Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Быуаның ғүмерен кемдәр быуа?
Быуаның ғүмерен кемдәр быуа?— Беҙгә бындай күршеләр кәрәкмәй, ҡаҙ-өйрәктәр рәхәтләнеп быуаға ла төшә алмаҫ бит.
— Быуабыҙ ярында йәшеллек үҫә ине, хәҙер ҡиммәтле машиналары менән тапап бөттөләр, ҙур-ҙур йөк машиналары ҡырсын килтереп түкте...
— Ни эшләп кешеләр үҙҙәре эскән һыуға төкөрөргә генә тора һуң ул? Бынамын тигән йәшел урын ине, хәҙер ғәҙәти байҙар коттеджына әйләнәсәк...
Был һөйләшеүҙәрҙе Өфө янындағы Нуғай ауылында йәшәүселәр ауыҙынан ишетергә тура килде. Һеҙҙе, уҡыусыларыбыҙҙы, эштең айышына төшөндөрөр өсөн асыҡлыҡ индерәбеҙ. Яңыраҡ редакцияға түбәндәге йөкмәткеле хат килде:
“Һаумыһығыҙ, хөрмәтле “Башҡортостан” гәзите редакцияһы! Һеҙгә борсоулы хат менән мөрәжәғәт итмәксемен. Мин Өфө янындағы Нуғай ауылында йәшәйем. Ауылдың уртаһында тирә-яҡҡа йәм биреп быуа йәйрәп ята. Ә бына хәҙер уны кемдәрҙер үҙ милке итмәксе. Быуаның бер яҡ ҡултығына таш тултырҙылар, икенсе ситендә йорт төҙөй башланылар. Яр ситенә бәҙрәф тә ҡуйған оятһыҙҙар!
Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы бара. Экологияны, тирә-яҡты һаҡлайыҡ тип саң ҡаҡҡанда, танау төбөндә генә ошондай эштәр башҡарылыуы иҫ китерлек хәл бит! Быуа беҙҙең өсөн ҡәҙерле, уның яҙмышына битараф ҡала алмайбыҙ. Һеҙҙең гәзит хәбәрселәренең урынға килеп, мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүен һорайбыҙ.
Хөрмәт менән, Х. Зиннурова”.

Был борсоулы хәбәргә битараф ҡала алманыҡ, әлбиттә. Фотохәбәрсе, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө территориаль идаралығы инспекторы Надир Батталовты алып, Нуғайға юлландыҡ. Быуаның ғүмерен кемдәр быуа?
Ауылға килеп инеү менән уның ҡап уртаһында йәйрәп ятҡан быуа иғтибарҙы тарта. Ысынлап та, уға терәтеп тиерлек ике урында төҙөлөш башлағандар. Водителебеҙ иң тәүҙә быуаның һул яҡ ярына туҡтаны. Ҡыҙыл кирбестән һалынған йорт быуаның ҡултығында, ярымутрау кеүек ерҙә ултыра. Төҙөлөшкә ныҡлап тотонғандар: ике яҡтан да яр нығытылған, бының өсөн әллә нисәмә машина ҡырсын һәм төҙөлөш ҡалдыҡтары килтереп түгелгән. Ошоноң арҡаһында ҡоро урын артып киткән кеүек, йорттоң нигеҙе лә күршеләрҙекенә ҡарағанда бейегерәк “үрләгән”. Бинаның тәүге ҡаты һалынып бөтөп килә, тағы бер йәки ике ҡат булырға тейеш, ахырыһы.
Йортто бай кешенең һалыуын төплө эшләнгән нигеҙгә ҡарап та белергә була. Тирә-яғына килтереп түшәлгән таш буйынса ла ошондай фекергә килеүе ауыр түгел. Бер йөк килтереп түгеү өсөн генә әллә нисәмә мең һум кәрәк, ә бында тулыһынса ярҙы нығытырлыҡ һәм ерҙең кимәлен күтәрерлек итеп ташығандар. Ә иң мөһиме — Өфө тирәһендәге ерҙәрҙең хаҡы тураһында бөтәһе лә белә. Үҙәктә, быуаның ярында ғына торған участканың хаҡы, ай-һай, ҡиммәттер. Йорт янында төҙөүселәр бригадаһы өсөн вагондар ҡуйылған, тимәк, ҡуна ятып эшләйҙәр. Төҙөлөш майҙаны тирәһендә тимер-томор, өйөм-өйөм кирбес тулып ята. Уларҙың барыһы ла ярҙағы үлән-ҡыуаҡтар өҫтөнә ауҙарылған. Киләһе бер-ике йылда унда үлән-фәлән үҫеп сығыры икеле...
Көн һалҡын булып, бына-бына ямғыр яуырға торғанғамы, участкала бер кем дә күренмәне.
— Рәсәйҙең Һыу кодексына ярашлы, торлаҡ йорттарҙы һыу ятҡылығынан 20 метрҙан да яҡыныраҡ һалырға ярамай. Һәр граждан һыу буйына теләһә ҡайһы ярҙан килә, һыу инә йәки яр буйлап йөрөй алырға тейеш. Бындай ерҙе ҡуртымға алыу йәки хосусилаштырыу тыйыла. Күренеүенсә, ярҙан буласаҡ йортҡа тиклем 17-18 метр самаһы ара бар, — тине инспектор. — Уныһы ла ярҙы нығытыу сәбәпле киңәйгәндер тип фаразларға мөмкин.
Әлегә участка кәртәләп алынмаған. Тик, аңлашылыуынса, был мотлаҡ эшләнәсәк. Яҡындағы иҫке йортта күршеләр бар, уларҙың электән һыуға йөрөп өйрәнгән өйрәк-ҡаҙҙары, быуаға төшөргә самалап, һөҙәк яр эҙләй... Бер аҙҙан ҡоштарға ғына түгел, кешеләргә лә бындай мөмкинлек бөтөнләй ҡалмаясаҡ тигән фекергә килдек.
— Законды боҙоп, йортто яр буйында һалыусыларға нимә янай? — тип һорайым инспекторҙан.
— Бында Һыу кодексының 65-се статьяһы боҙола. Штрафы — 1 меңдән 2 мең һумғаса. Күренеүенсә, сумма ҙур түгел, әҙәм көлкөһө. Йорт хужаһы был ғына штрафты түләй ҙә ҡырын эшен артабан дауам итә инде. Шуға күрә төҙөлөштө тыйыу өсөн судҡа бирергә кәрәк буласаҡ...
Икенсе йорт иһә быуаның бирге ярында, сиркәү артында һалына. Уныһы бөтөнләй елле булмаҡсы! Фундамент төплө һалына, бетон бағаналары әллә ҡайҙан күренеп тора. Тәүге йортҡа ҡарағанда бер нисә мәртәбә ҙурыраҡ. Һәм... быуаға тағы ла яҡыныраҡ урынлашҡан.
Уның янына барып етеү еңелдән булманы. Быуаны теге яҡтан да урап ҡараныҡ, был яҡтан да. Өйөрөлөп йөрөй торғас, саҡ әмәлен табып, яҡынлаша ғына башлағайныҡ, унда юл булмай сыҡты. Яңы хужа төҙөлөш барған майҙанға тиклем таштан юл яһатҡан-яһатыуын, тик беҙҙең еңел машина унан үтә алманы. Янына барып ҡына еткәндә ҡойоп ямғыр яуа башлауы иһә фотоға төшөрөргә лә мөмкинлек бирмәне. Шулай ҙа быуаның икенсе яғынан төшөрөлгән һүрәттә барыһы ла яҡшы күренә.
Был йорттоң да быуаға саманан тыш яҡын урынлашыуын раҫлар өсөн үлсәп йөрөү кәрәкмәй ҙә.
— Быныһын хәтәр бай түрә төҙөй, тиҙәр. Ирҙәр төҙөүселәр менән һөйләшеп торған: бер нисә ҡатлы, бассейнлы һәм сауналы буласаҡ икән. Ысындыр, көнө-төнө янында ҡиммәтле джиптар ғына йөрөй бит, — тине сиркәү янында йөрөгән ханым.
— Эйе, яр буйына хәҙер яҡынлай ҙа алмаҫбыҙ инде. Быуала, үҙебеҙ һыу инмәһәк тә, ҡош-ҡорт йөрөй торғайны. Уның ярына төшөп ял итеүе лә хөрриәт ине беҙҙең өсөн, — тине йәш балалы әсә.
Ә йәнде иң ныҡ көйҙөргәне шул: ярҙан 3-4 метр йыраҡлыҡта ғына төҙөүселәр өсөн бәҙрәф ҡуйылған! Уның ҡалдыҡтарының ҡайҙа ағыуы, моғайын, аңлашылалыр...
Рәсәйҙең Һыу кодексы ошондай һүҙҙәр менән башлана: “Һыу — яңырып тороусы, сикләнгән һәм ныҡлы булмаған тәбиғәт ресурсы, тирә-яҡ тәбиғәттең мөһим өлөшө. Ул Рәсәй Федерацияһында йәшәйеш нигеҙе һәм халыҡтар эшмәкәрлеге башланғысы булараҡ файҙаланыла, һаҡлана... Халыҡтың иҡтисади, социаль, экологик именлеген тәьмин итә, йәнлектәргә һәм үҫемлектәргә тормош бирә”.
Ә беҙ, кешеләр, нимә эшләйбеҙ һуң? Үҙебеҙ эскән ҡоҙоҡҡа төкөрәбеҙ түгелме?! Бының кеүек законһыҙ төҙөлөштәр бер Нуғай ауылына ғына хас тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, әлбиттә. Мәҫәлән, Әбйәлилдәге Башҡортостан ғорурлығы һәм йәме булған Яҡтыкүлде генә алып ҡарайыҡ. Уның тирә-яғына Магнитогорск байҙары хужа булып бөткән бит. Павловка һыу һаҡлағысы тирәһе лә “яр буйында ғына участка алығыҙ” тигән иғландар менән тулған.
Башҡортостанда 2013 йыл Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы иғлан ителде. Эйе, исемле йыл уңайынан ирекмәндәр, битараф булмаған кешеләр төрлө акция ойошторған, тирә-яҡты таҙартҡан була. Тик бының менән генә хушһынырға мөмкинме? Бөгөн республикала эсәр һыу етә, шөкөр, ә балаларыбыҙға нимә ҡалыр? Ошо хаҡта ла уйланырға ваҡыт. Былай ҙа йыл һайын шишмәләр ҡорой, йылғалар һайыға. Һыу беҙҙең вәхшиҙәрсә мөнәсәбәттән биҙеп, ҡурҡып “ҡасмаймы” икән?


Автор: Ә. ИШЕМБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә