Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңел йылыһы барыбыҙға ла етте
Күңел йылыһы барыбыҙға ла еттеАллаһы Тәғәлә әҙәм балаһын, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙы, матур, аҡыллы итеп яратҡан. Аҫыл затҡа, гүзәллектән тыш, әсә булыу бәхетен бүләк иткән. Тик ҡайһы берәүҙәр күркәм тормошто, ғаиләһенә бирәһе йылыһын һәм һөйөүен хәмергә алмаштырырға тартынмай, шул арҡала етемлеккә дусар булған сабыйҙар арта.

Беҙ бәләкәй генә саҡта әсәйемдең йәне түҙмәй һөйләгән хәбәре бик ныҡ тәьҫир иткәне хәтеремдә. Бер эскесе апайҙың өйөнә барып инһә, уның иҙәндә иҫерек килеш аунап ятҡанын күрә, ә йәш ярымлыҡ ҡына ас сабыйы әсәһенең ҡоҫҡоһон ашап ултыра икән. Ошо ваҡиғаны ишеткәндән һуң ауыр хәлдә ҡалған балаларҙың барыһын да ҡанат аҫтыбыҙға алырҙай булып пландар ҡора башланыҡ. Ҡорабыҙ тигәс тә, беҙ инде атай-әсәйҙең һөйләшкәнен тыңлайбыҙ ҙа үҙебеҙсә фекеребеҙҙе белдерәбеҙ. Атай-әсәй һүҙ һөйләп кенә ҡалманы — аҙмы-күпме ваҡыт үтеүгә ғаиләбеҙ ике улға артты. Улар беҙгә өйрәнеп китеүгә йәнә ике ир баланы алып ҡайттылар. Уртаҡ тел таптыҡ, беҙҙең яйға яңы туғандарыбыҙ ҙа ғаиләләге аралашыу, ярҙам итеү күнекмәләрен үҙләштерҙе, йорт эштәрен башҡарырға өйрәнде. Улар өсөн атай-әсәйем, өс апайым, өләсәйем, күрше-күләнебеҙ, дуҫ-ишебеҙ матур өлгө булды. Шуға күрә үҙ-ара мөнәсәбәттә ҡытыршылыҡ булманы тиерлек.
Өләсәйебеҙҙең әкиәттәрен, мауыҡтырғыс риүәйәттәрен рәхәтләнеп тыңлап үҫтек. Әсәйемдәрҙең күңел йылыһы барыбыҙға ла етте, тәрбиәгә алған балаларҙың Күңел йылыһы барыбыҙға ла еттениндәй мөхиттә тыуғанын яҡшы аңлап, йәлләп, ҡаҡмай-һуҡмай, барыһын да тиң күреп үҫтерергә тырыштылар.
Ошо тәңгәлдә өләсәйемдән ишеткән бер ғибрәтле хәл хаҡында һөйләгем килә. Бер аҡһаҡал, оҙаҡ йылдар буйы уҡытҡан шәкерттәрен йыйып алып, уларҙың нимәгә өйрәнгәндәрен һынамаҡ була. Уртаһына ҡара нөктә төртөлгән ҡағыҙ битен күрһәтеп: "Һеҙ бында нимә күрәһегеҙ?" — тип һорай. Балаларҙың һәр береһе, алдан һүҙ ҡуйышҡан кеүек, "ҡара нөктә күрәбеҙ" тип яуаплай. Бындай һөҙөмтәне көтмәгән мөғәллимдәре көйөнөстән илап ебәргән, ти. Шәкерттәре, аптырашта ҡалып, ни өсөн уның шул тиклем борсолоуын аңларға тырышҡан. "Һеҙгә нисәмә йыл һабаҡ биреп, бер нигә лә өйрәтә алмағаныма үкенәм. Барығыҙ ҙа, аҡ ҡағыҙ битен күрмәйенсә, бәләкәй генә ҡара нөктәгә уҡталдығыҙ. Бик ҡыҙғаныс, кешеләрҙең дә бит күбеһе бер-береһендәге яҡшы яҡтарҙы күрмәй, аҙ ғына кәмселекте лә иғтибарға алып, хөкөм сығарырға әүәҫ", — тип уфтанған аҡһаҡал.
Бик фәһемле хәҡиҡәт. Һөйөнөскә күрә, тирә-яғыбыҙҙа яҡшы күңелле, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кешеләр ифрат күп. Мәҫәлән, районыбыҙҙың Йәнырыҫ ауылында йәшәүсе Мостафиндар, патронат тәрбиәгә ике баланы алып, уларҙы бәхетле итте. Килгәндә малайҙар йүнләп һөйләшә лә белмәй ине, хәҙер уларҙы танырлыҡ түгел. Ғаилә башлығы Себерҙә эшләй, үҙ балалары башлы-күҙле булған. Гүзәлиә апайға ошо түңәрәк донъяларына ҡыуанып, рәхәтләнеп йәшәргә ине лә бит, ә ул үҙ өҫтөнә етем сабыйҙар тәрбиәләү бурысын йөкмәгән, һәүетемсә генә барған тормошон ҡырҡа үҙгәрткән дә ебәргән. Ошо кескәй генә балалар Күңел йылыһы барыбыҙға ла еттеМостафиндарҙың йәшәү мәғәнәһенә әүерелде.
Этҡол ауылында йәшәүсе Зилә менән Шәрәфетдин Аҫылғужиндар ғаиләһе лә тәрбиәгә дүрт бала алып үҫтерҙе. Бер саҡ Зилә апайҙан: "Тормош көткәндә ниндәй сифаттар айырыуса мөһим?" — тип һорарға баҙнат иттем. "Барыһынан да бигерәк — сабырлыҡ, — тип яуапланы ул. — Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш бит, ауыр буласағын белә инек. Теләк булғас, көсө лә табыла. Асыуланыр саҡта ла хис-тойғоларыңды тышҡа сығармау, сабырлыҡ һаҡлау мөһим. Ғаилә — йылы мөхит кенә түгел, ә тормош тәжрибәһе туплау урыны ла. Туғанлыҡ хисе тап ошонда ярала".
— Тәрбиәгә Алмас менән Артурҙы алғандан һуң улыбыҙҙың холҡо ла, үҙ-үҙен тотошо ла яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Роберттың кескәйҙәргә хәстәрлекле булыуын, улар өсөн яуаплылыҡ тойоуын һиҙәбеҙ, — ти ауылдаштарыбыҙ Фәнүзә менән Константин Горбуновтар. Малайҙар яңы ғаиләгә тиҙ өйрәнде, үҙҙәрен яратып та, йәлләп тә, борсолоп та тәрбиәләгән әсәнең ҡул йылыһы һаҡланған ойоҡбаштарҙы, свитерҙарҙы яратып кейәләр. Хужалыҡ эштәре менән мәшғүл ғаилә башлығы эргәһендә сыуалырға, ярҙам итергә яраталар. Әрметтә Горбуновтарҙың ғаиләһе — аяғында ныҡ баҫып торған, уңған, өлгөлөләр иҫәбендә. Балалар уларҙан тормош көтөү серҙәренә, төрлө һөнәргә өйрәнер, хәстәрлектәренә изгелек менән яуап ҡайтарыр тип өмөт итәбеҙ.
Ишембай районы хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге хеҙмәткәрҙәренең яуаплы, тынғыһыҙ эшен дә юғары баһалағы килә. Һәр ғаиләне төрлө яҡлап, яҡшылап өйрәнгәндән һуң ғына сабыйҙарҙы хәстәрлекле ҡулдарға тапшыралар. Буласаҡ ата-әсәләр уҡытыла, педагогика, психология нигеҙҙәре өйрәтелә. Бүлек начальнигы Вәсилә Әмирова, төп белгес Әлисә Ишембаева үҙҙәренә мөрәжәғәт иткән һәр кемде ихлас ҡаршы ала, етемдәрҙең һәм ҡарауһыҙ ҡалған сабыйҙарҙың әсе яҙмышын үҙгәртеү, көнкүреш шарттарын яҡшыртыу буйынса ҙур эш атҡара. Ҙур рәхмәт уларға!
Әлеге лә баяғы, өләсәйем һөйләгән хикмәтле һүҙҙәр иҫкә төшә. Аҡ ҡағыҙ битендәге ҡара нөктәне күрергә һәммәбеҙ ҙә әүәҫ шул. Сабый күңеле лә аҡ ҡағыҙҙай, ундағы "төрткө"ләрҙе иғтибарламай, бары сафлыҡты, ышанысты, моңһоулыҡты күрергә ҡулыбыҙҙан килһә ине.


Автор: Ғәбделғәзиз РӘХИМОВ. Ишембай районы, Әрмет ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 0

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 0

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 0

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 0

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә