“Күпте һорамайбыҙ: башланғыс мәктәпте һаҡлайыҡ”11.04.2013
“Күпте һорамайбыҙ: башланғыс мәктәпте һаҡлайыҡ”Ошо көндәрҙә редакцияға Стәрлебаш районының Үрге Шәкәр ауылынан түбәндәге йөкмәткеле хат килеп төштө:
“... 2001 йылда беҙҙә ҙур, яҡты мәктәп асылғайны. 2009 йылда ул башланғыс белем усағы итеп үҙгәртелде. Ә киләһе уҡыу йылында бөтөнләй ябыласаҡ, тигән фарман килде.
Әле Үрге Шәкәр мәктәбендә I класс уҡыусылары ғына белем ала. Улар алтау. II класс юҡ, ә III, IV класс балаларын күрше Йәлембәт ауылына күсерҙеләр. Сәбәбе: ундағы X — XI кластарҙы һаҡлап ҡалырға кәрәк. Һөҙөмтәлә беҙҙең мәктәптә уҡыусылар кәмене.
Балаларыбыҙ бәләкәй, ә ауылдарҙың араһы — 15 саҡрым тирәһе. Ул ғына ла түгел, Йәлембәт мәктәбе иҫке һәм һыуыҡ. Автобус иртәнге 8-ҙә ауыл осонан “Күпте һорамайбыҙ: башланғыс мәктәпте һаҡлайыҡ”ҡуҙғала ла төштән һуң дүрт-биштәргә генә әйләнеп ҡайта. Ә бәләкәй балаларҙың дәресе бер тула 20 минуттан тамамлана, улар өлкән кластарҙың уҡып бөткәнен көтөргә мәжбүр.
Быйыл балалар һаны етмәһә лә, киләһе йылдарҙа I класҡа киләсәк сабыйҙар үҫә бит. Мәктәбебеҙҙе һаҡлауҙа ярҙам һорайбыҙ”.

