күркәм китап нәшер ителде. Авторҙары — геология-минералогия фәндәре кандидаттары Ая Ҡадир ҡыҙы һәм Камил Ҡадир улы Тимерғәзиндәр. Хәҙерге фән донъяһында ғалимдар династияһын дауам иткән тағы ла ошондай исемдәр бар. Ҡадир Рәхим улының өлкән ейәне – Ҡадир Камил улы Тимерғәзин. Мәскәү дәүләт университе­тының геология факультетын тамамлаған. “Геостра” ғилми-производство үҙәгендә әйҙәүсе геолог булып эшләй. Кесе ейәне — шулай уҡ Ҡадир Тимерғәзин — химия фәндәре докторы, Америка Ҡушма Штаттары университетының береһендә уҡыта. Һай, афарин, Тимерғәзиндәр!

*Камалетдинов М.А. Ученые и время. — Уфа: Гилем, 2007. — 137-се бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 1 423

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 1 170

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 1 318

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 1 389

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 21 970

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 1 123

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 119

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 196

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 1 274

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 1 436

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 1 465

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 1 321