Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Күпте һорамайбыҙ: башланғыс мәктәпте һаҡлайыҡ”
“Күпте һорамайбыҙ: башланғыс мәктәпте һаҡлайыҡ”Ошо көндәрҙә редакцияға Стәрлебаш районының Үрге Шәкәр ауылынан түбәндәге йөкмәткеле хат килеп төштө:
“... 2001 йылда беҙҙә ҙур, яҡты мәктәп асылғайны. 2009 йылда ул башланғыс белем усағы итеп үҙгәртелде. Ә киләһе уҡыу йылында бөтөнләй ябыласаҡ, тигән фарман килде.
Әле Үрге Шәкәр мәктәбендә I класс уҡыусылары ғына белем ала. Улар алтау. II класс юҡ, ә III, IV класс балаларын күрше Йәлембәт ауылына күсерҙеләр. Сәбәбе: ундағы X — XI кластарҙы һаҡлап ҡалырға кәрәк. Һөҙөмтәлә беҙҙең мәктәптә уҡыусылар кәмене.
Балаларыбыҙ бәләкәй, ә ауылдарҙың араһы — 15 саҡрым тирәһе. Ул ғына ла түгел, Йәлембәт мәктәбе иҫке һәм һыуыҡ. Автобус иртәнге 8-ҙә ауыл осонан “Күпте һорамайбыҙ: башланғыс мәктәпте һаҡлайыҡ”ҡуҙғала ла төштән һуң дүрт-биштәргә генә әйләнеп ҡайта. Ә бәләкәй балаларҙың дәресе бер тула 20 минуттан тамамлана, улар өлкән кластарҙың уҡып бөткәнен көтөргә мәжбүр.
Быйыл балалар һаны етмәһә лә, киләһе йылдарҙа I класҡа киләсәк сабыйҙар үҫә бит. Мәктәбебеҙҙе һаҡлауҙа ярҙам һорайбыҙ”.

Хатҡа 15 кеше ҡул ҡуйған.
... Үрге Шәкәргә яҡынлашабыҙ. “Мин — мәктәпле!” — тип ғорур ҡаршылап торғандай ул: ике ҡатлы биналы белем усағы әллә ҡайҙан балҡып күренә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошолай тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап торған мәктәптәр ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара.
Ҙур бинала балалар баҡсаһы, медицина пункты ла урынлашҡан икән. Баҡсаға туғыҙ сабый йөрөй. Тәрбиәсе Раилә Заманова әйтеүенсә, ауылда кескәйҙәр байтаҡ, әммә уларҙың күбеһен ата-әсә өйҙә ҡарай.
Ике ҡатлы ҙур мәктәптә ҡыңғырау тауышы ишетелде. Бары бер кластан йүгерешеп сыҡҡан биш баланы (бер уҡыусы сирләп китеп, дәрескә килмәгән икән) “Күпте һорамайбыҙ: башланғыс мәктәпте һаҡлайыҡ”күреү сәйер ҙә, ифрат ҡыҙғаныс та булды. Алда нимә көтә был I класс уҡыусыларын — мәктәп тупһаһына яңы аяҡ баҫып, дәртләнеп уҡып йөрөгән сабыйҙарҙы? Бер нисә айҙан ошо иркен, йылы белем усағынан айырылып, ерһеҙ-йортһоҙ кеүек, төйөнсөгөн күтәреп, автобуста икенсе ауылға юлланырҙармы? “Бында ҡаласаҡбыҙ!” — тип ышаныс менән әйткән булалар ҙа бит...
— Башланғыс мәктәптәрҙе япмайбыҙ, тигән күпме вәғәҙә ишеткәнебеҙ бар, — тип һөйләй башланы редакцияға килгән хаттың авторҙары араһынан Әлфинур Яҡупова (ата-әсә мәктәпкә тиҙ арала йыйылып өлгөргәйне). — Әммә, ниңәлер, беҙҙең зарҙы берәү ҙә ишетмәй. Хатта яҙыуыбыҙса, III һәм IV класс уҡыусыларын Йәлембәт мәктәбенә йөрөтөргә мәжбүрбеҙ: быны ундағы балаларҙың һанын күбәйтеп, өлкән кластарҙы япмау маҡсатында эшләнеләр. Ниңә барлыҡ иҡтисади проблемалар балалар иҫәбенә хәл ителергә тейеш? Киреһенсә, уларҙың мәнфәғәте тәүге сиратта ҡайғыртылыуы мөһим. Беҙ бит күпте лә һорамайбыҙ: башланғыс мәктәп булһа, еткән. Өлкәнерәктәрҙе Йәлембәткә ебәрергә ризабыҙ.
— Баланы автобуста йөрөтөүе лә ҡурҡыныс, — тип һүҙгә ҡушылды өс бала әсәһе Флүзә Күзәшева. — Бына мин башланғыс класта уҡыған ике баламды көн дә юлға оҙатырға, унан көнө буйы уларҙы ҡалтыранып көтөп ултырырға мәжбүр. Автобус беҙҙән һуң Түбәнге Шәкәр, Бүләк, Һарайҫа, Өмөтбай ауылдарының балаларын ала. Транспорт төҙөк, ышаныслы, тип кем тулы гарантия бирһен?
— Мәктәп автобусы былтыр йүнләп йөрөмәне лә, — тине өс бала әсәһе Рәсимә Дәүләтбаева. — Көн һыуыҡ, транспорт ватыҡ һәм башҡа төрлө сәбәп таптылар. Һөҙөмтәлә балаларыбыҙ күпмелер ваҡыт өйҙә уҡымай ятырға мәжбүр булды. Автобус һыуыҡ шул, уны ҡуйырға йылы гараж да юҡ бит. Бер осор бензинға аҡсаны ла үҙебеҙ йыйҙыҡ. Юл авария хәлендә, бордюр, билдәләр юҡ.
— Ниндәй ауыр замандарҙа ла бындай хәл булманы, — тип һүҙгә ҡушылды 35 йыл ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышлаған, хәҙер ейән-ейәнсәренең яҙмышы өсөн хафаланып йәшәгән ветеран Мәҙинә Абдуллина. — Бер осорҙа ике, өс класты ҡушып уҡыттыҡ, мәктәптең матди-техник торошо ла әлегеһе һымаҡ һоҡланырлыҡ түгел ине, әммә балаларҙы ситкә ҡыуыу, үҙ еренән айырыу ике ятып бер төшөбөҙгә инмәне. Бынау тиклем ҙур, иркен, яҡты белем усағы төҙөп ултырт та яп, имеш.
— Бында бит ремонт яһау ҙа кәрәкмәй, барыһы ла әҙер. Ә Йәлембәттең иҫкереп барған мәктәбен яңыртыу өсөн күпме аҡса түгелә...
— Йәлембәттә балаларыбыҙҙы сәғәт 11 тирәһендә генә ашаталар. Ауылға ҡайтҡансы, тимәк, киске сәғәт 4-кә, ҡайһы саҡта 5-кәсә, улар ас йөрөргә мәжбүр.
— Түңәрәктәрҙең ваҡыты шул мәлгә тәғәйенләнһен ине ул. Юғиһә кабинеттар бикләнә, балалар урамда йөрөй...
— Үҙебеҙҙә мәктәп була тороп та, ниңә беҙ ғәзиз балаларыбыҙҙы шулай йонсоторға тейеш? Ауылдағы бер нисә ғаилә тап ошо сәбәп арҡаһында ситкә күсеп китте лә...
— Беҙҙә бит хәлле “Күндерәк” хужалығы бар. Ауылды үҫтереү маҡсатындағы программаға ярашлы күпме ғаилә бынамын тигән йорт һалып, яҡшы йәшәп ята. Өйҙәрҙең күбеһе ҡала тибында төҙөлгән, барлыҡ уңайлыҡҡа эйә. Күп итеп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ...
Ысынлап та, бындағы халыҡтың тырышып донъя көткәне күренеп тора. Ауылдың ултырған ере лә уңайлы: тыныс, ер күп, кәрәк икән, яҡында ғына ятҡан Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларына елдереп кенә барып килергә була. Ҡыҫҡаһы, мәктәптән башҡа проблемаһы юҡ шәкәрҙәрҙең.
Әммә шуны әйтмәйенсә лә булдыра алмайым: ниңәлер, белем усағының киң биләмәһенә ағас ултыртмағандар. Ҡыуаҡлыҡтар ғына күҙгә салына. Тиҫтә йылдан ашыу элек һалынған мәктәп янына, мәҫәлән, ҡарағай үҫентеләрен ултыртҡан булһалар, улар быға ҡәҙәр ҡыуандырып үҫеп килгән булыр ине. Йәшеллек киләсәкле, тамырлы булыуҙың билдәһе түгелме?
Ауылда шулай уҡ иман йорто ла төҙөп ҡуйһалар инде... Юғиһә бер иҫке йорт ҡыйығындағы “Бында мәсет була” тигән яҙыу ситтән килгәндәрҙе аптырашта ҡалдыра. Әйтеүҙәренсә, ул инде күптән эленеп тора. “Барыһы ла имандан башлана” тигән һүҙҙәр буштан ғына яралмағандыр бит.
Ғөмүмән, Үрге Шәкәрҙең бөгөнгө “тәмле булмаған” хәле республиканың байтаҡ ауылына хас. Әлбиттә, халыҡты ла, урындағы власты ла аңларға була. Шулай ҙа улар бер-береһен ишетһә, ыңғай яҡҡа тәүге аҙым яһалыр, тигән өмөт бар.

Рафиҡ ӘБҮЛӘЕВ, район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе:
— Редакцияға хат яҙған кешеләр дөрөҫ мәғлүмәт бирмәй: Үрге Шәкәр мәктәбе ябылмай, ә эшмәкәрлеге ваҡытлыса туҡтатыла. Балалар булмағас, нисек тотаһың уны? Ғөмүмән, беҙҙең халыҡҡа кемдәндер “сүп” эҙләргә түгел, ә үҙенә баһа бирергә лә өйрәнергә кәрәк. Әйтәйек, әле ауылда сабыйҙар күп тиһәләр ҙә, мәғлүмәттәр буйынса 2009, 2010, 2012 йылдарҙа — өсәр, 2011 йылда ике бала тыуған. Был хаҡта халыҡ үҙе нимә уйлай? Бер нисә бала өсөн ҙур бинаны нисек тотаһың? Мәсьәләнең хәл ителешен белем биреүҙәге нормативты үҙгәртеүҙә генә күрәм.
Йәлембәттә иһә тыуымға ҡарата һүҙ әйтерлек түгел. Ундағы мәктәпте ремонтлайбыҙ.
Ғөмүмән, балаларҙы ситкә йөрөтөү бер бөгөн килеп сыҡҡан мәсьәлә түгел. Мәҫәлән, мин дә VII кластан һуң Өфөгә уҡырға килдем. Быға әле бер ҙә үкенмәйем. Хәҙерге заманда бала бәләкәйҙән киң аудиторияға яраҡлашып, конкурентлыҡҡа һәләтле булып үҫергә тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Имя
    Имя от 11.04.2013, 11:37
    А где здесь 2007,2008 году родившие дети,почему зав.роно этих детей не включил.В эти годы родились 7 детей.На следующий учебный год 2014-2015 в первый класс придут 4,а на следующие годы по 3 ученика. они и не хотят слушать и услышать.Почему про ДТП школьного автобуса промолчали,если бы там погибли дети,каждый за свою кресло держался.В рамках республики не хотели выпускать.теперь мы не будем молчать!!! Да еще уже угражают!

    ошо язгандар осон вот минэ элэгэ.Ауылдан кыуырзыр инде. Балалар тип йэшэйбез бит! Узебез осон тугел!Эрлэхэлэр эрлэрзэр ,эрлэнеп ойрэнгэнебез бит инде.

  2. выпускница
    выпускница от 11.04.2013, 14:11
    я тоже когда училась здесь,по всей школе было 56 учеников,но почему то никто не собирался закрывать школу,а рафику абуляеву должно быть стыдно-он сам закончил нашу школу!

