Ҡаланың киләсәге өмөтлө03.09.2013
31 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Нефтекамала булды һәм ҡаланың 50 йыллыҡ юбилейына арналған сараларҙа ҡатнашты.
Республика башлығының эш сәфәре “Нефтекама машиналар эшләү заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән башланды. Предприятиела магистраль нефть үткәргестәр өсөн Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты менән берлектә эшләнгән яңы насос агрегаттарын етештереү күҙаллана. Улар энергияны аҙ сарыф итеүе һәм файҙаланыуҙа уңайлылығы менән бөгөн донъяла билдәле өлгөләрҙән өҫтөнөрәк буласаҡ. Бер нисә тиҫтә йыл инде Украинала сығарылып килгән агрегаттар күп яҡтан заман талаптарына яуап бирмәй, башҡа илдәрҙеке иһә ныҡ ҡыйбат. Шуға ла Нефтекама заводы продукцияһына ҙур ихтыяж булыуы көтөлә.
Предприятие етәкселеге Президентты эш барышы менән таныштырҙы. Насос агрегаттарын күпләп етештереү 2014 йылда башланырға тейеш, ә алдағы айҙарҙа әҙерләнәсәк өлгөләрҙе һынау ғинуарға тәғәйенләнгән. Проект ҡеүәтенә етеү 2015 йылға планлаштырыла. Белгестәр билдәләүенсә, завод Рәсәй баҙарының был ҡорамалға булған талаптарын тулыһынса ҡаплаясаҡ, уны шулай уҡ сит илгә һатыу мөмкинлеге лә буласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыуға 750 миллион һум инвестиция йәлеп ителә, йыл аҙағынаса шуның 180 миллионы үҙләштереләсәк. Яҡын киләсәктә ике йөҙгә яҡын заманса эш урыны булдырыласаҡ.
Предприятие йәш белгестәр өсөн торлаҡ төҙөргә лә ниәтләй. Рөстәм Хәмитов был йүнәлештә ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе. Ул шулай уҡ Нефтекама машина эшләүселәренең яҡшы фәнни базаға нигеҙләнеүен айырым билдәләне һәм Өфөләге юғары уҡыу йорттары менән бәйләнеште нығытырға тәҡдим итте.
Артабан республика башлығы йола буйынса йыл һайын Ҡала көнөндә үткәрелгән “Дуҫлыҡ балҡышы” фестивалендә булды. Был сараның төп маҡсаты – халыҡтарҙың үҙенсәлекле милли мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм пропагандалау. Быйыл Нефтекаманың ял паркында башҡорт, урыҫ, татар, мари, украин һәм удмурт милли берләшмәләре, шулай уҡ тажик һәм азербайжан халыҡтары вәкилдәре үҙ тарихын, традицияларын һәм көнкүрешен сағылдырған тирмәләр һәм аласыҡтар ҡуйғайны. Президент уларҙы ҡарап сыҡты, төрлө милләт вәкилдәре менән аралашты. Был ваҡытта һәр майҙансыҡта милли уйындар, бейеүҙәр ойошторолдо, парк сәхнәләренән йыр-моң ағылды. Ижади коллективтарҙың сығыштарын байрамға йыйылған халыҡ дәррәү алҡышҡа күмде.
Һуңынан Рөстәм Хәмитов предприятие, учреждение һәм ойошмалар вәкилдәренең ярты быуатлыҡ юбилейға арналған тантаналы йыйылышында ҡатнашты.
– Бына илле йыл инде Нефтекама йылдам үҫә һәм яңыра, – тип билдәләне республика башлығы, унда сығыш яһап. – Алға барыу тиҙлегенең киләсәктә тағы ла артасағына ышанам.
Кеше башына иҫәпләгәндә, торлаҡ төҙөү буйынса ҡала республикала иң алдынғыһы. Былтыр 82 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелһә, быйыл уны 87 меңгә еткереү планлаштырылған. “Был бик яҡшы күрһәткес”, – тине Рөстәм Зәки улы һәм аҙ ҡатлы йорттар һалыу, яңы биҫтәләр төҙөү бурысын ҡуйҙы. Уларҙа тейешле инфраструктура булдырылырға тейеш.
Ҡала сәнәғәтенең оло мөмкинлектәренә туҡталғандан һуң Президент эшҡыуарлыҡты артабан үҫтереүҙе эшмәкәрлектең мөһим йүнәлештәренең береһе тип атаны.
– Бәләкәй һәм урта бизнестан керем ҡала бюджетының 16 процентын тәшкил итә. Был күп түгел. Беҙгә етештереү менән шөғөлләнгәндәр кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы шулай уҡ социаль мәсьәләләр, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу буйынса йүнәлештәр хаҡында һөйләне, йәштәргә эш, йәшәү һәм ял итеү өсөн тейешле шарттар булдырыу кәрәклеген айырым әйтеп үтте.
Президент артабан хеҙмәт алдынғыларына республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Һуңынан ул байрам алдынан ғына ҡаланың яңы биҫтәһендә асылған Йәштәр аллеяһында зәңгәр шыршы ултыртты.
Нефтекаманың илле йыллығына арналған саралар көнө буйы дауам итте һәм байрам фейерверкы менән тамамланды.