Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡаланың киләсәге өмөтлө
31 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Нефтекамала булды һәм ҡаланың 50 йыллыҡ юбилейына арналған сараларҙа ҡатнашты.

Республика башлығының эш сәфәре “Нефтекама машиналар эшләү заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән башланды. Предприятиела магистраль нефть үткәргестәр өсөн Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты менән берлектә эшләнгән яңы насос агрегаттарын етештереү күҙаллана. Улар энергияны аҙ сарыф итеүе һәм файҙаланыуҙа уңайлылығы менән бөгөн донъяла билдәле өлгөләрҙән өҫтөнөрәк буласаҡ. Бер нисә тиҫтә йыл инде Украинала сығарылып килгән агрегаттар күп яҡтан заман талаптарына яуап бирмәй, башҡа илдәрҙеке иһә ныҡ ҡыйбат. Шуға ла Нефтекама заводы продукцияһына ҙур ихтыяж булыуы көтөлә.
Предприятие етәкселеге Президентты эш барышы менән таныштырҙы. Насос агрегаттарын күпләп етештереү 2014 йылда башланырға тейеш, ә алдағы айҙарҙа әҙерләнәсәк өлгөләрҙе һынау ғинуарға тәғәйенләнгән. Проект ҡеүәтенә етеү 2015 йылға планлаштырыла. Белгестәр билдәләүенсә, завод Рәсәй баҙарының был ҡорамалға булған талаптарын тулыһынса ҡаплаясаҡ, уны шулай уҡ сит илгә һатыу мөмкинлеге лә буласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыуға 750 миллион һум инвестиция йәлеп ителә, йыл аҙағынаса шуның 180 миллионы үҙләштереләсәк. Яҡын киләсәктә ике йөҙгә яҡын заманса эш урыны булдырыласаҡ.
Предприятие йәш белгестәр өсөн торлаҡ төҙөргә лә ниәтләй. Рөстәм Хәмитов был йүнәлештә ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе. Ул шулай уҡ Нефтекама машина эшләүселәренең яҡшы фәнни базаға нигеҙләнеүен айырым билдәләне һәм Өфөләге юғары уҡыу йорттары менән бәйләнеште нығытырға тәҡдим итте.
Артабан республика башлығы йола буйынса йыл һайын Ҡала көнөндә үткәрелгән “Дуҫлыҡ балҡышы” фестивалендә булды. Был сараның төп маҡсаты – халыҡтарҙың үҙенсәлекле милли мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм пропагандалау. Быйыл Нефтекаманың ял паркында башҡорт, урыҫ, татар, мари, украин һәм удмурт милли берләшмәләре, шулай уҡ тажик һәм азербайжан халыҡтары вәкилдәре үҙ тарихын, традицияларын һәм көнкүрешен сағылдырған тирмәләр һәм аласыҡтар ҡуйғайны. Президент уларҙы ҡарап сыҡты, төрлө милләт вәкилдәре менән аралашты. Был ваҡытта һәр майҙансыҡта милли уйындар, бейеүҙәр ойошторолдо, парк сәхнәләренән йыр-моң ағылды. Ижади коллективтарҙың сығыштарын байрамға йыйылған халыҡ дәррәү алҡышҡа күмде.
Һуңынан Рөстәм Хәмитов предприятие, учреждение һәм ойошмалар вәкилдәренең ярты быуатлыҡ юбилейға арналған тантаналы йыйылышында ҡатнашты.
– Бына илле йыл инде Нефтекама йылдам үҫә һәм яңыра, – тип билдәләне республика башлығы, унда сығыш яһап. – Алға барыу тиҙлегенең киләсәктә тағы ла артасағына ышанам.
Кеше башына иҫәпләгәндә, торлаҡ төҙөү буйынса ҡала республикала иң алдынғыһы. Былтыр 82 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелһә, быйыл уны 87 меңгә еткереү планлаштырылған. “Был бик яҡшы күрһәткес”, – тине Рөстәм Зәки улы һәм аҙ ҡатлы йорттар һалыу, яңы биҫтәләр төҙөү бурысын ҡуйҙы. Уларҙа тейешле инфраструктура булдырылырға тейеш.
Ҡала сәнәғәтенең оло мөмкинлектәренә туҡталғандан һуң Президент эшҡыуарлыҡты артабан үҫтереүҙе эшмәкәрлектең мөһим йүнәлештәренең береһе тип атаны.
– Бәләкәй һәм урта бизнестан керем ҡала бюджетының 16 процентын тәшкил итә. Был күп түгел. Беҙгә етештереү менән шөғөлләнгәндәр кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы шулай уҡ социаль мәсьәләләр, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу буйынса йүнәлештәр хаҡында һөйләне, йәштәргә эш, йәшәү һәм ял итеү өсөн тейешле шарттар булдырыу кәрәклеген айырым әйтеп үтте.
Президент артабан хеҙмәт алдынғыларына республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Һуңынан ул байрам алдынан ғына ҡаланың яңы биҫтәһендә асылған Йәштәр аллеяһында зәңгәр шыршы ултыртты.
Нефтекаманың илле йыллығына арналған саралар көнө буйы дауам итте һәм байрам фейерверкы менән тамамланды.


Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ, “Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан 02.02.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан...

Тотош уҡырға 0

Республикала Кадрҙар стажировкаһы үҙәге асыла

Республикала Кадрҙар стажировкаһы үҙәге асыла 02.02.2026 // Йәмғиәт

Республиканың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров һүҙҙәренсә, документ әҙер....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған 02.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда социаль түләүҙәр нисек үҙгәрә

Башҡортостанда социаль түләүҙәр нисек үҙгәрә 02.02.2026 // Йәмғиәт

Февралдән улар индексациялана, пособиелар күберәк түләнә....

Тотош уҡырға 3

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды 31.01.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә