Тәбиғәтте һаҡлау — мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе. Был мәсьәлә бигерәк тә киләсәк быуын өсөн мөһим, сөнки бөгөндән тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш булмаһа, йәш быуынға ни ҡалыры билдәһеҙ. Бигерәк тә ҡала ерлегендә хәл үтә киҫкен. Сибайҙа был йәһәттән хәлдәр нисек, экологик хәүеф булдырмау өсөн ниҙәр эшләнә? Ошоларҙы асыҡлау өсөн Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Сибай территориаль комитетының төп эксперт-белгесе Ғәлим Рафиҡ улы САФИУЛЛИНҒА мөрәжәғәт иттек. Һүҙ — уға:
— Кешелектең йәшәйеше һауа һәм һыу менән тығыҙ бәйле. Атмосфераның таҙалығына килгәндә, беҙҙә лә етешһеҙлектәр күп. Ҡалала һулар һауаның төрлө токсиндар менән бысраныу кимәле юғары. Быға, тәү сиратта, автомобилдәрҙең төтөнө булышлыҡ итә, яғыулыҡ-майлау материалдарын заправкалау станцияларының түбән сифатлы яғыулыҡ менән тәьмин итеүенән дә килә. Белеүебеҙсә, машиналарҙы газда эшләтеү арзаныраҡ та, зыяны ла аҙыраҡ, ләкин бөгөн уны ҡулланыусылар бик һирәк.
Сибай ҡалаһы урамдарының киҫелешендә алынған һауа өлгөләре күрһәтеүенсә, уларҙа углерод оксиды рөхсәт ителгәндән 1,6, төтөн күләме 2,1 тапҡырға күберәк. Шуға күрә киләсәктә ҡалала “машинаһыҙ бер көн” акцияһын үткәреүҙе тәҡдим итәбеҙ. Халыҡ беҙгә дәррәү ҡушылыр, тигән ышаныстабыҙ.
Йәшәү сығанағы булған һыуҙы бөгөн һәр кем һаҡсыл тотонорға өйрәнде. Сибай ҡалаһында һыу ҡулланыу күләменең 5 йыл эсендә ҡырҡа кәмеүе күҙәтелә. Ҡулланылған һыу ҡайтанан таҙартылып, Ҡарағайлы һәм Төйәләҫ йылғаларына ағыҙыла. Әммә ул етерлек кимәлдә башҡарылмай. Мәҫәлән, “Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалы тотонған һыуҙың — 95, ә “Водосбыт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 85 процентын ғына таҙарта.
Иң борсоған проблемаларҙың береһе — көнкүреш ҡалдыҡтары. Әйткәндәй, норма буйынса бер кешегә йылына 380 килограмм сүп-сар тура килергә тейеш, ә һуңғы ун йылда был күрһәткес 100 килограмға артҡан.
Экологик проблемаларҙы хәл итеүҙең бер юлы – ҡаланы йәшелләндереү. Был тәңгәлдә Сибайҙа хәлдәр бик үк маҡтанырлыҡ түгел. Бәләкәй парктар, скверҙар төҙөлөш майҙандарына әйләнә. Бөгөн һәр ағасты, үҫентене һаҡлау һәм ҡурсалау мотлаҡ. Ҡаланың бер өлөшөндә карьерҙан сығарылған тау тоҡомдарынан хасил булған тауҙар бар. Киләсәктә уларҙы ҡайтанан файҙаланыу икеле. Шуға күрә унда үҫентеләр ултыртыу, йәшелләндереү мотлаҡ.
Күптәр тәбиғәт ҡосағында ял итергә ярата. Бигерәк тә Ғәҙелша шарлауығында, Талҡаҫ, Күлтабан күлдәре, Урал һәм Төйәләҫ йылғалары буйында халыҡ күпләп йыйыла. Ләкин ҡырағай туристарҙан һуң ҡалған ҡыҙғаныс күренешкә юлығабыҙ: ағастар ҡырҡыла, йылғалар бысрана, сүп-сар өйөм-өйөм булып ятып ҡала. Хатта бәғзеләр машиналарын да күл буйына төшөрөп йыуырға тартынмай.
Минеңсә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау сараларына ярашлы, ҡалала урынлашҡан видеокамераларҙың мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланырға кәрәк. Улар ярҙамында зыян килтереүселәрҙе асыҡлаһалар, протокол төҙөһәләр, административ яуаплылыҡҡа тарттырһалар, был сара ифрат һөҙөмтәле булыр ине.