Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кем булып ҡалғыбыҙ килә?
Кем булып ҡалғыбыҙ килә?Шатлығым эсемә һыймай: ҡыҙым тыуҙы минең! Бала табыуы ул тиклем ауыр түгел, исем һайлауы ҡатмарлы, тигәйне берәү. Дөрөҫкә сыҡты бит, әй! Бына икенсе ай китте — исем ҡуша алмайбыҙ. Мин әйткәнде башҡалар яратмай, уларҙыҡы минең күңелгә ятмай...
Әле лә уйлана-уйлана йорт алдына сығып ултырҙым. Күрше өйҙә йәшәүсе Маруся әбей ҙә янымдан урын алды. Яңыраҡ ҡына Белоруссиянан күсеп килгәйне ул.
— Ниңә бойоҡһоң? Ҡыҙ тыуғас, түбәң күккә тейергә тейеш, — ти был.
— Исемдәр баҡсаһына инеп аҙаштым, — тип яуаплайым.
— Баҡсаға инеү үҙе бәхет ул! Аһ, тағы бер инеп сығырға ине!.. — тип әҫәрләнде күршем.
— Рәхим ит, Мәрүсә түтәй. Икәүләп уйлайыҡ. Бәлки, һин башҡорт исемдәрен миңә ҡарағанда ла күберәк беләһеңдер...
— Белмәҫкә тағы!.. Бик таралған башҡорт исемдәре бар, — ти әбекәй. — Минең үҙемә Айгуля тигәне ныҡ оҡшай. Ана, үҙе үтеп китте!
— Нимә һөйләйһең, Маруся түтәй? — тим. — Ул бит урыҫса була!
Әбейем аптыраулы ҡараш ташланы ла:
— Һуңғы ваҡытта насар ишетә башланым. Ҡапыл әйткәнде төшөнмәй ҡалам, — тигән булды.
— Был исемдең тамырында “Ай, гуляла” тигән бик аңлайышлы урыҫ һүҙе ята һымаҡ! — тип ҡысҡырам ҡолағына. — Етмәһә, әлеге ҡыҙҙың ауыҙынан көн дә шул йәмһеҙ һүҙҙәрҙе ишетәм.
Әбекәйем күҙҙәрен селт-селт йомоп алды.
— Бик һәйбәт бер башҡорт исемен әйтәйем һуң. Беҙҙең йортта алты ҡыҙ шул исемде йөрөтә, — тип бик ҡәнәғәт йылмайҙы ул артабан. — Эльвина! Йә, нисек?
— Әҙ генә яңылыштың, түтәй. Ул — интернациональ исем!
— Интер... Нисек, нисек?
— Ҡатнаш һүҙ, — тип аңлатам. — “Эл” тигәнде тәржемә итһәң, “вешай” булып сыға. Йәки “вешайся”. Минең ҡыҙ берәүҙең дә муйынына аҫылынмаҫ! Ә исемдең икенсе өлөшө һиңә тәржемәһеҙ ҙә аңлашыла. “Вина” маҡтау һүҙе түгел. Минең ҡыҙ үҙ ғәйебен үҙе күтәрер, ләкин бүтәндәрҙекен күтәреп йөрөмәҫ.
— Альбина ла интернациональ исем булып сығамы?
— Юҡ! Ул — саф башҡорт исеме. “Ал” һүҙе “бери” була, ә “бина” — “здание”. Аңлашылдымы? Фатирлы булыр.
— Мин дә шулай булыуын теләйем, — тип йылмайып ебәрҙе әбейем. — Әйткәндәй, беҙҙең подъезда ете ҡыҙ бер үк исемде йөрөтә. Бөтәһе лә — һеҙҙең милләт. Үҙегеҙҙең исем, тимәк — Эвелина!
— Юҡ инде, уныһы — яҡын ҡәрҙәшебеҙ булған сыуаштарҙың исеме. Семантикаһына төшөп ҡарағанда, “эве” сыуаштыҡы булырға тейеш. Ә миңә, илһөйәр булараҡ, үҙебеҙҙең башҡорт, мосолман исеме кәрәк!
— Туҡта, ҡыҙма. Беҙҙең йортта тағы кемдәр әле башҡорттар?.. — Әбей бармаҡ бөгөргә кереште. — Римма, Клара, Флорида, Луиза, Регина, Диана, Земфира...
Бер заман әбейем, телһеҙ ҡалып, баш ҡына сайҡай башланы, аҙаҡ күҙҙәре маңлайына менде.
— Нимә булды? — Йөрәгем жыу итеп ҡалды.
— Иҫ киткес хәл бит, ҡәҙерлем! Иҫ киткес!.. Һеҙҙең башҡорт исемдәре шундай киң таралған донъяла! Әле һинең менән һөйләшеп китмәгән булһам, был уй башҡа ла инеп сыҡмаҫ ине!
Мин дә сер бирмәйем, эре генә сирттерәм:
— Донъяла һәр халыҡтың үҙ урыны бар, Мәрүсә түтәй. Нимәһе менән булһа ла улар дан тота. Беҙ иһә исемдәр баҡсаһы менән хаҡлы ғорурланабыҙ...
Маруся әбей ауыҙын асып, һоҡланып тыңлай мине.
— Бүлдергән өсөн ғәфү ит. Әйҙә, заман рухын сағылдырған исем эҙләп ҡарайыҡ, — тип әйтеп һалды ул бер саҡ. Мин һанап алып киттем:
— Октябрина... Тәк-тәк... Революцияны икегә бүлгәндәр: Реваль менән Люция... Хәҙерге заманға әйләндерһәк... Демократия: Дема һәм... Кратия. Шундай исем ҡушырҙар инеме икән? Ҡыҙымдың исеме... Юҡ! Ары киттек. Ленария, йәғни Ленин армияһы... Хәҙер аңлап етмәҫтәр... Замансаға әйләндергәндә, ҡалайыраҡ? Путария... Медария...
Мин фекер йөрөткән арала Маруся әбейем битемдән аҡҡан әсе тиремде һөртөп ала.
— Шулай шул, — ти ул. — Хөкүмәтебеҙ күп итеп бала табырға ҡуша, ә уларға исем ҡушыуы ауыр икәнен аңламай... Нисек ярҙам итергә һуң һиңә?
— Минең ниндәй баҡсала аҙашҡанды аңланыңмы инде?
— Һин борсолма, — тип йыуата Маруся әбейем. — Үҙем ярҙам итәм. Кендек инәһе булмаһам да, исем ҡушыу бурысын алам.
Оҙаҡ уйлағандан һуң, ҡыҙыма исемде Иман тип ҡушырға булдыҡ. Был һүҙгә киң мәғәнә һалынған кеүек. Ни өсөн уны һайлағаныбыҙҙы Мәрүсә түтәй төплөрәк аңлатыр. Башҡорт исемдәре буйынса белгес, йәғни исем-кендек инәһе ул хәҙер. Әйткәндәй, үҙ исеменең дә тарихын асты. “Мәр” тигәне белорус һүҙе булһа, “үсә” тигәне төрки халыҡтарына яҡшы аңлашыла, тине. Хәҙер Мәрүсә түтәйебеҙ исемдәр тарихын өйрәнеү өлкәһендә туҡтамай үҫә лә үҫә.
Әй... Бер мөһим нәмәне онота яҙғанмын. Күптән түгел ошо әбейҙең ейәне донъяға килде. Тыуған көндө үк Иван тип ҡуштылар. Был исемде бүтән халыҡтар әйтә аламы, замансамы, нисек яңғырай — уйлап та торманы. Хәйер, исемдәре әҙ халыҡҡа еңелерәк инде барыбер.
Ә Мәрүсә әбей бирешмәй. Уның аңлатыуы икенсерәк. Баҡтиһәң, ҡартаталары бынан мең йыл элек тә Иван булған. Хәҙергеләрҙең дә Иван булып ҡалғыһы килә. Ә беҙҙең кем булып ҡалғыбыҙ килә һуң?
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә