Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Африканың башҡорт егете
Африканың башҡорт егетеЭлек аҫыл ир-егеттәребеҙҙе көсләп һөргөнгә ебәрһәләр, бөгөн инде улар аҡса эшләү, донъя күреү маҡсатында үҙҙәре теләп сит яҡтарға юллана. Мәҫәлән, Африка тиклем Африкала (!) Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының миссияһы буйынса менеджер-тәржемәсе булып йөрөгән яҡташыбыҙ хаҡында ишеткәс, тәүҙә ышанмайыраҡ торҙом. Уның тыуған яҡҡа ҡайтыуын белеп ҡалғас, күрешмәй булдыра алманым. Рухи терәге булған ҡәҙерле атаһын һуңғы юлға оҙатырға ҡайтҡан егет, ҡайғылы мәле булыуға ҡарамаҫтан, осрашып әңгәмәләшергә яйын тапты.

Хәйер, башта уның менән таныштырып үтәйек: Күгәрсен районының Түләбай ауылы егете Руслан Псянчин була ул. Тыуған ауылында башланғыс, Ҡалдар урта мәктәбендә урта белем алғандан һуң, Салауат педагогия колледжында, аҙаҡ Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр факультетында уҡый. Атаһы Фәрит ағай Ҡалдар мәктәбендә хужалыҡ мөдире, аҙаҡ колхозда бригадир, механизатор булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, әсәһе Гөлшат апай байтаҡ Африканың башҡорт егетейылдар Әлимғол, Түләбай, Ҡадир ауылдарына почта ташый. Игеҙәк апалары Рәсимә менән Рәсилә – уҡытыусылар. Ә инде үҙенең игеҙәге Рөстәм эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
— Руслан, ябай ауыл мәктәбендә белем алған егеткә сит телдәргә ынтылыш ҡайҙан килә?
— V-VI кластарҙа ҡулыма инглиз телендә яҙылған китап килеп эләккәс, был телгә ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙы. Тәүҙә үҙаллы өйрәндем тиергә лә була. Мине хуплап, ҡанат ҡуйған уҡытыусым Рәмзиә Хисмәтуллинаға ла рәхмәтлемен. Салауат педагогия колледжында уҡығанда, инглиз теленән тыш, немец, латин Африканың башҡорт егететелдәрен дә өйрәндек. Бәләкәйҙән сит илдәр гиҙергә, сәйәхәт итергә хыялландым. Бәлки, шул хыялым да ынтылыш биргәндер.
— Хеҙмәт юлыңды уҡытыусы булараҡ башлағанһың, ни өсөн тормошоңда ҡырҡа боролош яһарға булдың?
— Әйтеп үтеүемсә, бер урында тапанырға яратмайым. Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә, тиҙәр бит. Һәр ваҡыт хәрәкәттә булырға, яңынан-яңы асыштар яһарға яратам.
Биш йыл мәктәптә эшләп алғандан һуң, Екатеринбургта бортпроводник һөнәрен үҙләштерҙем. Эшкә урынлашырға тип документтарымды Мәскәүгә ебәргәс, БМО-ның Көньяҡ Судандағы базаһында эш тәҡдим иттеләр. Әсәйем тәүҙә ҡырҡа ҡаршы төштө, әлбиттә. Әле лә телевизорҙан Африка тураһында ул-был яңылыҡ күрһәтһәләр, минең өсөн хафалана. Ә атайым, киреһенсә, “барһын, йөрөһөн” тип үҙ фатихаһын бирер ине.
— Икенсе ҡитғалағы тәүге минуттарыңды иҫеңә төшөр әле...
— Бер нисә сәғәт эсендә ап-аҡ ҡарлы ҡыштан тынды ҡурған 40 — 50 градус эҫегә барып төшөүе еңел булманы, әлбиттә. Шулай ҙа икенсе климатҡа ла, эшкә Африканың башҡорт егетелә тиҙ өйрәндем. Башта Көньяҡ Суданда эшләнем, аҙаҡ Төньяҡ Суданға — Дарфурға күсерҙеләр.
— Хеҙмәттәштәрең араһында милләттәштәребеҙ бармы? Эш тәртибе нисегерәк?
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер башҡорт та юҡ. Экипажда дүртәүбеҙ: иптәштәрем Сорғоттан, Тверь ҡалаһынан. Үҙ-ара урыҫса, урындағы халыҡ менән инглизсә аралашабыҙ. Дүрт ай эшләп, бер ай ял итәбеҙ. “МИ-8” вертолетында айына 80-100 сәғәт осабыҙ.
— Эшегеҙ нимәнән ғибәрәт?
— Урындағы халыҡҡа эсәр һыу, аҙыҡ-түлек, дарыу, кейем-һалым менән гуманитар ярҙам күрһәтәбеҙ.
— Улар хаҡында ентекләберәк һөйләһәңсе?
Африканың башҡорт егете— Бында ҡара тәнлеләр йәшәй. Даими рәүештә гуманитар ярҙам көтөп йәшәгән халыҡ булғас, күптәренең үтә ярлы йәшәгәнлеген күҙ алдына килтерәһегеҙҙер инде. Бик ябыҡтар. Һәр ғаиләлә һигеҙ-туғыҙ бала, өйҙәре ҡамыштан эшләнгән. Күберәк балыҡ тотоу менән шөғөлләнәләр, беҙҙәге һымаҡ һыйыр, һарыҡ-кәзә аҫрайҙар, кукуруз, ҡарбуз, банан, манго һәм башҡа емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәләр. Беҙҙе вертолеттан төшөү менән һырып алалар. Әле мин эшләгән Төньяҡ Суданда күбеһенсә мосолмандар йәшәй. Әйткәндәй, унда мәсеттәр бик күп. Мосолман икәнлегемде һиҙеп ҡалһалар, “әссәләмәғәләйкүм” тип иҫәнләшәләр. “Әлхәмдүлиллаһ” тип яуап ҡайтарһам, үҙ күреп “Кәйф — әл-хәл” тип хәл белешәләр.
Ғәрәп һәм инглиз телдәренең дәүләт статусы бар. Башҡорт телендә ғәрәпсәнән үҙләштерелгән һүҙҙәр байтаҡ бит, шуға ла Африка диалектында һөйләшкән ғәрәптәрҙең күп һүҙен аңларға була. Асыҡ күңелле, алсаҡ кешеләр. Эскелек юҡ, ғөмүмән, унда алкоголле эсемлектәр бөтөнләй һатылмай. Ә бына тәмәке, кальян тарталар.
Төпкөл ауылдарҙа электр уты юҡ, шуға ла заман рәхәтлектәренән мәхрүмдәр.
— Бик эҫелер инде?
— Ноябрь — июнь айҙарында 40 — 50 градус эҫе, июлдән октябрь аҙаҡтарына тиклем муссон ямғырҙары яуа, март-апрель айҙарында берәр аҙналап ҡом бурандары ҡотора.
— Тағы ла ниндәй илдәрҙә булырға тура килде?
— Судандан тыш, Эфиопия, Эритрия, Конго, Афғанстан, Танзания халҡына ярҙам күрһәтәбеҙ.
— Ерле халыҡтың туйында ла ҡатнашҡанһың икән, йолалары нисегерәк?
— Цивилизациянан алыҫыраҡ торғанғамы икән, ғөрөф-ғәҙәттәре ныҡ һаҡланған. Барабан ҡағып, төрлө ауаздар сығарып, милли бейеүҙәрен башҡаралар. Яңы өйләнешкән йәштәрҙе көндөҙ аттарға, ишәктәргә ултыртып йөрөтәләр.
— Буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
— Беҙҙең базала шарттар яҡшы. Генератор ҡуйылған, Интернет та бар. Скайп аша туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ менән аралашабыҙ. Кәмәлә Нил йылғаһына балыҡ тоторға сығабыҙ.
— Киләсәккә ниндәй уй-хыялың бар?
— Хыял күп инде ул. Шуларҙың иң ҙуры — бер нисә йылдан осоусы булып ҙур авиацияға күсеү.
— Йәштәргә ни әйтер инең?
— Бер ниндәй ҙә ауырлыҡтан ҡурҡмаһындар. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тигәндәр бит. Алдыңа аныҡ маҡсат ҡуйып, тормошҡа ашырыу өсөн бар көсөңдө һалырға кәрәк. Беренсе-икенсе тапҡыр килеп тә сыҡмаҫ, бәлки, әммә өсөнсөгә мотлаҡ уңырһығыҙ! Шәхсән үҙем шундаймын — ниндәйҙер уңышһыҙлыҡҡа осрауым ҡаушатмай, киреһенсә, алға барыу өсөн этәргес кенә булып тора. Инглиз телен өйрәнегеҙ, ул тормошта бик кәрәк.
— Рәхмәт, Руслан. Уңыштар һиңә!


Автор: Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА әңгәмәләште. Күгәрсен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә