Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Гүзәлдәрҙең эше лә гүзәл
Гүзәлдәрҙең эше лә гүзәлБорай тарафтарына юл төшкәндә, ауылдарҙың яҙмышы, халыҡтың көнитмеше, йәштәрҙең тыуған төйәгендә ҡалыу-ҡалмау кеүек көнүҙәк темалар хаҡында мәҡәлә әҙерләү менән бер рәттән, һаулыҡ мәсьәләһенә лә иғтибарҙы йүнәлттек. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән: "Халыҡты һаҡлап ҡалыу — эшебеҙҙең төп девизы. Сабыйҙар һанын арттырыу, үлем кимәлен түбәнәйтеү, республикаға килгән халыҡ һанын күбәйтеүҙе тәьмин иткән уйланылған миграция сәйәсәтен тормошҡа ашырыу — демографик сәйәсәтебеҙҙең өс төп йүнәлеше бына ошо".

– Ысынлап та, беҙҙә эсәр һыу таҙа, һауаның сафлығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел, – тип һөйләй Борай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Руслан Ғарипов. – Шуға күрә хатта ситтән дә килергә ашҡынып торалар. Былтыр һигеҙ врачты ҡабул итеүебеҙ – шуға асыҡ миҫал. Һаулыҡты ҡайғыртыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
Әйткәндәй, Пермь дәүләт медицина академияһында уҡыған Балтас районы ҡыҙы Гүзәл Шәймиеваны эш кабинетында осраттыҡ. Йыйнаҡ бүлмә, тәҙрә төптәрен гөлдәр биҙәй, кәштәлә – амбулатор карталар, стенала иһә һаулыҡҡа ҡағылған плакаттар...
– Студент саҡта "Ауыл табибы" программаһы хаҡында ишеткәйнем, ләкин тәүҙә уға әллә ни әһәмиәт бирмәнем, – ти Гүзәл. – Ә бына һуңғы курста эшкә урынлашыу, ҡайҙа төпләнеү мәсьәләләре күңелгә тынғылыҡ бирмәне. Иҫке Балтаста тыуып үҫтем, ә ниңә ауыл тормошон һайламаҫҡа?
Әңгәмәсемдең бында хеҙмәт юлын башлауына ярты йыл ғына әле. Уның ҡарауы, йәш психиатр шунда уҡ ныҡлап эшкә тотонған. Көн дә пациенттарҙы ҡабул итергә тырыша, бындай алымдың уңайлылығын һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Ауырыуҙы аяҡҡа баҫтырыу ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн бүлмәне тәртиптә тотоу – үҙе айырым һөйләшеү. Таҙалыҡ, тәртип уларҙың эске халәтенә, булмышына көслө йоғонто яһай икән.
Гүзәл Нәзиф ҡыҙы белдереүенсә, күңел торошо, ғөмүмән, психиатрия тармағы – күптәр өсөн һаман да "асылмаған китап". Әгәр кеше сәләмәтлеген даими ҡайғыртһа, үҙенә ҡарағанда уның һаулығына файҙа килтерерҙәй табипты табыуы ауыр.
Йәш белгес, ауыл тормошон һайлап, үрҙә телгә алыуымса, эш тапҡан һәм тиҙҙән торлаҡ мәсьәләһен дә хәл итәсәк. Район үҙәге Борайҙан фатир алмаҡсылар. Әле ире менән дөйөм ятаҡта йәшәй.
"Бер миллион һум аҡсанан тыш программа нигеҙендә бушлай ер участкаһы алыу мөмкинлеге лә бар, сабыйың өсөн балалар баҡсаһынан урын бирелә. Йәш белгестәргә теләгем – уңайлы мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ!" – тип тамамланы һүҙен танышым.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ. Борай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 2

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 4

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 6

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә