Борай тарафтарына юл төшкәндә, ауылдарҙың яҙмышы, халыҡтың көнитмеше, йәштәрҙең тыуған төйәгендә ҡалыу-ҡалмау кеүек көнүҙәк темалар хаҡында мәҡәлә әҙерләү менән бер рәттән, һаулыҡ мәсьәләһенә лә иғтибарҙы йүнәлттек. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән: "Халыҡты һаҡлап ҡалыу — эшебеҙҙең төп девизы. Сабыйҙар һанын арттырыу, үлем кимәлен түбәнәйтеү, республикаға килгән халыҡ һанын күбәйтеүҙе тәьмин иткән уйланылған миграция сәйәсәтен тормошҡа ашырыу — демографик сәйәсәтебеҙҙең өс төп йүнәлеше бына ошо".
– Ысынлап та, беҙҙә эсәр һыу таҙа, һауаның сафлығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел, – тип һөйләй Борай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Руслан Ғарипов. – Шуға күрә хатта ситтән дә килергә ашҡынып торалар. Былтыр һигеҙ врачты ҡабул итеүебеҙ – шуға асыҡ миҫал. Һаулыҡты ҡайғыртыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
Әйткәндәй, Пермь дәүләт медицина академияһында уҡыған Балтас районы ҡыҙы Гүзәл Шәймиеваны эш кабинетында осраттыҡ. Йыйнаҡ бүлмә, тәҙрә төптәрен гөлдәр биҙәй, кәштәлә – амбулатор карталар, стенала иһә һаулыҡҡа ҡағылған плакаттар...
– Студент саҡта "Ауыл табибы" программаһы хаҡында ишеткәйнем, ләкин тәүҙә уға әллә ни әһәмиәт бирмәнем, – ти Гүзәл. – Ә бына һуңғы курста эшкә урынлашыу, ҡайҙа төпләнеү мәсьәләләре күңелгә тынғылыҡ бирмәне. Иҫке Балтаста тыуып үҫтем, ә ниңә ауыл тормошон һайламаҫҡа?
Әңгәмәсемдең бында хеҙмәт юлын башлауына ярты йыл ғына әле. Уның ҡарауы, йәш психиатр шунда уҡ ныҡлап эшкә тотонған. Көн дә пациенттарҙы ҡабул итергә тырыша, бындай алымдың уңайлылығын һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Ауырыуҙы аяҡҡа баҫтырыу ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн бүлмәне тәртиптә тотоу – үҙе айырым һөйләшеү. Таҙалыҡ, тәртип уларҙың эске халәтенә, булмышына көслө йоғонто яһай икән.
Гүзәл Нәзиф ҡыҙы белдереүенсә, күңел торошо, ғөмүмән, психиатрия тармағы – күптәр өсөн һаман да "асылмаған китап". Әгәр кеше сәләмәтлеген даими ҡайғыртһа, үҙенә ҡарағанда уның һаулығына файҙа килтерерҙәй табипты табыуы ауыр.
Йәш белгес, ауыл тормошон һайлап, үрҙә телгә алыуымса, эш тапҡан һәм тиҙҙән торлаҡ мәсьәләһен дә хәл итәсәк. Район үҙәге Борайҙан фатир алмаҡсылар. Әле ире менән дөйөм ятаҡта йәшәй.
"Бер миллион һум аҡсанан тыш программа нигеҙендә бушлай ер участкаһы алыу мөмкинлеге лә бар, сабыйың өсөн балалар баҡсаһынан урын бирелә. Йәш белгестәргә теләгем – уңайлы мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ!" – тип тамамланы һүҙен танышым.