Хатҡа 15 кеше ҡул ҡуйған.
... Үрге Шәкәргә яҡынлашабыҙ. “Мин — мәктәпле!” — тип ғорур ҡаршылап торғандай ул: ике ҡатлы биналы белем усағы әллә ҡайҙан балҡып күренә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошолай тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап торған мәктәптәр ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара.
Ҙур бинала балалар баҡсаһы, медицина пункты ла урынлашҡан икән. Баҡсаға туғыҙ сабый йөрөй. Тәрбиәсе Раилә Заманова әйтеүенсә, ауылда кескәйҙәр байтаҡ, әммә уларҙың күбеһен ата-әсә өйҙә ҡарай.
Ике ҡатлы ҙур мәктәптә ҡыңғырау тауышы ишетелде. Бары бер кластан йүгерешеп сыҡҡан биш баланы (бер уҡыусы сирләп китеп, дәрескә килмәгән икән) “Күпте һорамайбыҙ: башланғыс мәктәпте һаҡлайыҡ”күреү сәйер ҙә, ифрат ҡыҙғаныс та булды. Алда нимә көтә был I класс уҡыусыларын — мәктәп тупһаһына яңы аяҡ баҫып, дәртләнеп уҡып йөрөгән сабыйҙарҙы? Бер нисә айҙан ошо иркен, йылы белем усағынан айырылып, ерһеҙ-йортһоҙ кеүек, төйөнсөгөн күтәреп, автобуста икенсе ауылға юлланырҙармы? “Бында ҡаласаҡбыҙ!” — тип ышаныс менән әйткән булалар ҙа бит...
— Башланғыс мәктәптәрҙе япмайбыҙ, тигән күпме вәғәҙә ишеткәнебеҙ бар, — тип һөйләй башланы редакцияға килгән хаттың авторҙары араһынан Әлфинур Яҡупова (ата-әсә мәктәпкә тиҙ арала йыйылып өлгөргәйне). — Әммә, ниңәлер, беҙҙең зарҙы берәү ҙә ишетмәй. Хатта яҙыуыбыҙса, III һәм IV класс уҡыусыларын Йәлембәт мәктәбенә йөрөтөргә мәжбүрбеҙ: быны ундағы балаларҙың һанын күбәйтеп, өлкән кластарҙы япмау маҡсатында эшләнеләр. Ниңә барлыҡ иҡтисади проблемалар балалар иҫәбенә хәл ителергә тейеш? Киреһенсә, уларҙың мәнфәғәте тәүге сиратта ҡайғыртылыуы мөһим. Беҙ бит күпте лә һорамайбыҙ: башланғыс мәктәп булһа, еткән. Өлкәнерәктәрҙе Йәлембәткә ебәрергә ризабыҙ.
— Баланы автобуста йөрөтөүе лә ҡурҡыныс, — тип һүҙгә ҡушылды өс бала әсәһе Флүзә Күзәшева. — Бына мин башланғыс класта уҡыған ике баламды көн дә юлға оҙатырға, унан көнө буйы уларҙы ҡалтыранып көтөп ултырырға мәжбүр. Автобус беҙҙән һуң Түбәнге Шәкәр, Бүләк, Һарайҫа, Өмөтбай ауылдарының балаларын ала. Транспорт төҙөк, ышаныслы, тип кем тулы гарантия бирһен?
— Мәктәп автобусы былтыр йүнләп йөрөмәне лә, — тине өс бала әсәһе Рәсимә Дәүләтбаева. — Көн һыуыҡ, транспорт ватыҡ һәм башҡа төрлө сәбәп таптылар. Һөҙөмтәлә балаларыбыҙ күпмелер ваҡыт өйҙә уҡымай ятырға мәжбүр булды. Автобус һыуыҡ шул, уны ҡуйырға йылы гараж да юҡ бит. Бер осор бензинға аҡсаны ла үҙебеҙ йыйҙыҡ. Юл авария хәлендә, бордюр, билдәләр юҡ.
— Ниндәй ауыр замандарҙа ла бындай хәл булманы, — тип һүҙгә ҡушылды 35 йыл ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышлаған, хәҙер ейән-ейәнсәренең яҙмышы өсөн хафаланып йәшәгән ветеран Мәҙинә Абдуллина. — Бер осорҙа ике, өс класты ҡушып уҡыттыҡ, мәктәптең матди-техник торошо ла әлегеһе һымаҡ һоҡланырлыҡ түгел ине, әммә балаларҙы ситкә ҡыуыу, үҙ еренән айырыу ике ятып бер төшөбөҙгә инмәне. Бынау тиклем ҙур, иркен, яҡты белем усағы төҙөп ултырт та яп, имеш.
— Бында бит ремонт яһау ҙа кәрәкмәй, барыһы ла әҙер. Ә Йәлембәттең иҫкереп барған мәктәбен яңыртыу өсөн күпме аҡса түгелә...
— Йәлембәттә балаларыбыҙҙы сәғәт 11 тирәһендә генә ашаталар. Ауылға ҡайтҡансы, тимәк, киске сәғәт 4-кә, ҡайһы саҡта 5-кәсә, улар ас йөрөргә мәжбүр.
— Түңәрәктәрҙең ваҡыты шул мәлгә тәғәйенләнһен ине ул. Юғиһә кабинеттар бикләнә, балалар урамда йөрөй...
— Үҙебеҙҙә мәктәп була тороп та, ниңә беҙ ғәзиз балаларыбыҙҙы шулай йонсоторға тейеш? Ауылдағы бер нисә ғаилә тап ошо сәбәп арҡаһында ситкә күсеп китте лә...
— Беҙҙә бит хәлле “Күндерәк” хужалығы бар. Ауылды үҫтереү маҡсатындағы программаға ярашлы күпме ғаилә бынамын тигән йорт һалып, яҡшы йәшәп ята. Өйҙәрҙең күбеһе ҡала тибында төҙөлгән, барлыҡ уңайлыҡҡа эйә. Күп итеп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ...
Ысынлап та, бындағы халыҡтың тырышып донъя көткәне күренеп тора. Ауылдың ултырған ере лә уңайлы: тыныс, ер күп, кәрәк икән, яҡында ғына ятҡан Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларына елдереп кенә барып килергә була. Ҡыҫҡаһы, мәктәптән башҡа проблемаһы юҡ шәкәрҙәрҙең.
Әммә шуны әйтмәйенсә лә булдыра алмайым: ниңәлер, белем усағының киң биләмәһенә ағас ултыртмағандар. Ҡыуаҡлыҡтар ғына күҙгә салына. Тиҫтә йылдан ашыу элек һалынған мәктәп янына, мәҫәлән, ҡарағай үҫентеләрен ултыртҡан булһалар, улар быға ҡәҙәр ҡыуандырып үҫеп килгән булыр ине. Йәшеллек киләсәкле, тамырлы булыуҙың билдәһе түгелме?
Ауылда шулай уҡ иман йорто ла төҙөп ҡуйһалар инде... Юғиһә бер иҫке йорт ҡыйығындағы “Бында мәсет була” тигән яҙыу ситтән килгәндәрҙе аптырашта ҡалдыра. Әйтеүҙәренсә, ул инде күптән эленеп тора. “Барыһы ла имандан башлана” тигән һүҙҙәр буштан ғына яралмағандыр бит.
Ғөмүмән, Үрге Шәкәрҙең бөгөнгө “тәмле булмаған” хәле республиканың байтаҡ ауылына хас. Әлбиттә, халыҡты ла, урындағы власты ла аңларға була. Шулай ҙа улар бер-береһен ишетһә, ыңғай яҡҡа тәүге аҙым яһалыр, тигән өмөт бар.

Рафиҡ ӘБҮЛӘЕВ, район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе:
— Редакцияға хат яҙған кешеләр дөрөҫ мәғлүмәт бирмәй: Үрге Шәкәр мәктәбе ябылмай, ә эшмәкәрлеге ваҡытлыса туҡтатыла. Балалар булмағас, нисек тотаһың уны? Ғөмүмән, беҙҙең халыҡҡа кемдәндер “сүп” эҙләргә түгел, ә үҙенә баһа бирергә лә өйрәнергә кәрәк. Әйтәйек, әле ауылда сабыйҙар күп тиһәләр ҙә, мәғлүмәттәр буйынса 2009, 2010, 2012 йылдарҙа — өсәр, 2011 йылда ике бала тыуған. Был хаҡта халыҡ үҙе нимә уйлай? Бер нисә бала өсөн ҙур бинаны нисек тотаһың? Мәсьәләнең хәл ителешен белем биреүҙәге нормативты үҙгәртеүҙә генә күрәм.
Йәлембәттә иһә тыуымға ҡарата һүҙ әйтерлек түгел. Ундағы мәктәпте ремонтлайбыҙ.
Ғөмүмән, балаларҙы ситкә йөрөтөү бер бөгөн килеп сыҡҡан мәсьәлә түгел. Мәҫәлән, мин дә VII кластан һуң Өфөгә уҡырға килдем. Быға әле бер ҙә үкенмәйем. Хәҙерге заманда бала бәләкәйҙән киң аудиторияға яраҡлашып, конкурентлыҡҡа һәләтле булып үҫергә тейеш.


Вернуться назад