  3. Ауылдаш
    Ауылдаш от 11.04.2013, 17:44
    Мәҡәләне, күҙемә йәш тығыла-тығыла, саҡ уҡып бөттөм.Бынан 20 йыл элек мин дә был мәктәптең 9-сы класын тамамлап, ҡалаға уҡырға киттем. Элекке бина иҫке генә булыуына ҡарамаҫтан, бында 55-ләп бала уҡыныҡ. Мәктәбебеҙ гөрләп торҙо. Күңелле ине. Хәҙерге матур, яңы, ҙур мәктәптәге 6 бөртөк баланы күҙ алдыма килтереп, йөрәгем әрнеп китте.Ә автобуста өшөй-өшөй, асығып-арып йөрөгән уҡыусылар тағы ла йәлерәк.Ауылда мәктәп бөтһә, ауылдың КИЛӘСӘГЕ ЛӘ бөтәсәк бит.Аяныслы хәл...(Тел, мәктәп ябылыу проблемаһы -Башҡортостан өсөн актуаль бөгөнгө көндә) Мәктәп ябылыуға юл ҡуймағыҙ, ауылдаштарым. Ваҡытлыса ғына тиһәләр ҙә, был дөрөҫ түгел. Оптимизация, имеш....Яңы уҡыу йылынан ҡабул ителәсәк закон буйынса,ауылдағы мәктәптәрҙе унда йәшәүселәрҙең ризалығы менән һәм махсус төҙөлгән Хөкүмәт комиссияһы тикшерелгәндән һуң ғына бөтөрөргә була.Өндәшмәй ҡалмағыҙ! Ә Рафиҡ Рәшит улынан,ошо ауыл егете булараҡ,терәк-таяныс һүҙе көткән инем, киреһенсә икән,йәл...

  4. бывалый
    бывалый от 11.04.2013, 19:00
    да!жаль конечно детей,кому-то хорошо, экономно от этого, а ни винные дети страдают!

  5. ded
    ded от 12.04.2013, 17:11
    111,
    Рафик, шундай һүҙҙәр яҙғандан һуң ауылға кайттып күренергә оялмайһың мы ул? Һиңә оят булырға тейеш, әле мәктәпте ябып торабыҙ тип әйтәһегеҙ, ә һуңынан уны асмаясаҡһығыҙ бит, уныһы беленеп тора инде...

  6. койарман
    койарман от 12.04.2013, 20:27
    В свое время я училась в маленькой школе,где было 4 кабинета в основной школе,еще 3 кабинета в другой.где мы сами топили печь, иногда не получалось и мы учились,мерзли, сидели в пальто и варежках.Я думаю, что многие это вспомнят. В то время был директором школы Хасан Хусаинович Аскаров. 10 лет он бегал,стучался в закрытые двери, доказывал, добивался что бы дали разрешение на постройку новой школы.И вот она шикарная, красивая, теплая школа, о котором еще мы мечтали (на фото). Этой школе нужно дать его имя при жизни. И это будет справедливо!!!Я думаю что многие со мной согласятся!!!Он не успел даже один день поработать директором в новой школе! Очень некрасиво и не справедливо его убрали с должности.После этого случая его парализовало. И в сегодняшний день хотят его закрыть?! Сердце кровью обливается!!!Это разве в игрушки играть.Кто нибудь думает об этих маленьких детишках,которые еще в жизни ничего не понимают. Почему они должны учиться в другой школе, когда есть своя теплая? Почему они должны зимой ехать в холодном неисправном автобусе в другую деревню?!Кто даст гарантию, что не произойдет авария?!И с детьми ничего не случиться?!Казна нашей республики крутит такими миллиардами денег, неужели нужно экономить на здоровье, на учебе маленьких детей???!!!Одумайтесь!!! Пусть оптимизацию проводят в других организациях, предприятиях, но не в школах же!!!Какое образование получать дети???!!!Какое поколение мы вырастим???!!!Стоит над этим задуматься!!!

  7. агай
    агай от 12.04.2013, 21:01
    Мәктәптең эшмәкәрлеге ваҡытлыса туҡтатыла икән, ул кире асылмаясаҡ.Һин, Рафиҡ туғаным,Шәкәр мәктәбен ябыр өсөн барып ултырҙыңмы ни унда? Әгәр һинең балаң ошо мәктәптә уҡыған булһа, йөрөтөп уҡытырға ризалашыр инеңме? Бигерәктә Йәлембәттең һыуыҡ мәктәбенә.Унда уҡыған балалар өшөп ултыралар, өшөп ултырған балала уҡыу ҡайғыһы буламы? Хәҙерге заманда бала йылы, яҡты, иркен мәктәптә уҡырға тейеш.Рафиҡ туғаным, халыҡҡа ҡаршы барма, кеше менән һөйләшә бел,һин дә бит ошо ауылдан сыҡҡан кеше.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873