Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Төрлө сара ҡулланыу фарыз
Төрлө сара ҡулланыу фарызТәбиғәтте һаҡлау — мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе. Был мәсьәлә бигерәк тә киләсәк быуын өсөн мөһим, сөнки бөгөндән тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш булмаһа, йәш быуынға ни ҡалыры билдәһеҙ. Бигерәк тә ҡала ерлегендә хәл үтә киҫкен. Сибайҙа был йәһәттән хәлдәр нисек, экологик хәүеф булдырмау өсөн ниҙәр эшләнә? Ошоларҙы асыҡлау өсөн Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Сибай территориаль комитетының төп эксперт-белгесе Ғәлим Рафиҡ улы САФИУЛЛИНҒА мөрәжәғәт иттек. Һүҙ — уға:

— Кешелектең йәшәйеше һауа һәм һыу менән тығыҙ бәйле. Атмосфераның таҙалығына килгәндә, беҙҙә лә етешһеҙлектәр күп. Ҡалала һулар һауаның төрлө токсиндар менән бысраныу кимәле юғары. Быға, тәү сиратта, автомобилдәрҙең төтөнө булышлыҡ итә, яғыулыҡ-майлау материалдарын заправкалау станцияларының түбән сифатлы яғыулыҡ менән тәьмин итеүенән дә килә. Белеүебеҙсә, машиналарҙы газда эшләтеү арзаныраҡ та, зыяны ла аҙыраҡ, ләкин бөгөн уны ҡулланыусылар бик һирәк.
Сибай ҡалаһы урамдарының киҫелешендә алынған һауа өлгөләре күрһәтеүенсә, уларҙа углерод оксиды рөхсәт ителгәндән 1,6, төтөн күләме 2,1 тапҡырға күберәк. Шуға күрә киләсәктә ҡалала “машинаһыҙ бер көн” акцияһын үткәреүҙе тәҡдим итәбеҙ. Халыҡ беҙгә дәррәү ҡушылыр, тигән ышаныстабыҙ.
Йәшәү сығанағы булған һыуҙы бөгөн һәр кем һаҡсыл тотонорға өйрәнде. Сибай ҡалаһында һыу ҡулланыу күләменең 5 йыл эсендә ҡырҡа кәмеүе күҙәтелә. Ҡулланылған һыу ҡайтанан таҙартылып, Ҡарағайлы һәм Төйәләҫ йылғаларына ағыҙыла. Әммә ул етерлек кимәлдә башҡарылмай. Мәҫәлән, “Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалы тотонған һыуҙың — 95, ә “Водосбыт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 85 процентын ғына таҙарта.
Иң борсоған проблемаларҙың береһе — көнкүреш ҡалдыҡтары. Әйткәндәй, норма буйынса бер кешегә йылына 380 килограмм сүп-сар тура килергә тейеш, ә һуңғы ун йылда был күрһәткес 100 килограмға артҡан.
Экологик проблемаларҙы хәл итеүҙең бер юлы – ҡаланы йәшелләндереү. Был тәңгәлдә Сибайҙа хәлдәр бик үк маҡтанырлыҡ түгел. Бәләкәй парктар, скверҙар төҙөлөш майҙандарына әйләнә. Бөгөн һәр ағасты, үҫентене һаҡлау һәм ҡурсалау мотлаҡ. Ҡаланың бер өлөшөндә карьерҙан сығарылған тау тоҡомдарынан хасил булған тауҙар бар. Киләсәктә уларҙы ҡайтанан файҙаланыу икеле. Шуға күрә унда үҫентеләр ултыртыу, йәшелләндереү мотлаҡ.
Күптәр тәбиғәт ҡосағында ял итергә ярата. Бигерәк тә Ғәҙелша шарлауығында, Талҡаҫ, Күлтабан күлдәре, Урал һәм Төйәләҫ йылғалары буйында халыҡ күпләп йыйыла. Ләкин ҡырағай туристарҙан һуң ҡалған ҡыҙғаныс күренешкә юлығабыҙ: ағастар ҡырҡыла, йылғалар бысрана, сүп-сар өйөм-өйөм булып ятып ҡала. Хатта бәғзеләр машиналарын да күл буйына төшөрөп йыуырға тартынмай.
Минеңсә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау сараларына ярашлы, ҡалала урынлашҡан видеокамераларҙың мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланырға кәрәк. Улар ярҙамында зыян килтереүселәрҙе асыҡлаһалар, протокол төҙөһәләр, административ яуаплылыҡҡа тарттырһалар, был сара ифрат һөҙөмтәле булыр ине.


Автор: Кәримә УСМАНОВА яҙып алды. Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә